Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Хәтер
8 Мая 2020, 16:00

Ҡаһарман иҫтәлегенә

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,Бер битеңдә – моңһоу ай һаман,Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,Бер күҙеңдән әсе йәш тама...(М. Кәрим “Билдәһеҙ һалдат”).

Тыуған төйәгебеҙҙе нурлап яҙ килә. Май беҙгә көләс ҡояшы, йылы көндәре, наҙлы һулышы менән генә түгел, ә, бәлки, еңеү байрамы булыуы менән ҡәҙерлелер.
Быйыл 9 Майҙа Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйбеҙ. Был көндө, атабабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтара.
Кешелек тарихындағы ҡан ҡойғос һуғыш 1945 йылдың 9 Май көнөндә совет иленең, шулай уҡ беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың еңеүе менән тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы көндәре йылдар үткән һайын беҙҙән алыҫлаша. Ләкин халҡыбыҙҙың фашизм менән тиңһеҙ көрәштәге батырлыҡтары көндән-көн яҡтыраҡ сағыла.
Беҙ, яңы быуын балалары, был дәһшәтле һуғыш тураһында ишетеп кенә йәки кинофильмдар ҡарап, китаптар уҡып, һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар айҡанлы ғына беләбеҙ. Әммә ләкин Тыуған илебеҙ өсөн ҡорбан булған һалдаттарҙы беҙ белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ. Был дәһшәтле һуғышта минең олатайым да ҡатнашҡан. Һәм киләһе яҙыуымды уның иҫтәлегенә бағышлайым.
Олатайым Фәтхлислам Мисбах улы Байбулатовтың яҙмышы бик ауыр һәм ҡатмарлы булған. Ул 11 йәшендә генә етем ҡала. етемлектең бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә татыған... Уның улы, кесе олатайым һөйләүе буйынса, Яманһары баҙарына алып сығып, Нияҙғол исемле байға малайлыҡҡа биргәндәр. Бай аттың ҡойроғона бәйләп уны наҙар ауылына алып ҡайта, һуңынан инде, ауылдағы ихтирамға лайыҡ булған Ғәтиә исемле инәй, йәтим малайҙы йәлләп, үҙенә аҫырауға ала. Өй эштәрендә олатайым Ғәтиә инәйгә оло ярҙамсы була. Буш ваҡыттарында яратып китап уҡый. Олатайымдың уҡыу һәләттәрен күреп, Ғәтиә инәй Ырымбур ҡалаһындағы Ҡаруанһарай мәҙрәсәһенә уҡырға бирә. Уңышлы уҡып бөтөп, ул Яманғол ауылына уҡытыусы булып ҡайта һәм Фатима Абдул ҡыҙы Ибраһимоваға өйләнеп, донъя ҡора. Береһенән береһе матур, аҡыллы сабыйҙары донъяға тыуа. Улар минең яратҡан, оло ихтирамға лайыҡ булған роза инәйем һәм раил бабайым.
Олатайым ауыл мәктәбендә балаларға белем бирә, ә инде өләсәйем өй эштәре мәшәҡәте һәм балалар менән булыша. Бәхетле тормош өсөн тағы нимә кәрәк һуң? әлбиттә, аяҙ күк йөҙө һәм иҫәнлекһаулыҡ. Бына шулай матур итеп донъя ҡороп йәшәп ятҡанда, 1941 йылдың 21 июнендә... Һуғыш!.. Һуғыш!.. Был һүҙ күпме ҡайғыхәсрәт, һыҙланыуҙар, һыҡтауҙар килтерә әҙәм балаларына. Күпме һалдаттар ҡорбан булып ятып ҡала яу яландарында, күпмеләре хәбәрһеҙ юғала... Һуғыштың тәүге көндәренән үк минең олатайым фронтҡа алына. Олатайым, Байбулатов Баязит Фәтхлислам улы һөйләүе буйынса, ул 1943 йылдың йәйгекөҙгө, ил яҙмышы өсөн хәл иткес һуғыштарҙың береһендә – днепр һуғышында ҡатнаша. днепр өсөн һуғыш, билдәле булыуынса, 26 августан 23 декабргә тиклем дауам итә, ә фронт 750 километрға һуҙыла. Ошо 4 ай эсендә беҙҙең яҡтан – 417 мең, ә фашистарҙан 1 миллион һалдат һәләк була. Донъя тарихында днепр өсөн барған алыш иң ҙур күләмле һәм аяуһыҙ һуғыштарҙың береһе булып һанала. Был дәһшәтһеҙ алышта 2 650 000 кеше ҡатнаша, 51 000 орудие, 2400 танк һәм 2850 самолет ҡулланыла. Алыш алдынан йылғаның уң яҡ ярына сығып, немецтарҙың нығытылған плацдармын яулап алырға, уларға яңы нығытмалар яһарға ирек бирмәҫкә тигән бойороҡ сығарыла. Ләкин был бурысты үтәү еңел булмай, сөнки немец армияһы, сталинградта хурлыҡлы еңелгәндән һуң, днепр буйлап 650 саҡрымға һуҙылған “Көнсығыш вал” нығытмаһын төҙөй. Гитлер, маҡтанып: “скорее днепр потечет обратно, нежели русские преодолеют его”, – тип сығыш яһай. Гитлер немец армияһын көсәйтеү өсөн Көнбайыш урыҫ фронтына иң алдынғы ғәскәрҙәрен күсерә. Беҙҙең командирҙар сафынан һөжүмгә инер алдынан, полкта асыҡ партия йыйылышы үткәрелеп, ошондай ҡарар ҡабул ителә: үлһәк үлербеҙ, днепрҙы кисеп сығырға! днепрҙың көнбайыш ярындағы дошман плацдармын яулап алырға һәм бер аҙым да сигенмәҫкә. Был бурысты үтәр алдынан йылғаны кисеү өсөн урындағы халыҡ ярҙамы менән бүрәнәләрҙән һалдар эшләнә, балыҡсы кәмәләре йүнәтелә. Башта разведка яһап, сығыу урынын билдәләйҙәр. 26 сентябрҙә эскадрон, дошманға һиҙҙермәйенсә, днепрҙы кисеп, йылғаның уң яҡ ярында фашистарҙың плацдармын яулап ала һәм уны артабан киңәйтеү өсөн һуғыш алып бара. Был алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн бөтәһе 2438 кешегә советтар
союзы Геройы исеме бирелә. днепр өсөн барған алышта минең олатайымдың да роле ҙур, сөнки ул элемтәсе була. Уның аяуһыҙ батырлығы тураһында беҙҙең ғаилә архивында документтар һаҡланып ҡалған. ...Олатайым йылғаны сыҡҡан ваҡытта отделение кәмәгә ултырып ҡуҙғалыуы була, дошман ауыр пушкаларҙан снаряд яуҙыра башлай. Кәмәнең тирәяғында һыуға төшкән снарядтар ярылып, һыуҙан кәбән кеүек һыу бағаналары күтәрелә. ҡот осҡос хәл, ә һаман да ҡыйыу һалдаттар алға йөҙә бирә. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, Байбулатов бәйләнеште тергеҙә... Яу тағы ла нығыраҡ көсәйә. дошманға сигенергә тура килә. Уттар ярып, һыу аша сығып, бер нисә километр самаһы үткәндән һуң, дошман пуляһынан олатайым яралана һәм октябрь аҙағында госпиталгә эләгә. Был алышта күрһәткән батырлығы өсөн ул “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” миҙалы менән наградлана. Уның аяуһыҙ батырлыҡтары хаҡында, хатта гәзит биттәрендә лә баҫылып сыҡты. Минең ҡаһарман олатайым еңеү көнөн Болгарияла ҡаршы ала. Тик 1946 йылдың көҙөндә генә тыуған еренә, ғаиләһенә әйләнеп ҡайта...
Беҙҙең ғаилә архивында “Ильич Юлы” гәзитенең 1970 йылдың 27 ғинуарында донъя күргән һаны һаҡланған. Ауыл хәбәрсеһе Ф. Сөләймәновтың минең олатайыма арналған “Уҡытыусы һәм тәрбиәсе” исемле мәҡәләһен уҡып, мин шуны әйтә алам: Фәтхлислам Мисбах улы яҡшы уҡытыусы һәм оҫта тәрбиәсе була. Ул үҙенең уҡыусыларында кесе йәштән үк Тыуған илгә һөйөү, хеҙмәткә намыҫлы ҡараш, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләгән. Пропагандасы ла, ауыл советы депутаты ла, Көйөргәҙе совхозының Чкалов исемендәге бүлексәнең халыҡ контроле төркөмө рәйесе лә була. Ауылдаштары алдында йыш ҡына докладтар һәм лекциялар менән сығыш яһаған. Быларҙың бөтәһен дә уҡытыусы, вазифа буйынса түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса, коммунист булыу тойғоһо менән эшләгән. Ул бөтә ауыл халҡына өлгө булып торған.
Минең олатайым шулай уҡ хеҙмәт ветераны, хеҙмәт стажы – 42 йыл. Ул оло ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ. Тәжрибәле, аҡыллы Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған, беҙҙең, Тыуған илебеҙҙең киләсәге хаҡына тырышып эшләгән. Минең өсөн ул батырлыҡ, хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы өлгөһө булып ҡаласаҡ. Шулай уҡ олатайым ғаиләлә тоғро, ышаныслы тормош иптәше һәм балаларына өлгө күрһәтерлек атай була. ете балаһы ла юғары уҡыу йортон тамамлай, ә инде минең бабайым – Раил Байбулатов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы. Минең күңелемдә олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы Ветераны, уҡытыусы, тәрбиәсе һәм бөйөк әҙип урынын алып тора.
Кәримә ИГБАЕВА.
23-сө мәктәп уҡыусыһы.
Читайте нас