Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Февраль 2020, 18:05

Яралар һаман да һыҡрай...

Һуғыш - ниндәй утлы, фажиғәле, ҡурҡыныс һүҙ. Күпме көстө алған, күпме кешенең ғүмерен өҙгән ул?!.1979 йылдың 25 декабрендә Афған һуғышы башланып китә. Был һуғыш ил тарихында, меңәрләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып һаҡлана. Ҡанлы бәрелешкә республиканан 10 меңгә яҡын һалдат алына, уларҙың 343-ө тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтмай.

Интернациональ бурыстарын үтәүҙә минең яҡташтарым да – Ишембай районы егеттәре лә ҡатнаша. Мәҫәлән, Шәйхетдинов Минсәлих Вәғиз улы, Дәүләтшин Илдус Исмәғил улы, Әхмәтвәлиев Фәрит Вәлийән улы, Төхвәтуллин Ранас Хәбибулла улы, Минекәев Рәшит Шәрәфетдин улы, Сөләймәнов Фазыл Ғилман улы, Мөтиғуллин Әлфиҡ Әхмәт улы, Ғәлләмов Рәмил Ғаяз улы.

Һуғыш, әлбиттә, бик ҡаты барған, һынау-ҡаршылыҡтарҙы ямғыр кеүек яуҙырып торған. Ҡаты алышта улар бирешергә теләмәгән. Иң мөһиме һәммәһенең дә маҡсаты бер булған: еңеүгә бер аҙым, еңәсәкбеҙ!
Яҡташым Ишәй ауылы егете Ғәлләмов Рәмил Ғаяз улы ла (һүрәттә) үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Ул бәләкәйҙән үк музыканы яратып үҫә, бик матур итеп баянда уйнай. Хеҙмәтте Кишинёв ҡалаһында прапорщик булып башлай. Омск ҡалаһында хәрби училищены тамамлап, өлкән сержант дәрәжәһен ала, Афғанстанда рота командиры булып хеҙмәт итә.

1984 йылдың 22 апрелендә Панд-жшер тарлауығын алғанда Рәмил мина-ға баҫа, мина шартлай. Уны Ташкенттағы П.Ф.Боровской исемендәге госпиталгә ебәрәләр. Был хәлде ишеткәс, уның ата-әсәһе лә килеп етә.
...Бер көндө Рәмил үҙенең дүрт һалдатын һыу алырға ебәрә. Улар әйләнеп ҡайта алмай, һалдаттарҙың баштарын киҫеп алып, кәүҙәләрен тыш-ҡа сығарып ташлайҙар. Һалдаттарҙы юғалтыуҙы ул ауыр кисерә. Рәмил ике көн буйы бер кем менән дә һөйләшмәй, операция ла башҡа көнгә күсерелә.
Ҡайтыр алдынан апаһы: «Минең тәнемдәге тимер ярсыҡтар ғүмерлеккә етер, башҡа Афғанстанға бармайым, тип әйтә алаһыңмы?» – тип һорай. Ул апаһына: «Минең выжданым етмәй һалдаттарҙы ҡалдырып китергә, етмәһә, ата-әсәләре алдында мин яуаплы», – тип яуап бирә һәм бында тороп ҡала.
Өҫтәлемдә хаттар ята... Көнө-төнө һуғыш барған ерҙән хат килеп етеүе минең өсөн ғәжәп тә ине. Ябай ғына һалдат хаты... Хаттарҙа тик Тыуған илгә һөйөү, һағыныу тойғолары ята. Бына уның һуңғы хатынан бер өҙөк: «Әсәй, атай һәм һылыуҙар, үҙегеҙҙе үҙегеҙ һаҡлағыҙ! Бында бер ни ҙә белеп булмай. Йәшәргә, йәшәргә кәрәк. Донъяның тәмен белеп йәшәгеҙ”. (Рәмилдең хатынан 9.07.1984 йыл).
Киң күкрәкле, матур офицерҙы цинк табутта орден-миҙалдары менән 1984 йылдың 25 сентябрендә тыуған ерендә Ишембай районы Ишәй ауылында ерләйҙәр. Уға Советтәр Союзы Геройы исеме бирелә.
Беҙ интернациональ бурыстарын үтәп, батырлыҡ күрһәткән егеттәребеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Уларҙың ҡаһарманлыҡтары беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!

Минира Сәғәҙәтова.
Ишембай районы.
Читайте нас: