Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Хәтер
29 Апреля 2020, 17:00

РИФ АҒАЙҘЫ ХӘТЕРЛӘП...

Башҡортостан шағир, сатирик, журналист, тәржемәсе, бик күп йырҙар авторы Риф Мифтахов менән хушлашты. Билдәле булыуынса, Риф Фәйзрахман улының йөрәге 22 апрелдә тибеүҙән туҡтаны, уға һикһән йәш ине.

Шағир сығышы менән Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан. Төрлө йылдарҙа “Баш-ҡортостан” гәзитенең махсус хәбәрсеһе, Баш-ҡортостан “Китап” нәшриәте редакторы булып эшләне, “Ағиҙел”, “Һәнәк” журналдарында, Мәҙәниәт министрлығында, телерадио өлкәһендә хеҙмәт итте.
Уның “Өскөл хаттар”, “Мөхәббәт уты”, “Күҙ йәштәре”, “Арғымаҡ сапһын оҙаҡ” исемле һәм башҡа тиҫтәнән ашыу китаптары донъя күрҙе.
Риф Мифтахов – Башҡортостандың атҡа-ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай районының почетлы гражданины ине.

Һеҙҙең иғтибарға уның телебеҙ хаҡында рухла-нып та, ғорурланып та, әсенеп тә яҙған “Мираҫ” исемле шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ
ҡәҙерле булыр.
Башҡорт халыҡ мәҡәле.
Тыуғанымдан киткәнемә тиклем –
Ғүмер буйы йыйған милкемде,
Улым,ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын
Иң ҙур мираҫ – туған телемде.
Ул да миңә әсәй-атайымдың
Иң берҙән-бер ғәзиз мираҫы,
Ул да һеҙгә ғүмер буйы ерҙә
Һулар һауа кеүек булһасы.
Мең йыл буйы халыҡ аҡылының
Мең тылсымын йыйған хазина,
Юҡ, һатылмай, сөнки мөмкин түгел
Баһа ҡуйыу уның хаҡына.
Күкрәк һөтө, бишек йыры менән
Ингәндә ул йәнде имләгән,
Юҡҡамы ни кеше туған телен
Тыуған иле менән тиңләгән.
Яратҡанда – бал-май булып тамған,
Нәфрәттәрҙә – уҡтай ҡаҙалған.
Быуаттарҙың гөлө һәм теленән –
Халыҡ яҙмышынан яралған.
Туған телдә күпме сәсән, шағир
Йырға һалған яҡты өмөтөн.
Быуындарҙан быуындарға биргән
Байраҡ итеп – моңон, хаҡ һүҙен.
Халҡым барҙа – туған телем булыр,
Тик һеҙ уға ғәмһеҙ булмағыҙ.
Яҙыҡ булыр әгәр үҙегеҙҙе
Аманаттан өҫтөн ҡуйһағыҙ.
Тынғы белмәҫ йәнем... Ошо ерҙән
Мин киткәс тә уйҙа ятырмын.
Ейәндәрем туған телен белһә,
Һөйләшергә кире ҡайтырмын.
Олатайҙарҙан, әсәйемдән алған –
Ғүмер буйы йыйған милкемде.
Улым,ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын
Бөйөк мираҫ – туған телемде.
Читайте нас