Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Март 2020, 17:05

ОНОТОЛҒАН ҺУҒЫШ...

Совет-фин һуғышының 80 йыллығына арналаРедакциянан: Хәмит ИРГАЛИНды беҙ тәү сиратта драматург тип беләбеҙ. Ә бит ул яҙмалары аша киң ҡатлам уҡыусыһына оҫта тарихсы-публицист булараҡ таяҡшы таныш. Автор башҡалар күрмәгәнде күрә белеүе, тарихты ентекләп, ваҡ ҡына деталдәренә тиклем иғтибар итеп өйрәнеүе, шул деталдәрҙе йөрәге аша үткәреп,уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыуы менән алдыра. Илебеҙ тарихында ҡанлы һәм шанлы йылдар-ваҡиғалар күп булған – уларҙың береһен дә оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Гәзит уҡыусыиғтибарына Хәмит ағайҙың шундай “онотола барған” һуғыштарҙың береһе хаҡындағы яҙмаһынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Ә беҙҙең еңеүебеҙ ун тапҡыр еңелеүгә бәрәбәр ине...
“...Империалистар бер ни тиклем уңышҡа Финляндияла өлгәшә алдылар. Улар 1939 йыл аҙағында фин реакционерҙарын (?!) СССР-ға ҡаршы һуғышҡа һөсләтеүгә ирештеләр. Англия менән Франция финдарҙы ҡоралландырҙылар һәм үҙ ғәскәрҙәрен ярҙамға ебәрергә әҙерләнделәр. Фин реакционерҙарына Германия фашизмы ла йәшерен ярҙам күрһәтте. Фин ғәскәрҙәренең еңелеүе Англия һәм Франция империалистарының пландарын
өҙҙө. Финляндия менән СССР араһындағы һуғыш 1940 йылдың мартында Мәскәүҙә солох төҙөү менән тамамланды.” (История Коммунистической партии Советского
Союза. Изд. 5-е, доп., М. Политиздат. 1979. 800 с., 450-се бит.)
...Әҙәбиәттә совет-фин һуғышына бирелгән күләм, аптыраһаң-аптырамаһаң да, бына ошонан ғибәрәт, йәмәғәт. Уны бер академиктан, һигеҙ тарих һәм философия фәндәре докторҙарынан, өс профессорҙан торған авторҙар коллективы яҙған.
Заманында КПСС тарихы абруйлы дәреслектәрҙән һаналды. Партия уҡыуҙары системаһынан тыш ул юғары уҡыу йорттары программаһына ла индерелгәйне. Студент, һайлаған һөнәре менән бергә тәүге курстан уҡ КПСС тарихын өйрәнә һәм икенсе курс аҙағында уның буйынса дәүләт имтихандарын тапшырып ҡуя ине. Тәү ҡарамаҡҡа шундай күләмле һәм төрлө күренгән әҫәрҙә, белгән кешегә ил тарихында мәңге һулҡылдар яра булып ҡалған ҡыҫҡа, мәгәр хәтәр Совет-фин һуғышына ни бары өҫтә күрһәтелгән бер абзац бирелгән. Юғалтыуҙар буйынса был һуғыш ил тарихында иң ҡот осҡос һуғыш. Монгол ябырылыуынан башлап, хатта фашистик Германия менән һуғышҡа тиклем юғалтыуҙар нисбәтенең (һүҙ мотлаҡ нисбәт тураһында ғына бара) башҡа һыймаҫлыҡ айырмаһын күргән осраҡтар булманы. Финляндияның баш һалыуы еңеүгә торошло, ә беҙҙең еңеүебеҙ ун тапҡыр еңелеүгә бәрәбәр ине, минеңсә.
1939 йылдың сентябрендә, барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, Германия менән СССР-ҙың Польшаны бүлешеүҙәренән
Европала Икенсе бөтә донъя һуғышы башланды. 1939 йыл авгусында төҙөлгән Молотов-Риббентроп йәшерен протоколына ныҡ таянып, СССР Балтика буйы илдәренә дәғүәләренә яңынан башланы. 1940 йылда Литва, Латвия, Эстонияны үҙе менән хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙамлашыу пакттары төҙөргә мәжбүр итте. Пакттар артынса был илдәрҙең хәүефһеҙлеген, именлеген һаҡлау һылтауы менән ғәскәр керетте. СССР Финляндияға ҡарата бер ни тиклем икенсерәк мөнәсәбәт күрһәтте. 1939 йылдың 30 ноябрендә. Һуғыш иғлан итеп тормаҫтан, совет авиацияһы Хельсинки һәм Випури (бөгөнгө Выборг ҡалаһы) ҡалалары өҫтөнә ябырылды. Тыныс тормош хөкөм һөргән кварталдар өҫтөнә меңәрләгән бомба яуҙы. Ике ил сигендә совет артиллерияһы канонадаһы геүләне...
Польшаны бүлешкәндән һуң СССР Германиянан ҡурҡҡандандыр, үҙ позицияларын Балтикала нығытырға тотона. Латвия, Эстония һәм Литва менән үҙ-ара ярҙамлашыу пакттары төҙөгәндән һуң, был илдәргә тиҙ арала яҡлау һәм һаҡлау һылтауы менән урыҫ ғәскәрҙәре керетелә (октябрь – ноябрь). Карела муйынының (Карельский перешеек) көньяҡ өлөшөн һәм башҡа мөһим утрауҙарҙың континенталь территорияһын өлөшләтә оккупацияларға дәғүә итеп, СССР шундай үҡ килешеүҙе Финляндиянан да талап итә. Финляндия, был талаптарҙы кире ҡағып, үҙ сиктәре буйынса ярайһы олоғайған (72 йәш, авт.), мәгәр талантлы хәрби начальник, өс һуғыш ветераны, маршал барон Карл Маннергейм етәкселегендә көстәр мобилизациялай. СССР фин ғәскәрҙәрен кисекмәҫтән сиктәрҙән алыуҙы талап итә.
1939 й., 30 ноябрь. Хельсинки һәм Випуриҙы бомбаға тотоу. Совет һауа һөжүме һуғыш иғлан итмәйенсә, һуғыш хәрәкәттәренең башланыуы була.
1939 й., 30 ноябрь – 15 декабрь. Рәсәйҙең бәреп инеүе. Миллион кешегә
яҡын армия көнсығыштан, көньяҡ – көнсығыштан, шулай үҡ Фин ҡултығы аша десант менән Финляндияға бәреп керә. Уға һикһән проценты мобилизацияланған резервистарҙан торған 300 мең кешелек финдар көсө ҡаршы тора. Көньяҡ ярҙарға бөтә һөжүмдәр ҙә кире ҡағыла. Төньяҡта совет колоннаһы Пежамо
ҡалаһын ала һәм көньяҡҡа йүнәлә, тик йыраҡ китә алмай – туҡтатыла. Карела муйынына кергән һөжүм итеүсе көстәр ҡара урмандар менән уратылған,
соҡорло-саҡырлы асыҡ урындарҙа үҙара бик оҫта тоташтырылған, Беренсе донъя һуғышы замандарында төҙөлгән ялан нығытмалары системаһынан – Маннергейм һыҙатынан (линия Маннергейма, авт.) – ҙур юғалтыуҙарға дусар ителеп артҡа сигендерелә. Икенсе совет колоннаһы көнсығыш һәм Үҙәк Финляндияның күлдәргә бай, урманлы, ҙур төбәгенә һөжүм итә. Уға урмандарҙа үҙ-аллы эш итергә күнеккән һан яғынан батальондан да артмаған, ҡайһы берҙә унан да әҙерәк айырым, йылғыр оборона көстәре ҡаршы тора. Ҡалын ҡар, сатлама һыуыҡтар фин ғәскәренә тәьҫир итә алмай. Барыһы ла оҫта саңғысылар, йылы кейенгәндәр.
Советтар туҡталып ҡала
Совет һауа рейдтары йүнле һөҙөмтә бирә алмай, коммунистарҙың “бишенсе колоннаһы” әүҙемлеге ҡаҡшай.
1939 й., декабрь – 1940 й., ғинуар. Көнсығыш Финляндияла 163-сө Совет дивизияһы ике колоннаға бүленеп Суомиссалми ауылына илткән тар урман юлы менән хәрәкәт итә. Ҡалын ҡар хәрәкәт итеүҙе ҡыйынлаштыра.
Ҡырҡ градуслы һыуыҡтар Украинанан килгән һәм тейешенсә кейендерелмәгән кешеләрҙең үҙәгенә үтә. Аҡ маскхалаттар кейгән саңғылы фин граждандар гвардияһы Советтарҙың флангыһына эйәреп шым ғына килә һәм обоз транспорттарына, ялан күхняһына ата. Совет колонналары ауыл янында ҡушылалар, шунан рекогносцировка
(хәрби телдә һуғыш хәрәкәте башлар алдынан разведка ярҙамы менән дошмандың ҡайҙа урынлашыуын, ҡеүәтен билдәләү; урын үҙенсәлектәрен тикшереү, авт.) үткәрергә туҡтайҙар (7-11 декабрь). Үҙ артиллерияһының килеп еткәнен көтөп тә тормаҫтан, 9-сы фин дивизияһының кавалерия часы 11 декабрҙә уларҙы атакалай. Урыҫтар ауылда ныҡ тора, әммә уларҙың ике тәьминәт маршруттарының барыһы ла блокадаланған, засадалар менән томаланған булыу сәбәпле, ярҙамһыҙ
ҡалалар. 44-се моторлаштырылған Совет дивизияһы 163-сө дивизияға ярҙамға килеп ҡарай, ләкин үҙҙәре ополченецтар тарафынан туҡтатыла һәм Суомиссалми
ауылынан 5 миль алыҫлыҡта ҡаҙынып оборонаға күсәләр. Раштыуа байрамы алдынан ике дивизия ла асырғанып, ҡамауҙан сығырға маташып ҡарай.
Артынан ярҙамға артиллерияһы килеп еткән 9-сы фин дивизияһы 27-30 декабрҙә 163-сө Совет дивизияһына һәйбәт планлаштырылған һөжүм яһай һәм уны юҡ итә. Унан һуң 1-8 ғинуарҙа финдар советтарҙың 4-се дивизияһына ҡаршы китәләр, уны ваҡ төркөмдәргә тарҡаталар, һөҙөмтәлә барыһын да берәм-берәм юҡ итәләр. Советтарҙың 27 мең 500 кешеһе һәләк була йәки туңып үлә. Ике дивизияның 50 танкыһы, артиллерияһы һәм кәрәк-яраҡтары менән бергә 1300 яугире әсир алына. Финдар 900 кешеһен юғалта, 770-е яралана.
Финляндия баш һала
1940 й., 1 ғинуар – 1 февраль. Совет ғәскәрҙәре составын үҙгәртеп ҡороп ҡарайҙар (перегруппировка). Көнсығыш сиктәрҙең 6 өлкәһендә Совет авангарды ҡот осҡос юғалтыуҙар кисерә – бер дивизияны һәм танк бригадаһын финдар ҡулдарына төшөрә, уларҙан тыш тағы ла 3 дивизия тар-мар ителә. Юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, Советтар фин ғәскәрҙәре иң күп тупланған Маннергейм һыҙаттарын штурмлауға әҙерләнә. Ошо мәлдә Франция менән Англия Финляндияға ярҙамға ҡеүәтле экспедицион (алыҫ ерҙәрҙә хәрби операциялар үткәреүсе ҙур булмаған частәр, авт.) көстәр ебәрергә йыйына, тик нейтраль илдәр булғандарына күрә, Норвегия менән Швеция уларҙы үҙ ерҙәре аша үткәрмәй.
1940 й., 1 – 13 февраль. Маннергейм һыҙаттарын штурмлау. Ерҙә артиллерия уты, һауанан авиация ярҙамында 54 дивизиянан торған 7-се һәм 13- сө армиялар көнөнә 4-5-әр тапҡыр Маннергейм һыҙаттарына өҙлөкһөҙ атакалар башлай. Һөжүм итеүселәр тулҡын-тулҡын булып оборона тотоусыларҙың рәхимһеҙ уты аҫтына ташлана. Ниһәйәт, 13 февралдә Суммы эргәһендә оборона һыҙығын өҙөүгә өлгәшелә. 1 мартта финдарҙың уң ҡанаты һәм үҙәк өлөшө Випуриға табан сигенә.1940 й., 12 март. Финляндия баш һала. Уның бөтә хәрби көстәре сарыф ителгән, сит илдәрҙән ярҙамға өмөтө юҡ. Советтарҙың солох шарты ғәмәлдә элеккесә ҡала. Ләкин был ваҡиғаларҙан шуныһы бигерәк тә үкенесле: һуғышта финдарҙың 25 мең кешеһе һәләк була, 43 меңе яралана. Советтарҙың юғалтыуы иһә бер ҡасан да хәбәр ителмәне. Әммә яҡынса күҙаллауҙар буйынса ла 200 меңләп кеше харап ителгән, 400 меңләбе яраланған тип иҫәпләргә мөмкин...
Онотмайбыҙ
“Эй, ғүмерҙең һуңғы сәғәте,
Һин миңә лә шулай күкрәп кил!
Батырҙарын иҫкә алған саҡта
Онотмаһын мине лә Тыуған ил!”
Мәлих Харис.

Фашизм менән көрәшкәндәрҙең иҫәндәренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәбеҙ. Һәләк булғандары тураһында меңәрләгән әҫәрҙәр яҙылған, меңәрләгән фильмдар төшөрөлгән, музейҙар асылған. Ҡалаларҙа ғына түгел, ауыл һайын обелисктар ҡуйылған, мөһабәт һәйкәлдәр ҡойолған, исемдәре мәрмәр таштарға уйылып яҙылған. Билдәлеләрҙең ҡәберен тәрбиәләп тотабыҙ, билдәһеҙҙәренең ҡәберҙәрен әле булһа юллайбыҙ. Үҙебеҙҙә генә түгел, алыҫ илдәрҙә ятып ҡалғандарҙың ҡәберенә барып баш эйәбеҙ. Һәр яҙҙа Еңеү көнөндә, һәйкәлдәргә сәскәләр һалабыҙ, данлап йырлайбыҙ, салют бирәбеҙ. Тыныс йоҡлайҙарҙыр, онотмайбыҙ. Бер дәғүәм дә юҡ, тик бына фин
һуғышы батырҙарын ғына оноттоҡ. Баштарын һалған сирек миллион шаһитты кисергеһеҙ дәрәжәлә оноттоҡ. Улар ҙа бит “батырҙарын иҫкә алған саҡта” Тыуған илдең онотмауын теләгәндер. Бик теләгәндәрҙер. Улар хаҡында әҫәрҙәрҙе аҙ яҙабыҙ, фильм төшөрмәйбеҙ, һәйкәл ҡуймайбыҙ. Еңеү көнөндә телгә алмайбыҙ. Ерләнгән һәм
ерләнмәгән, ҡышҡы урмандарҙа ҡарға күмелеп ятып ҡалған; яҙын, ҡарҙар иреп, аҫыл һөйәктәре һаҙлыҡтарға йотолған, йылға-күлдәр төбөнә киткән; йәйен
шырлыҡтарҙа үлән, үҫентеләр менән ҡапланған арзан, әрһеҙ, үкһеҙ һалдат бөгөн нисек йоҡлай икән?..
Читайте нас: