Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Март 2020, 18:05

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Беҙҙең быуынға тыныс күк, бәхетле бала саҡ бүләк иткән оло быуын кешеләре, ветерандарыбыҙ арабыҙҙа йылдан-йыл һирәгәйә бара. Бөйөк ватан һуғышыбашланғанда минең өләсәйем Клара Ҡолонбаева сәнгелдәктә генә булған. Уның атаһы Әғзәм Ҡолонбаев Күгәрсен районы Ҡаҙир ауылының иң оҫтаумартасыһы, урманды үҙ иткән кешеләрҙең береһе булып дан алған. Үтә лә тыныс, йыуаш, кешегә ғүмерҙә ауыр һүҙ әйтмәгән ҡарт олатайға ла фронтҡа саҡырыу ҡағыҙыкилә. Өләсәйҙең әсәһенә: “Булдыра алырмынмы, мин бит кешегә түгел, себенгәлә теймәйем. Ярай, ил күргәнде бергә күрербеҙ”, – тип юлға сыға...

Һуғыш, иҫләмәҫ тә инек һине, тик оноторға хаҡыбыҙ юҡ, ти ҡәҙерле кешем. Өләсәйемде әсәһе һарыҡ фермаһына төнгө ҡарауылға бергә эшкә алама фуфайкаға урап йөрөтөргә мәжбүр була, сөнки аслыҡтан ике туғаны улеп ҡала.
Ҡышҡы әсе һыуыҡтарҙа ферманың һарай башында бер алама фуфайканы икәүләп ябынып яталар, өшөүҙәрен, асығыуҙарын, төндәрен олоған бүреләрҙе ҡурҡытам тип, таң атҡансы тимергә һуғыуҙары хаҡында өләсәйем әле лә илап-илап һөйләй. Уның һөйләгәндәренән
бер китап яҙырлыҡ бит: “Төн, һарыҡ бәрәсләгән. Аһ, алтын тапҡан кеүек бына әсәй тимер көрөшкәгә һарыҡты һауа. Үҙе илай, күпме рәхмәттәр әйтә Хоҙайға һәм,
тын ҡалып, тирә-яғын ҡарай. Бригадир күреп ҡалмаһын, юғиһә, эштән ҡыуыр! Көрөшкәләге һөттө балаға эсерә...”
Аслыҡтан балаһын һаҡлар өсөн ҡарт өләсәйем көндөҙ башҡа колхоз эшенә лә йөрөй. Өмөтөн өҙмәйенсә ҡарт олатайҙы көтә. Әммә, бер хаты ла килмәй шул. Йылдар үтә, ҡарт өләсәйем тыныс тормошта балаларының изгелегендә донъя ҡуя, ә беҙҙең өләсәйебеҙ үҙенең атаһын хәбәрһеҙ юғалды тип белә.
Һәм... бына ниһайәт, “Ашҡаҙар” гәзите хәбәрсеһе Эльдар Фәттәхов ярҙамы менән үҙебеҙҙең олатайыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр алдыҡ һәм уның 1943 йылдың февралендә вафат булғанын белдек. Әммә, ҡайһы ҡалала ерләнгәнен әле булһа эҙләйбеҙ. Беҙҙең маҡсат: ҡарт олатайҙың ҡәберен табып, барып күреү.
...Өләсәйемдең һырлы ҡулдары мине иркәләгәндә бер ни менән дә сағыштырмаҫлыҡ уйҙар кисерәм, уның теләктәре лә һәр саҡ изге, гел ҡабул була. Ҡәҙерле кешемдең өлөшөнә төшкән һынауҙарға ҡая таш та сыҙамаҫ һымаҡ. Етемлек, ҡыйырһытыуҙар, аслыҡ, өшөп-туңыуҙар һәм, иң үкендергәне – “Атай” тип әйтергә зар-интизар булып йәшәү! Миллиондарса йәтимдәрҙең йөрәгендәге әрнеүҙе баҫа алырлыҡ дауа бармы икән?
Гөлдәниә ҒАЙСИНА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы
студенты.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: