Хушлашыу урыны һәм ваҡыты әлегә билдәһеҙ.
Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин 1948 йылдың 1 авгусында Башҡортостандың Илеш районында тыуған.
1966-1968 йылдарҙа Илеш районы гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән. 1973 йылда Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған.
1973-1977 йылдарҙа — «Йәш ленинсы» гәзите хәбәрсеһе. 1977-1983 йылдарҙа — «Ҡазан уттары» редакцияһында бүлек мөхәррире, аҙаҡ яуаплы секретарь, 1983-1986 йылдарҙа — Татарстан телевидениеһының баш мөхәррире. 1986-1995 йылдарҙа —«Йәш ленинсы» гәзитенең баш мөхәррире (1990 йылдан — «Һабантуй»).
1995-2014 йылдарҙа — Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаты.
Татар, рус һәм башҡорт телдәрендәге 40-ҡа яҡын китап авторы. Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Татарстан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.