Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Май 2020, 20:10

Халыҡ һине онотмай

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ драма театры артисы Азамат Хәлиловҡа 50 йәш тулған булыр ине...Тик уға ошо матур юбилейын гөрләтеп билдәләргә яҙмаған шул. Теүәл бер йыл элек яратҡан актерыбыҙ башҡорт театр донъяһын тетрәндереп яҡты донъянан китеп барҙы...

Азамат Самат улы 1970 йылдың 3 майында Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуған. 1991 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлеген (Рифҡәт Исрафилов курсын) тамамлағандан һуң сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәт юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында башлай. 1992 йылдың мартында Азамат Хәлилов Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрына эшкә килде. Бында эшләй башлағандың тәүге көндәренән үк үҙен талантлы, өмөтлө актер булараҡ танытты.
Стәрлетамаҡ театры сәхнәһендә ул 30-ҙан ашыу төрлө-төрлө образдар ижад итте. Азамат Хәлилов театрҙың иң сағыу актерҙарының береһе ине. Булмышы менән көр күңелле, тәбиғәттән бирелгән темпераменты менән айырылып торған актер һәр яңы роле аша тамашасы күңелен яуланы. Республика театр фестивалдәрендә эксперттар уның эше юғары баһаланы. 2003 йылда уҙған “Театр яҙы” фестивалендә Мөхтәр Шахановтың “Упҡын ситендә” спектаклендә Сыңғыҙхан ролен башҡарып, Азамат Хәлилов фестивалдең дипломанты булды. Флорид Бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы”нда Боғанур, Рәмил Ҡол-Дәүләттең “Бермуд өсмөйөшө”ндә Самат, Фәтхи Бурнаштың “Йәш йөрәктәр” комедияһында Хәйретдин, Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары” комедияһында Абдулла һәм бик күп ролдәре менән тамашасы йөрәген арбаны. Һәр башҡарған образын ҙур оҫталыҡ менән йөрәк түренән сығарып ижад итә ине ул. Карпенко Карыйҙың «Бәхетһеҙ мөхәббәт»ендә Гнат, Т. Уильямстың «Роза тамғаһы» драмаһында Джек, Уильям Шекспирҙың «Ричард III» әҫәрендә Лорд Бекингем, Хәмит Иргалиндың «Инә бүре ҡарғышы»нда Тереғол һәм бик күп ролдәре менән иҫтә ҡалды.
Башҡорт атлыларының ҡаһарман ғәскәр башлығы 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижғаса барып еткән Ҡаһым образы Азамат Хәлилов башҡарған иң сағыу ролдәрҙең береһе булды.
Азамат Хәлиловтың ҡатыны Зөлфиә Хәлилова – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡыҙы Зилиә Ситдиҡова – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артисы. Хәлиловтар ғаиләһе сығыштары «Күңелле йәшәйбеҙ» тележурналы, «Башҡортостан» киностудияһы телефильмдары аша ла беҙгә яҡшы таныш.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азамат Хәлилов тағы әллә күпме ҙур исемдәргә лайыҡ шәхес ине. Тик үкенескә ҡаршы, күпме уйналмаған ролдәре ҡалды. Халыҡ һине онотмай, рухың шат булһын, тыныс йоҡла, яратҡан актерыбыҙ! Тамашасыларыңдың һөйөүе хәйер-фатихалар булып барһын!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас