Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Февраль 2020, 22:05

Үҙ батырҙарығыҙҙы белегеҙ!

Зәйнәб Биишева исемендәге #Китап нәшриәте “Улар Еңеү менән ҡайтты” баҫмаһының томдарын бушлай күсереп алыу мөмкинлеген тәҡдим итә.#Башҡорттар #Башкиры #Башҡортостан #Башкортостан #Өфө #Уфа #Башкирия #БөйөкВатанҺуғышы

Бының өсөн түбәндәге һылтанмаларҙы ҡулланырға кәрәк.
1-9 томдар: https://vk.com/club42694841?w=wall-42694841_685
10-15 томдар: https://vk.com/club42694841?w=wall-42694841_686

***
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте 2001 - 2005 йылдарҙа “Улар Еңеү менән ҡайтты. 1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡан яугирҙәрҙең исемлектәре” тип аталған 14 томлыҡ йыйынтыҡ әҙерләп сығарғайны.

Был шәлкемгә һуғыштан иҫән ҡайтҡан 258 мең һалдат, офицер һәм генералдың исеме индерелгән. Исемдәр, ҡыҫҡа биографиялар алфавит тәртибендә республика район-ҡалалары буйынса бүлеп бирелгән. Бер томда Башҡортостандың бер нисә районы тупланған.

2015 йылда йыйынтыҡтың 15-се томы донъя күрҙе. Унда төрлө сәбәп менән тәүге томдарға инмәй ҡалған яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәр бирелгән.

"Фронтовиктарға ҡағылышлы биографик мәғлүмәттәрҙе туплағанда район-ҡала, хәрби комиссариаттар, ойошма-предприятиеларҙың архив документтары ҡулланылды. Был изге эште атҡарып сығыуҙа һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, хәрби комиссариат, архив, халыҡты социаль яҡлау, мәшғүллек үҙәктәре, Пенсия фонды, ҡала-район гәзиттәре редакциялары хеҙмәткәрҙәре, яугирҙәрҙең туғандары, ауылдаштары ҙур ярҙам күрһәтте", - ти йыйынтыҡты әҙерләп сығарған ижади төркөм.

Бөгөн З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте “Улар Еңеү менән ҡайтты” баҫмаһының томдарын бушлай күсереп алыу мөмкинлеген тәҡдим итә. Бының өсөн түбәндәге һылтанмаларҙы ҡулланырға кәрәк.

Үҙегеҙҙең геройҙарығыҙ менән танышығыҙ, улар хаҡындағы мәғлүмәтте күсереп алығыҙ. Яугир олатайҙарыбыҙҙың, инәйҙәребеҙҙең изге эштәренә, яҡты хәтеренә мәңге тоғро булайыҡ!

Фото: Башҡортостан “Китап” нәшриәте.
Читайте нас: