Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Февраль 2020, 13:05

Әсәләрҙең күҙ йәше менән яҙылған тарих...

Афғанстан һуғышы. Был ваҡиға тамамланғанға ла инде өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Әммә шул һуғышта һәләк булған һалдаттарҙың әсәләре йөҙөнә бер бағыу менән, яраларҙың һис ҡасан да уңалмауы, хаталарҙың һис ҡасан да онотолмауы хәҡиҡәт булып килеп баҫа.

Ни ҡылаһың, егеттәр хәрби бурыс үтәгән, ғүмерҙәрен үлем ҡурҡынысы аҫтына ҡуйып булһа ла...
Ҡалала был һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Махсус рәүештә союз эшләп килә, һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеп торалар, ҡасандыр комсомолдар башланғысы менән һәйкәл сүрәтендә хәтер мәңгеләштерелде. Бынан тыш, йыл да февралдең ҡап уртаһында, һуғыш тамамланған көндө уларҙы ҡала халҡы хәтергә ала, стелаға сәскәләр һала. Быйыл да митинг юғары кимәлдә үтте.
Читайте нас: