Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Февраль 2020, 20:30

ОШО ЮЛДАРҘЫ ЛА КҮҘ ЙӘШТӘРЕН ТҮКМӘЙЕНСӘ ЯҘА АЛМАЙЫМ!..

Минең өсөн һуғыш аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡайтҡан ауылдаштарымдың һуғышхаҡында һөйләгән моңһоу иҫтәлектәре, ирҙәре, улдары һуғыштанҡайтмаған күңелдәре яралы инәй-апайҙарҙың һығылып илауҙары,күршем Гөлйәүһәр инәйҙең һуғыш тамамланғас ҡына 1945 йылдыңмайында Берлинда һәләк булған иренең хаттарын тотоп өйҙән-өйгәйөрөп уҡыуҙары, яуҙа батырҙарса һуғышып аяҡ-ҡулдарын ҡалдырыпҡайтҡан ауылдаштарым Хисам бабайҙың, һыңар ҡуллы Ғәйсәрбабайҙың имен ҡулы менән ат ҡыуып эшкә сығып китеүҙәре, атайымдыңорден-миҙалдарын тағып митингынан ҡайтҡас илауҙары, Башҡорт атлыкавалерия дивизияһында политрук булып хеҙмәт иткән уҡытыусыбыҙСабирйән Вилдановтың мәктәптә орден-миҙалдар тағылған костюмынкейеп уҡыусылар алдында сығыш яһауҙары менән иҫтәлекле. Уларҙынисек онотаһың инде? Әле ошо юлдарҙы ла күҙ йәштәрен түкмәйенсәяҙа алмайым, яҡындарымдың барыһы ла кисә генә күргән кеүек күҙалдында тора.

Бер ғаиләнән – биш фронтовик!
Беҙҙең Ҡанаҡай ауылынан (Ишембай районы) Бөйөк Ватан һуғышында 162 кеше ҡатнаша, 74-е әйләнеп ҡайтмай. Һәләк булыусылар араһында
колхоз рәйесе Павел Кузнецов, тәүге колхозсылар Ғизетдин Кәримов, Сәғит Абыҙгилдин, олатайым Фәтҡулла Баймөхәмәтов һ.б. бар.
Бөйөк Ватан һуғышында ғаиләләре менән ҡатнашыусылар араһында өләсәйем Нәсихә һәм олатайым Фәтҡулла Ҡолмөхәмәтовтар ғаиләһе
лә бар. Ҡолмөхәмәтовтарҙан һуғышта бөтәһе биш кеше ҡатнаша һәм был ауылыбыҙҙағы берҙән-бер уникаль күренеш. Олатайым Фәтҡулла
Рокоссовский армияһында разведчик булып хеҙмәт итә. Сираттағы бер операциянан ҡайтҡанда батырҙарса һәләк булғас, башта уны хәбәрһеҙ
юғалғандар исемлегенә индерәләр. Ауылға “ҡара ҡағыҙ” килә... Тик һуғыштан һуң ғына ҡустылары Яҡуп Ҡолмой менән Хисмәтулла һәм оло улы Рәхмәтулла
Ҡолмөхәмәтовтар юллап, уның 1943 йылдың 12 октябрендә Белоруссияла Могилев өлкәһендә батырҙарса һуғышып һәләк булғанын белә.
Фәтҡулла олатайымдың исеме Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар исемлегенә ингән, ошо өлкәнең Ленин районына ҡараған Староселье ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Мин бала саҡта Яҡуп Ҡолмой менән Рәхмәтулла Ҡолмөхәмәтов бабайымдар унан һары тупраҡ алып ҡайтҡас, шундай ҙа тупраҡ була икән,
тип шаҡ ҡатҡайнылар... Фәтҡулла олатайым һуғышҡа Ғәйфулла, Рәхмәтулла исемле ике улы менән бергә китә, кинйә улы – атайым Мотиғулла Фәтҡулла улы иһә 1942 йылда китә, сөнки йәше етмәй тора. Оло улы Ғәйфулла мәктәптә эшләгән еренән һуғышҡа алына, башта ул Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында һуғыша,
һуңынан яҙмыш уны алыҫ Югославияға ташлай: унда Ғәйфулла Ҡолмөхәмәтов партизан була. Тыуған яҡҡа 1945 йылда офицер дәрәжәһендә әйләнеп ҡайта,
һуғыштан һун Ҡанаҡай мәктәбендә хеҙмәт дәрестәрен уҡыта. Фәтҡулла олатайымдың икенсе улы Рәхмәтулла десант ғәскәрҙәрендә
һуғыша, дошман тылына “тел”гә йөрөй, сослоғо һәм ҡыйыулығы өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены, тиҫтәләгән хәрби миҙалдар менән наградлана. Һуғыштан
һуң Рәхмәтулла Өфөлә төпләнә, юғары техник белем алып, заводта инженер булып эшләй. Фәрихә еңгә менән Рөстәм, Азамат исемле ике
ул үҫтерәләр, тик ҡатыны иртә үлеп киткәс, өйләнмәйенсә, балаларҙы яңғыҙ үҫтерә. Улдарының икеһенә лә юғары белем бирә: Рөстәм Өфө авиация
университетын, Азамат Мәскәүҙә Халыҡара мөнәсәбәттәр институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай: бөгөн ул Сирияла Рәсәй Федерацияһының Ғәҙәттән тыш
һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе, бынан ике йыл элек Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән наградланды.
Фәтҡулла олатайымдың төпсөк улы атайым Мотиғулла Ҡолмөхәмәтов тураһында айырым һөйләп китәм. Һуғыш башланғанда уға 16 йәш тә
тулмай, шуға 1942 йылда бер йыл өҫтәп алып китәләр. Башта атайым Харьковта связистар курсында уҡый, унан Икенсе Украина фронтында Берлинғаса барып
етә, ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа хәрби миҙалдар менән наградлана. Болгария, Чехословакия, Румыния, Венгрия, Австрия, Югославия,
Германияны азат итеүҙә ҡатнаша, һуғышты Берлинда тамамлай. Атайым һуғыштан һуң колхозда эшләне, ауыл Советы депутаты, колхоз идараһының ревизия комиссияһы
ағзаһы булды, күп тапҡырҙар Мәскәүҙә ВДНХ-ла ҡатнашты, тырыш хеҙмәте өсөн “Почет билдәһе” ордены һәм башҡа хеҙмәт миҙалдары, ҡиммәтле бүләктәр
менән бүләкләнде. Ағаһы Яҡуп Ҡолмой уға арнап композитор Таһир Кәримов музыкаһына “Көтөүсе йырын”ижад итте.
“Штык менән дә, йыр менән дә һуғышҡан” яугир Фәтҡулла олатайымдың яратҡан бер туған ҡустыһы шағир Яҡуп Ҡолмой иһә – генерал Доватор етәкселегендәге
кавалерия дивизияһында һуғыша,илебеҙ йөрәге Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнаша, батырлығы өсөн Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм тиҫтәләгән хәрби миҙалдар менән наградлана. Әле һуғышҡа тиклем үк шағир булып танылған Яҡуп Ҡолмой “штык менән дә, йыр менән дә һуғыша”, яу тынған арала
яҙылған әҫәрҙәрен Ҡанаҡайҙа йәшәүсе атаһы Хәйруллаға (атайымдың олатаһы) һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Рәшит Ниғмәтигә ебәреп тора.
Һуңынан улар фронт шиғырҙарынан торған ике йыйынтыҡ булып 1942,1944 йылдарҙа үҙенән башҡа донъя күрә, 1944 йылда Я.Ҡолмойҙо үҙенән башҡа
СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар. Генерал Доваторҙың кавалерия дивизияһы немец танкыларына ҡаршы ҡылыс менән ташланған ҡаты һуғыш,
билдәле булыуынса, ни бары алты минут ҡына дауам итә һәм дивизия тотошлайы менән тиерлек һәләк була. Тере ҡалғандар араһында Яҡуп Ҡолмой ҙа була. Әгәр һәләк булһа, башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәте “Былбылым”, “Тонбойоҡ бүләк итмә”, “Һалдат йыры”, “Тыуған илем”, “Өфө вальсы” тигән классик йырҙар, сонеттар, поэмалар
һәм лирик шиғырҙар авторын юғалтҡан булыр ине. Фәтҡулла олатайымдың тағы ла бер ҡустыһы Хисмәтулла Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтов иһә башта Бәләбәйҙә
ойошторолған алты айлыҡ юғары политруктар курсында уҡый, артабан Калинин фронтының 373-сө уҡсылар дивизияһында татар-башҡорттар өсөн
нәшер ителгән “Алға, дошманға ут ас!” (“Вперед, бей врага!”) тигән фронт гәзитендә тәржемәсе һәм хәбәрсе була, унда Шәйхи Маннур, Афзал Шамов,
М.Мәсғүт кеүек татар яҙыусылары менән эшләй. 1943 йылда Калининград өлкәһе ауылдары һәм ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, ”Батырлыҡ өсөн” миҙалы
менән наградлана. Һуғышта һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булыу, ямғырлы-ҡарлы һыуыҡтарҙа окоптарҙа ҡуныу арҡаһында умыртҡа туберкулезы сирен йоҡтора һәм ҡаты ауырый. Ялан госпиталендә дауаланыуҙың файҙаһы булмағас, 1943 йылдың көҙөндә II группа инвалидлығы биреп, уны ҡайтарып ебәрәләр.
Һуғыштан һуң Х. Ҡолмөхәмәтов яратҡан эшенә – гәзиткә ҡайта: 1943-1948 йылдарҙа “Ҡыҙыл Башҡортостан”да ауыл хужалығы бүлеге мөдире була, ләкин
Сталиндың һуғыштан һуңғы йылдарҙағы репрессияһына эләгә: юҡ ғәйептәрҙе бар итеп тағып, уны Воркутаға шахтаға ебәрәләр. Сталин үлгәндән һуң аҡлана,
яңынан эшенә ҡайтарыла. “Совет Башҡортостаны” (“Башҡортостан”) гәзитендә ул 1953-1965 йылдарғаса эшләп хаҡлы ялға сыға, ләкин эшләүен,
яҙышыуын дауам итә. Тырыш хеҙмәте өсөн «Почет билдәһе» ордены (1970) һәм тағы ла дүрт хеҙмәт миҙалдары менән наградлана. Һаулығы ҡаҡшаған
булһа ла ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем яратҡан һөнәре – гәзиттән айырылмай, 75 йәшенә тиклем ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй. “Башҡортостан”
гәзите биттәрендә ул республикабыҙҙың эшһөйәр кешеләрен ҙурлай, илгә ирек яулаған яу батырҙарының үлемһеҙ образдары хаҡында очерктар, портреттар
ижад итә. Улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Ҡыҙыл Йондоҙ ҡаһарманы Муса Гәрәев, башҡорт атлылары дивизияһында һуғышҡан сержант Ғәбит Әхмәтов, артиллерист Ғимай Шәйәхмәтов, капитан Ғәли Бирҙин, танкист Зәйләғи Ноғманов, ябай һалдат Григорий Пулькин кеүек яҡташтарыбыҙ, башҡорт әҙәбиәтендә яҡты йондоҙ булып ҡалған яугир-журналистар Низам Ҡәрипов, Мостафа Садиҡов, Мәжит Буранғолов, Мөтиҡ Мәхмүтов һәм
башҡалар бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре Башҡортостан “Китап” нәшриәте нәшер иткән “Башҡортостан батырҙары” йыйынтығына ингән. Улар барыһы ла был
яҡты донъяла булмаһалар ҙа, китаптарҙа, беҙҙең хәтерҙәрҙә йәшәр әле...
Миләүшә ГОДБОДЬ (ҠОЛМӨХӘМӘТОВА),
Рәсәй Федерацияһы,
Башҡортостан Республикаһы
һәм Чехия Республикаһының
Журналистар союзы ағзаһы.
Чехия.
Яҡуп Ҡолмой
Һалдат йыры
Һайрай һандуғастары,
Һағындыра башланы.
Чигадай йыры
Мин белмәйем, әллә үҙең сибәр,
Әллә моңло һинең йырҙарың.
Әллә күҙең, әллә иркә һүҙҙәр
Иҫерттеләр егет уйҙарын.

Айырылыуға һуңғы йәдкәр итеп,
Ҡарап торам һинең йөҙөңә.
Ҡарап торам һине йәрем итеп,
Киткән саҡта һуғыш еренә.
Һин ҡарайһың, иркә күҙҙәреңдән
Нурҙар тама һинең йөҙөңә.
Сығаралмам һине күңелемдән,
Оноталмам һине ғүмергә.
Ваҡыт уҙа... Ахыры, минуттар ҙа
Һис белмәйҙәр егет уйҙарын...
Әгәр белһә, бәлки, бер урында
Туҡтап торор ине бер аҙым...

Һөйгән ҡыҙым, һөйһәң, бойоҡма һин,
Күтәрелеп ҡара үҙемә.
Иркә һүҙҙәр менән иркәлә һин,
Киткән саҡта һуғыш еренә.

Мин китәмен, һин дә минең менән
Уйҙарыма ултырып бараһың.
Ләкин бойоҡма һин, ҡанлы һуғыш
Айырыр тип юлдар араһын.

Мин китәмен, автоматым аҫып,
Һинең йәшлегеңде һаҡларға.
Һинең ҡайнар ғишығыңды алып,
Мөхәббәтең менән ҡайтырға.
1943 йыл.
Читайте нас: