Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно
Хәтер
8 Мая 2020, 13:05

БЕР ҠАСАН ДА ОНОТОРЛОҠ ТҮГЕЛ!

Ҡалабыҙ Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерә…Бөйөк Еңеү хаҡы нисә миллион кеше ғүмере торғанын бөгөн дә аныҡ ҡына әйтеп булмай. Совет осоронда был һан 20 миллион булһа, хәҙер 70 миллион тиҙәр. Беҙ уларҙың кемдәр икәнен һәм был ҡәһәрле һуғышта күпме ғүмер өҙөлгәнен бер ваҡытта ла асыҡлап бөтә алмабыҙ, ахыры. Ләкин уларҙың һәр ҡайһыһы беҙҙең, киләсәк быуындарҙың хәтерендә һәм йөрәгендә йәшәргә хаҡлы. Еңеүҙең 75 йыллығын үткәреүгә килгәндә, СССР тигән ҡеүәтле державаны тәшкил иткән, үҙгәртеп ҡороу елдәре башланып, бөгөн һәр ҡайһыһы айырым дәүләт статусына эйә булған элекке союздаш республикаларҙың ҡайһы берҙәрендә был датаға ҡараш та, Еңеүгә мөнәсәбәт тә төрлөсә булһа ла, Рәсәй халҡы өсөн ул – иң изге байрамдарҙың береһе.

Стәрлетамаҡ оборонасәнәғәт ҡеүәтен нығытыуға бар көсөн һала
Билдәле булыуынса, Башҡортостан халҡы ла Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. 1941-1945 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәре сафында республиканан 700 мең кеше (шул иҫәптән, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хәрби училищелар курсанттары) була, уларҙың 575 меңе һуғыш йылдары барышында мобилизациялана. 322 меңдән ашыуы яу яландарында ятып ҡала, 50 мең самаһы һуғыш йылдарында инвалидлыҡ буйынса ҡайтарыла. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 291 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 46 яугир – Дан орденының тулы кавалеры. Илебеҙҙең оборона-сәнәғәт ҡеүәтен нығытыуға ла республика ҙур өлөш индерә: һуғыш йылдарында бында 100 сәнәғәт предприятиеһы, тиҫтәләрсә госпиталь, үҙәк дәүләт органдарының бер нисәһе күсерелә, ошо осорҙа Башҡортостанда 60 хәрби подразделение төҙөлә. Стәрлетамаҡ та оборона-сәнәғәт ҡеүәтен нығытыуға бар көсөн һала.
1941 йыл. Һуғыш башланған көндә үк Стәрлетамаҡ ҡала хәрби коммисариатына фашизмға ҡаршы һуғышырға ебәреүҙәрен һорап 550 ғариза килтерелә. Һигеҙ көн эсендә 2500 кеше саҡырыла. ә 1 июлдән 1 авгусҡа тиклем 6639 кеше саҡырыу ала, шул иҫәптән 320 ҡатын-ҡыҙ ҙа фронтҡа китә. шулай уҡ һуғышҡа Стәрлетамаҡтан 121 автомобиль, 167 ат оҙатыла. 1941 йылдың авгусында медсестралар (шәфҡәт туташтары) курсы асыла. 15 декабргә 1600 койкалыҡ госпиталь әҙер була.
1942 йыл. Һуғыш башланғандан алып 1942 йылдың ғинуарына тиклем стәрлетамаҡтар тарафынан фронт оборонаһына 1096691 һум аҡса, 506000 һумлыҡ облигация ебәрелә. Комсомолдар инициативаһы менән “Комсомолец Башкирии” авиаэскадрильяһын булдырыуға 190000 һум аҡса йыялар. Бынан тыш 25 йыллыҡ уңайынан авиаэскадрилья төҙөү өсөн халыҡ үҙ иҫәбенән 50 мең һум аҡса йыя. Юғары баш командующийға: “Беҙҙең илебеҙ оборонаһына индергән өлөшөбөҙ немецфашист илбаҫарҙарын дөмөктөрөргә ярҙам итһен!” – тип рапорт бирә улар. Рапортҡа ҡала советы секретары Кизина, урам комитеты рәйестәре Ионова, әсәҙуллина, Дубанова ҡул ҡуйған булған.
1943 йыл. 1943 йылдың ғинуарына тиклем Стәрлетамаҡ 5575 эвакуацияланған граждандарҙы ҡабул иткән һәм һыйындырған, улар өсөн ике эвакогоспиталь булдырылған. 4660-сы номерлы эвакогоспиталь өс урында: 4-се мәктәптә, мәҙәни ағартыу училищеһында һәм К.Маркс менән Хоҙайбирҙин урамдары мөйөшөндәге район башҡарма комитеты бинаһында урынлашҡан булған. Беренсе ҡыҙыл тәреле тимер юл составы Стәрлетамаҡҡа 1942 йылдың 8 мартында килә һәм унда барлығы 200 яралы була. Икенсе 3660-сы номерлы госпиталь 1943 йылдың көҙөндә Выселкала 14-се мәктәп бинаһында урынлаша. Стәрлетамаҡ эвакогоспиталдәрендә һауығып сыҡҡандарҙың һаны йөҙәрләп иҫәпләнә. Ҡыҙыл Армияның Стәрлетамаҡта дауаланған яугирҙәре һәм командирҙары Бөйөк Ватан һуғышының яу яландарына кире юллана.
Үҙе һәм һуғышҡа киткән ике иптәше өсөн норма бирә!
Әйткәндәй, 1941 йылда Одессанан Стәрлетамаҡҡа 39-сы завод эвакуацияланған була, аҙаҡ был завод Ленин исемендәге завод тип йөрөтөлә. Станоктар эшләү заводы тарихында 1942 йылдың 9 июнендә нормаларын ике тапҡырға арттырып үтәгәндәрҙең конференцияһы була. шуныһы иғтибарға лайыҡ: конференцияға әҙерлек барышында һәр кем Хеҙмәт гвардеецтары форумында ҡатнашыусы мандатын алырға тырыша башлай. уның шарты алдан билдәле була: мандатҡа эйә булыр өсөн норманы 200 процентҡа һәм унан да күберәккә арттырып үтәргә кәрәк. Конференцияла 218 делегет ҡатнаша, шуларҙың 159-ы фәҡәт станокта эшләгәндәр! Сарала ҡатнашыусыларҙан 74 делегат – нормаларын 200-250 процентка, 32 кеше – 300 процентка, 26 кеше – 350 процентҡа, 5 кеше – 400 процентка, ә ике кеше 400 проценттан да арттырып ебәргән. Күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? “Артта ҡалыусылар”, йәғни нормаларын 130 проценттан 180 процентҡа тиклем үтәүселәр конференцияға индерелмәгән. уларҙы бик ҡаты тәнҡитләгәндәр. ә бер йылдан һуң заводта бары тик эштәрен 200 процентҡа башҡарыусы 400 кеше генә эшен дауам иткән. 1942 йылдың башында фронт бригадалары барлыҡҡа килә һәм үҙҙәрен бик яҡшы күрһәтә. Бригаданың һәр ағзаһы үҙе һәм фронтҡа киткән ике иптәше өсөн норма бирә. улар станоктар ғына түгел, снаряд корпустары ла етештерә. СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ заводы Ленин ордены менән бүләкләнә. Бер үк ваҡытта 35 эшсе, хеҙмәтсе һәм инженертехник хеҙмәткәрҙәрҙе лә бүләкләйҙәр. 1943 йылда завод 1991 станок, шул иҫәптән 243 махсус станок етештерә. РККА-ның 25 йыллығына стәрлетамаҡтар фронтка 6200 посылка оҙата.
1944 йыл. 1944 йылда ҡаланың сәнәғәт преприятиелары продукцияны 28 миллион һумға арттырып үтәй. Тулайым продукцияһы 1941 йылдан 1944 йылға тиклем 3 тапҡырҙан артып китә. Был үҫешкә яңы сәнәғәт предприятиеларын сафҡа индергәндән һуң ирешелә. 1944 йылда Ленин исемендәге завод 2837 станок етештерә. Фронтҡа киткән ираттар урынына ҡалала 5055 ҡатын-ҡыҙға һәм балаларға эш серҙәре өйрәтелә.
1945 йыл. Фашистар 1710 ҡаланы, 70 меңдән ашыу ауылды, 32000 сәнәғәт предприятиеларын, 98 мең колхозды, 1876 совхозды, 2890 МТС-ты, 6 миллион бинаны емергән һәм яндырған, 25 миллион кеше йорт-ҡураһыҙ тороп ҡалған. Был ҡот осҡос күренеш ғәмәли рәүештә Стәрлетамаҡҡа килеп етмәһә лә, һуғыш касафаты уны барыбер урап үтмәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Стәрлетамаҡ комсомолдары араһында хөкүмәт наградалары менән 90 ВЛКСМ ағзаһы бүләкләнгән, өлгөлө хеҙмәт өсөн өлкә комсомол комитетының Почет грамотаһы менән 18 комсомол-йәштәр бригадаһы бүләкләнә, ВЛКСМ өлкә комитетының Почет китабына 3 бригада индерелгән, Станоктар төҙөү наркомы приказы менән “Социалистик яршы алдынғылары” аттестатына 10 комсомол лайыҡ була.
Бөтә продукция – фронт өсөн
1942 йылда Стәрлетамакта Ленин исемендәге Станоктар төҙөү заводы, ОСМЧ-50 айырым төҙөүсе-монтаж часы, Тире эшкәртеү заводы, Мелькомбинат, Икмәк комбинаты, Химстрой, Араҡы заводы, “Башнефтеразведка” тресы, “Красный пролетарий” заводы, Ит комбинаты, Кислород заводы, урман заводы, Кирбес заводы, Тегеү фабрикаһы эшләй. Бөтә был предприятиелар һуғыш ваҡытына яраҡлаштырылған булған һәм фронт өсөн продукция етештергән. Барлыҡ ҡала сәнәғәте, шул иҫәптән урындағылары ла оборона өсөн эшләй. Станоктар төҙөү, “Красный пролетарий” заводтары, Тире, Тегеү, Аяҡ кейеме фабрикалары, Икмәк заводы, Спирт заводы, “Металлист”, “Интеграл”, “Ҡыҙыл партизан”, “Игла” артелдәре – улар барыһы ла фронт заказдары менән мәшғүл була. Бигерәк тә 1-се төркөм инвалиды Клавдий Иванович Можаев етәкселегендәге “Ҡыҙыл партизан” артеле айырылып тора. Артелдә 150-гә яҡын инвалид эшләй, улар фронт өсөн быйма баҫа, телогрейкалар, гимнастеркалар, тундар тегә.
Инвалидтар артеле ағзаларының патриотизмы шул тиклем юғары була, улар үҙ аҡсаларына хәрби самолет һәм танк һатып ала, шулай уҡ фронт өсөн өс аттарының икеһен тапшыра. Аҙыҡ-түлек мәсьәләһе лә ҡалала етди тора. Ҡала халҡын ғына түгел, һуғыш барған ерҙәрҙән күсеп килгән меңәрләгән ғаиләне лә ашатырға, кейендерергә һәм торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәк була.
Норманы үтәй башла, ҡыҙым!
1941 йылдың авгусында илдең көнсығышына күсергә тейешле биш Баҡы предприятиеларының береһе “Красный пролетарий” заводы була. 28 сентябрҙә баҡылар Стәрлетамаҡта эш башлай. Заводты иҫке ремонтмеханика оҫтаханаһына һыйҙырырға тура килә. ул 1942 йылдың февралендә эшләп китергә тейеш була. Ләкин октябрҙең тәүге көндәрендә завод директоры Сергей Иванович Варламов, ҡапыл Мәскәүгә саҡырыла, уға нефть ҡорамалдары менән бергә ҡатмарлы боеприпастар эшләү, йәғни фронт заказын үтәү бурысы ла ҡуйыла. Фронт заказы буйынса цехты көндөҙ ҙә, төнөн дә төҙөйҙәр, шул уҡ ваҡытта заводтың төп йүнәлеше буйынса төп эште лә башҡаралар.
Бурысты үтәү өсөн балалар ҙа йәлеп ителә.
Фрезерлаусы Н.М. Маркушиндың станогы янында ағас йәшниктә баҫып торған бәләкәй буйлы нәҙек кенә ҡыҙҙы ла күрергә тура килә. Был уның ҡыҙы Рәйсә була. ул ярты йылдан фрезерлаусы һөнәренә уҡып сыға һәм фронт өсөн талап ителгән норманы үтәй башлай. Өйрәнсектә йөрөгәндең өсөнсө аҙнаһы башланғас атаһы уға: “Етте ҡыҙым, һиңә өйрәнсектә йөрөргә, фронт өсөн талап ителгән норманы үтәй башла!” – тигән.
1942 йылдың апрелендә ҡыҙ яҡшы эшләгәне өсөн комсомолдың Үҙәк Комитеты грамотаһына лайыҡ була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләү дәүерендә фронт заданиеһын өҙөү булмай. Стәрлетамаҡтың “Красный пролетарий” заводы һуғыш ваҡытында фронтты боеприпастар менән тәьмин иткәне өсөн төрлө дәртләндереүҙәргә һәм рәхмәттәргә лайыҡ була һәм өс тапҡыр коллективҡа Оборона дәүләт комитетының һәм СССР нефть сәнәғәте халыҡ комиссариатының күсмә Ҡыҙыл Байрағы тапшырыла. Эш асыҡ һауала башҡарыла, ҡышын температура 50 градусҡа тиклем һыуытҡан саҡтар ҙа була. Бына шундай шарттарҙа эшләй һәм йәшәй стәрлетамаҡтар, үҙҙәренең ауыр һәм тырыш хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе көндән-көн яҡынайта.
Тәлғәт ҒӘБИТОВ,
Римма ҒӘЛИМОВА.
Дауамы бар.
Читайте нас