Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Май 2020, 23:00

Беҙҙе һуғыш сыныҡтырҙы

Ир-егеттәр китте фронтҡа,Китте улар илде һаҡларға.Киләсәктә яҡшы тормош өсөн,Илде дошмандарҙан яҡларға.Улар китте еңеп ҡайтыр өсөн,Беҙ белмәнек ниҙәр эшләргә.Беҙгә оҙаҡ тура килде индеКолхоз баҫыуында эшләргә.Һуғыш беҙҙе сыныҡтырҙы,Өйрәндек беҙ төрлө һөнәргә.Мин мамыҡ шәлдәр бәйләнем,Әсәй өйрәнде сабата үрергә.Беҙ, балалар, бесән йыйҙыҡ,Апайҙар кәбән ҡойҙо.Беҙҙең арығаныбыҙҙыБеләктәр генә тойҙо.Шығыр-шығыр ҡарҙар ярып,Йөрөнөк беҙ утынға.Бер яғырлыҡ тал һөйрәнек,Өйҙәрҙе йылытырға.Апайҙар ураҡ уралар,Беҙ бәйләйбеҙ көлтәләр.Өйҙә ҡалған балаларыӘсәләрен көтәләр.Фашистар еңелде тип,Хәбәр килде ауылға.Ғәскәрҙәребеҙ бирешмәнеНемец асҡан дауылға.Еңеүгә бит беҙ шатландыҡ,Ильич уттары янды.Клуб, мәктәптәр асылды– Яңы тормош башланды.Бөйөк Еңеүгә бит – 75 йыл,Дошман алыҫта ҡалды.Еңеү фестивалендәЯҡташтар бүләк алды.Илдә тормоштар үҙгәрҙе,Һуғыш тарихта ҡалды.Ошо матур донъяларҙаЙәшәүҙәргә дәрт һалды.Ғәлимә ЙӘНБИРҘИНА-МӨХӘМӘТЙӘНОВА.

Ир-егеттәр китте фронтҡа,
Китте улар илде һаҡларға.
Киләсәктә яҡшы тормош өсөн,
Илде дошмандарҙан яҡларға.
Улар китте еңеп ҡайтыр өсөн,
Беҙ белмәнек ниҙәр эшләргә.
Беҙгә оҙаҡ тура килде инде
Колхоз баҫыуында эшләргә.
Һуғыш беҙҙе сыныҡтырҙы,
Өйрәндек беҙ төрлө һөнәргә.
Мин мамыҡ шәлдәр бәйләнем,
Әсәй өйрәнде сабата үрергә.
Беҙ, балалар, бесән йыйҙыҡ,
Апайҙар кәбән ҡойҙо.
Беҙҙең арығаныбыҙҙы
Беләктәр генә тойҙо.
Шығыр-шығыр ҡарҙар ярып,
Йөрөнөк беҙ утынға.
Бер яғырлыҡ тал һөйрәнек,
Өйҙәрҙе йылытырға.
Апайҙар ураҡ уралар,
Беҙ бәйләйбеҙ көлтәләр.
Өйҙә ҡалған балалары
Әсәләрен көтәләр.
Фашистар еңелде тип,
Хәбәр килде ауылға.
Ғәскәрҙәребеҙ бирешмәне
Немец асҡан дауылға.
Еңеүгә бит беҙ шатландыҡ,
Ильич уттары янды.
Клуб, мәктәптәр асылды
– Яңы тормош башланды.
Бөйөк Еңеүгә бит – 75 йыл,
Дошман алыҫта ҡалды.
Еңеү фестивалендә
Яҡташтар бүләк алды.
Илдә тормоштар үҙгәрҙе,
Һуғыш тарихта ҡалды.
Ошо матур донъяларҙа
Йәшәүҙәргә дәрт һалды.

Ғәлимә ЙӘНБИРҘИНА-МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
Читайте нас