Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Май 2020, 19:05

ХЕҘМӘТ ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ ЛОКОМОТИВСЫЛАР ӨСӨН ҒӘҘӘТИ ХӘЛГӘ ӘЙЛӘНӘ

Стәрлетамаҡ тимер юлсыларының Бөйөк Еңеүгә һалған өлөшө баһалап бөткөһөҙОйошмалар яҙмышы кешенекенә оҡшаш, уларҙың да күтәрелеш һәм түбән тәгәрәү осорҙары була, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу ҡыуанысы кисереү һәм өлгәшкән уңыштарға шатланыу менән тулы ваҡиғаларға бай ғүмер юлы үтә улар ҙа. Тимер юлдары романтикаһы, алға табан йырлай-йырлай елгән тепловоз, вагон тәҙрәһе аша тыуған яҡтың икһеҙ-сикһеҙ киңлеген күҙәтеү – ауыр һәм үтә лә яуаплы эштең тик тышҡы яғын ғына сағылдыра. Ә уның артында әллә нисә быуын тимер юлсыларының тырыш хеҙмәте, алһыҙ-ялһыҙ көндәре һәм төндәре, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта уны берҙәм һәм дәррәү атҡарып сығыу өсөн тырышлыҡтары ята.

Нефтте нисек ташырға?
Тимер юл транспорты – ҡатмарлы һәм күп төрлө тармаҡтарға бүленгән хужалыҡты үҙ эсенә алған өлкә. Һәм ошо күп төрлөлөк араһында локомотивтарҙы техник хеҙмәтләндереү һәм төҙөкләндереү өсөн билдәләнгән локомотив деполар айырым урын алып тора. Беҙҙең ҡалала ла ошондай предприятие бар – ул Куйбышев тимер юлының Стәрлетамаҡ локомтив депоһы. ҡаланың иң өлкән ойошмаларының береһе булған депо менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының һәм яҡын-тирә төбәктәрҙәге күп ғаиләләрҙең яҙмышы бәйләнгән, бер нисә быуын локомотивсыларҙың тормошо һәм хеҙмәте депо тарихы менән бергә үрелгән. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән йылда гәзит уҡыусыларыбыҙҙы депосыларҙың һуғыш ваҡытындағы хеҙмәт ҡаһарманлығы менән таныштырып үтергә ниәтләнек, сөнки еңеүҙең шатлыҡлы минуттарын яҡынайтыуҙа, һис шикһеҙ, башҡорт тимер юлсыларының да өлөшө ҙур!
Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында Ишембай ауылы эргәһендә башҡорт нефтен үҙләштереү эше башланғас, уны ташыуҙы хәл итеү мәсьәләһе килеп баҫа. Ошо ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн Өфө – Ишембай тимер юлы төҙөлә. Ул Стәрлетамаҡ аша үтә. Локомотивтарҙың техник йәһәттән яҡшы торошта булыуын тәьмин итеү маҡсатында нәҡ Стәрлетамаҡта паровоз депоһы төҙөргә хәл ителә.
1934 йылдың уртаһында Стәрлетамаҡта тимер юлы вокзалы асыла, ә 30 сентябрь көнө был станция аша тәүге эстафета поезы Ишембайға үтә һәм унда беренсе йөҙ тонна нефтте тейәп кире юлға сыға. Паровоз депоһы ҡаланан 3 саҡрым алыҫлыҡта төҙөлә. 1936 йылдың мартында депо ҡулланылыуға тапшырыла һәм унда Дема станцияһынан К.П.Марков етәкселегендә белгестәр бригадаһы эшкә килә. К.П.Марков депо етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 10 март “О-в” сериялы 6978-се номерлы беренсе паровоз депола ремонтҡа тора һәм ошо көндән депола эштәр әүҙемләшә.
Тәүге ваҡыттарҙа депола “О” сериялы 10 паровоз һәм “Н-в” сериялы пассажирҙар паровозы теркәлгән була. Ә 1936 йылдың сентябрендә депоға “Э” сериялы ҡеүәтле паровоздар килтерелә. Улар 1000-1200 тонна йөк ташыу һәм сәғәтенә 30 саҡрымға тиклем тиҙлектә йөрөү мөмкинлегенә эйә була. Депоның етештереү ҡеүәте бер юлы дүрт паровозды ремонтлауға тиклем арттырыла. Тик 1941 йылда башланған Бөйөк Ватан һуғышы бөтә ил халҡы менән бер рәттән депо эшселәренә лә оло һынауҙар алып килә. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк депола эшләгән 180 кешенең күбеһе фронтҡа китә. Депо етәксеһе А.С.Литвиненко ла хәрби бәрелештәр барған Кишинев тимер юлына эшкә күсерелә. Уның урынына предприятиеға шәйхуллин Солтан шәйхулла улы тәғәйенләнә. Депоның ҡалған эшселәре лә ҡыҙыл Армия сафтарына ебәреүҙәрен, истребителдәр батальонына ҡабул итеүҙәрен һәм халыҡ ополчениеһы рәтенә алыуҙарын һорап ғаризалар яҙа. Ләкин партия депо эшселәренең үҙ урындарында эшләүҙәре ни тиклем мөһим икәнлеген, уларҙың да һуғыштағы һалдаттар рәтендә булыуҙарын аңлатырға тырыша.
Ауыр ир эшен йәш ҡыҙҙар күтәрә
Фронтҡа киткән ир-егеттәрҙе ҡатынҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр алмаштыра. Улар кочегар һәм паровоз машинисы ярҙамсылары кеүек ауыр хеҙмәттәрҙе үҙләштереп депо эшселәре рәтенә баҫа. Араларында А.Соловьева, А.Андриянова, М.Сафонова, Е.Чухрова, З.Елохова, М.Левина, А.Шаталова, Т.Литвиненко һәм башҡа йәш кенә ҡыҙҙар ҙа була.
Иң ауыры һуғыштың тәүге йылы була. Совет ғәскәрҙәренең артҡа сигенергә мәжбүр булыуҙары транспорт эшен бермә-бер ауырлаштыра. Илдең Көньяҡ һәм Көнбайыш тимер юлдарын юғалтыу йөк ағымының Волга буйы һәм Урал юлдарына күсеүенә килтерә. Куйбышев юлы эвакуацияның төп ағымын үҙенә ҡабул итеүселәрҙең береһе була. 1941 йылдан уҡ йөк ташыу күләме өс тапҡырға арта. Дошмандың тимер юлы үҙәктәрен, депо һәм станцияларҙы юҡҡа сығарырға тырышыуы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Мәҫәлән, 1941 йылдың октябрьдекабрендә немец-фашист авиацияһы бер юлы 25 тимер юлы магистрален утҡа тота. Улар араһында Куйбышев, Пенза, ҡазан, Горьков һәм башҡа тимер юлдары була. Һауанан һөжүм итеүҙәр тәүлегенә 33 тапҡырға етә.
Ошо уҡ ваҡытта һуғыш хәүефе янаған төбәктәрҙән ил төпкөлөнә сәнәғәт предприятиеларын эвакуациялау алып барыла. Предприятиеларҙы эвакуациялау менән бер рәттән фронт һәм тыл өсөн ҙур йөктәр ташыу эше башҡарыла. Тимер юлына ошо эштәрҙең иң ҙур өлөшө төшә һәм тимер юлсылар уларҙы намыҫлы башҡарып сыға. Улар араһында Стәрлетамаҡ депоһы эшселәре лә була. Депосылар үҙҙәренең арымаҫ-талмаҫ эшмәкәрлеге һәм оло фиҙаҡәрлеге менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур көс һала. Эшселәр депонан тәүлектәр буйына ҡайтмайынса эшләй, ә ялдарында “воскресниктар”ҙа тир түгә. Хеҙмәт ҡаһарманлығы тимер юлсыларлокомотивсылар өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнә.
Тимер юл транспортында ғәҙәттән тыш хәл 1943 йылдың апрель айында ғына иғлан ителә, ләкин депола ҡалыусылар һуғыштың тәүге көнөнән үк үҙҙәрен дошман менән көрәшкә мобилизацияланған итеп һанай. Үҙҙәренең һөнәри байрамы көнөн – 1941 йылдың 3 авгусын – Стәрлетамаҡ паровозсылары “Алдынғы хеҙмәт көнө” тип иғлан итә. Ғөмүмән, һуғыш йылдарында тылдағы һәр кем, шул иҫәптән депосылар ҙа, үҙҙәренең эшләү мөмкинлегенең һуңғы сигенә сығып, “фронтҡа китеүселәр өсөн эшләү” девизы аҫтында үҙ бурыстарын атҡара, ул йылдарҙа норманы ике-өс тапҡырға арттырып үтәү ғәҙәти хәлгә әйләнә.
Тимер юлы селтәрендәге бөтә паровоз деполарынан да ремонттың ваҡытын кәметеүҙе һәм локомотивтарҙы йүнәтеүҙең сифатын арттырыуҙы талап ителә. шулай уҡ кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен, хеҙмәтте ойоштороуҙы яҡшыртыу, запас өлөштәр әҙерләп сығарыуҙы арттырыу ҙа тимер юлсылар алдына ҡуйылған бурыстарҙың береһе була. Һәм локомотивсылар был талаптарҙы еренә еткереп үтәй. Стәрлетамаҡ депоһында ремонтлау системаһы яңынан ҡарала һәм үҙгәртелә. Ваҡыт талаптарына ярашлы унда ағымдағы йыуҙырыу (промвочный) ремонтынан тыш паровоздарҙы төҙөкләндереүҙең башҡа ысулдары ла тормошҡа ашырыла.
Стәрлетамаҡ депоһының бөтә паровоздары ла планлаштырылған ремонттар араһында артыҡ юл үткән була, предприятие эш менән “күмелә”. Ләкин ниндәй генә ауыр шарттар булһа ла Стәрлетамаҡ депоһының паровоздар паркы техник йәһәттән дә, тышҡы яҡтан да һәр саҡ яҡшы хәлдә тотола.
Депо эшселәренең хеҙмәт энтузиазмы фронт менән берлектә нығый, ундағы һәр еңеү хаҡындағы хәбәр уларға яңы көс бирә, эшләр өсөн дәрт өҫтәй. Бөтә буш ваҡыттарын локомотивсылар паровоздарҙы таҙартыуға, төҙөкләндереүгә йүнәлдерә.
Юлсылар династиялары ошо ваҡытта эш башлай
1942 йылда кадрҙар мәсьәләһе киҫкенләшеп, фронтҡа китеүселәрҙе алмаштырырға кешеләр ҡалмағас, Стәрлетамаҡ депоһы етәкселеге ҡала һәм тирә-яҡтағы йәштәргә оран ташлай. Һәм йәштәр уларҙы ишетә. Нәҡ шул ваҡытта артабан депоның алдынғы эшселәре рәтенә инәсәк М.Маркелов, А.Гумбин, П.Жаворонков, И.шабрин, А.Доровский,
Евсеевтар һәм Пантелеевтар ғаиләләре бында эшкә килә.
Депо машинистары И.Ф.Беляев, Ф.Е.Михайлов, К.В.Федоров һәм М.А.Степанов сигналсылар телендә “тере блокировка” тип аталған ысул ярҙамында составтарҙың бер-бер артлы үтеүенә булышлыҡ итеүсе яуаплылар рәтендә була.
Машинистарҙың һәм паровоздарҙың етешмәүе арттырып эшләүҙәргә килтерә. Паровоздарҙа утын яғалар. Уларға 8 кубометр утын тейәп 48-ҙәр сәғәткә рейсҡа сығып китәләр. Паровоз бригадалары алял белмәй, ауырлыҡтар менән һанлашмай, рейстан ҡайтыу менән слесарь-ремонтсыларға ярҙамға ашыға. Был ысул бөтә тимер юлы селтәрендә таралған була һәм уны “кооператив” тип атай башлайҙар. Стәрлетамаҡ депоһында бындай алымды тәү башлап П.И.Цветов, К.В.Вязовцев, И.М.рудник, Н.И.Чечехин, С.В.Столяров, С.С.Ю.Зуев һәм И.П.Калининдар ғәмәлгә индерә. Улар артынан башҡа күп паровозсылар ҙа эйәрә. Һуғыш йылдарында Новосибирск депоһы машинисы Н.Лунин һәм уның бригадаһының локомотивтарын үҙ көстәре менән төҙөкләндереүгә күсеүе материалдарҙы, запас өлөштәрҙе, яғыулыҡты һәм майҙы экономиялауға алып килә. Стәрлетамаҡ депоһы машинистары ла Лунин ысулын үҙләштереп, рейстан буш ваҡыттарында айырым быуындарҙы төҙөкләндерә, а поезд-ара ремонтты һәм контроль-техник тикшереүҙе үҙ көстәре менән атҡарып сыға башлай.
Депо йәштәренең егәрле һәм дәртле булыуҙары һәр саҡ күҙ уңында була ул ваҡытта. Улар хеҙмәт ветерандарынан өлгө, уларҙың оҫталығын һәм эш һөйөүсәнлеген миҫал итеп алып, бар көстәренә эшләй. шул йылдарҙа тимер юлындағы фиҙаҡәр һәм әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн Куйбышев тимер юлының бер төркөм комсомолсылары һәм төҙөкләндереү предприятиелары йәштәре “Почетлы тимер юлсыһы” һәм “Яҡшы паровозсы” знактары менән бүләкләнә. Улар араһында Стәрлетамаҡ депоһы слесары П.Жаворонков та була.
Уларҙың барыһы ла ҡаһармандар!
Дәһшәтле һуғыш йылдарында күп депо эшселәре фронтҡа китеп, Тыуған илен ҡыйыу яҡлай. Һуғыш яланына ингән саҡта уларҙың һәр кеме, әлбиттә, тыуған йорттарына ҡайтып, яратҡан эштәренә тотонорға хыялланғандыр. Ләкин һуғыш һәм яҙмыш үҙенекен итә: уларҙың барыһына ла кире әйләнеп ҡайтырға яҙмай. шулай ҙа уларҙың һәр береһе ил һәм хеҙмәттәштәре – депо эшселәренең – хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ. Ә кемдәргә ҡаты алыштарҙа тере ҡалып кире ҡайтыу мөмкинлеге тейгән, улар яңынан үҙҙәренең эш урындарына сығып, ҡыйралған илгә яңынан аяҡҡа баҫыу өсөн бөтә көстәрен һалған. Уларҙың барыһы ла ҡаһармандар! Һуғыш яланында булғандарҙың да, тылда ҡалып үҙҙәрен аямай еңеү өсөн хеҙмәт иткәндәрҙең дә исемдәре бер ҡасан да онотолмаясаҡ.
Быйыл Стәрлетамаҡ локомотив депоһы үҙенең 84 йыллығын билдәләне. Ошо йылдар дауамында ла, әлеге ваҡытта ла ул Куйбышев тимер юлының мөһим предприятиеларының береһе булып ҡала килә.
Гөлназ МАНАПОВА,
Куйбышев тимер юлдарының Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы матбуғат секретары.
Читайте нас