Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Май 2020, 14:00

СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫНЫҢ... Рухын кем рәнйеткән?!

1944 йылдың 12 октябре. Варшаванан 20 километр ғына алыҫлыҡта ятҡан Михалув ауылы янында ҡаты һуғыш бара. Ҡот осҡос танк яуы был. Арттан ауыр, көслө “ҡорос аттар” төшөп алған, алдан юлды таҙартып барыусылар килә. “Юл таҙартыусылар” шул саҡ дошмандың “Пантера”һынан торған бер төркөмдө шәйләп ҡала. Фашист танкылары етеҙ рәүештә капитан Срошев машинаһын уратмаҡсы була, әммә шул саҡ уға лейтант Ноғоманов ярҙамға ташлана. Тик яу яланында өс дошман машинаһы янып ятҡанда офоҡта тағы бер “Пантера” төркөмө күренә...

Таранға бара
Яу ҡатмарлаша. Әммә һәр саҡ маҡсатына табан барған Дәйләғи бында ла бирешергә теләмәй, танкыһы ғына дошман атакаһынан бер аҙ “эште боҙа”. Шул мәлдә 22 йәшлек кенә лейтенант экипажға танктан сығырға бойора ла, үҙе машинаһында бар көскә дошман өҫтөнә барып менә! Ҡот осҡос күренеш: ике танк дөрләп яна. Аҙаҡ, барыһы ла тынғас... Дәйләғи Ноғомановтың кәүҙәһен иптәштәре һаҡсыл итеп урында ерләй. Ике тиҫтәһен саҡ тултырған егет аңлы рәүештә Тыуған иле өсөн ғүмерен ҡорбан итеп, батырлыҡ күрһәткәне өсөн үлгәндән һуң 1945 йылда Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены менән наградлана. Ә был батырлығына тиклем үҙе иҫән сағында түшенә “Ҡыҙыл йондоҙ” һәм “Ҡыҙыл Байраҡ” ордендарын тағып өлгөрә. Тимәк, ҡыйыу егет фронтҡа алынғандан бирле батырҙарса һуғыша.

Бурысы ла ябай булмай бит Дәйләғи Ноғомановтың: дошман танкыларына иң беренсе булып ҡаршы барыу! ...Ишембай районы. Әрмет йылғаһы... Бәләкәй Әрмет тә тип әйтәләр уны. Сафлығы, тыныслығы, талдарына ҡунып һайрар һандуғасы, ажауҙары менән ниндәй йәмле ул! Ә күпме ғүмер аҡҡан был йылға! Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауылдарының нисәмә быуыны шул һыу менән мәтрүшкә ҡайнатҡан, шул һыу менән ғөсөл ҡойонған, донъя көткән. Ә күпме йәш йөрәктең серләшер урыны ла булған Әрмет буйҙары... Ауылдаштарымдың үҙҙәрен дә шул йылғаға тиңләп ҡуям, уларҙың күңеле лә бит – йылғалай саф, тормоштары ла борма-борма булһа ла, йәмле! Ә күпме йәшәү көсө биргән улар Әрмет һымаҡ, йылғабыҙ – Егәнгә, Егән иһә Ағиҙелгә ҡойоп, даръялар булып китһә, әрметтәр үҙҙәренең барлығы, булмышы, хеҙмәте, еңеүҙәре менән ауыл, республика тормошона, Кешелек үҫешенә ө л ө ш
индерә. Ауылдашым Д ә й л ә ғ и Ноғоманов та үҙенең үлеме менән күпме йәшәү һәм ғүмер биреп ҡалдырған бит.

Стәрлетамаҡ егете булып китә
Ул 1922 йылда Түбәнге Әрмет ауылында донъяға килә. Әммә малай мәктәптә уҡығанда атаһы Сирай Спирт заводына эшкә инеү сәбәпле, ғаилә ҡалаға күсенә. Шуға Дәйләғи туғыҙынсы класты Стәрлетамаҡта тамамлай һәм атаһы янына слесарь булып эшкә урынлаша. Шулай итеп, ул Стәрлетамаҡ егете булып китә! – Ул саҡтағы үҫмерҙәр күбеһенсә осоусы булырға хыяллана, бындай хыял Дәйләғиҙе лә урап үтмәй һәм ул урындағы аэропортҡа шөғөлләнергә йөрөй, әммә уға летчик булырға яҙмай, – тип һөйләй тарихсы, Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауылдары тарихын һәм шәжәрәләрен өйрәнеүсе ауылдашым Фәрит Ҡәҙеров. 1941 йылда Стәрлетамаҡ хәрби комиссариаты тарафынан Ноғоманов әрмегә алына һәм булдыҡлы егетте шунда уҡ Һарытау танк училищеһына уҡырға ебәрәләр. Ә 1943 йылда иһә Дәйләғи Ноғоманов училищены тамамлап, фронтҡа китә, бер йылдан батырҙарса һәләк була...
Ҡыҫҡа ғына хәрби биография, ҡыҫҡа ғына ғүмер юлы, ә артынан күпме яҡты эҙ ҡалдырған яҡташыбыҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһы урамдарының береһенә уның исеме бирелгән, бюст менән мәңгеләштерелгән, ә ҡасандыр ул уҡыған 4-се мәктәптә таҡтаташ урынлаштырылған – былар барыһы ла уның исеме йәшәүенә дәлил. Иң мөһиме: Дәйләғи стәрлетамаҡтарҙың да, ауылдаштарының да хәтерендә йәшәй. Урам исеме, һәйкәлдәрҙән башҡа уның данын һаҡлаусы тағы әллә күпме эштәр башҡарыла ҡалала. Мәҫәлән, “Стәрле” ижад үҙәге етәксеһе, шағирә Земфира Муллағәлиева үҙәк ижады офисында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хаҡында мәғлүмәт туплап, бүлмә булдырған. Ул үҙенсәлекле музейҙа Дәйләғи Ноғоманов хаҡында ла бер мөйөш бар. Ул иҫтәлек шуныһы менән дә ҡәҙерле: бында танкистың фронттан яҙған хаттары һаҡлана.
– Ҡалала Ноғоманов урамы бар, әммә күптәр уның исеме нимәгә бәйле икәнен дә белмәй, шуға беҙ эште “Кем ул Ноғоманов?” тигән мәсьәләнән башланыҡ. Юҡһа, ҡайһы берәүҙәр, урам яҙыусы иҫтәлегенә аталған, тип тә уйлай, – ти Земфира апай башҡарған эштәрен барлап. – Мин үҙем уның батырлығына бала сағымдан һоҡланып үҫтем, уның шәхесенә ғашиҡ инем, – тип тә өҫтәй шағирә.
Бер күҙе соҡоп алына
Тик... ошо урында, үкенескә ҡаршы, бер аҙ байрам кәйефен ҡырырға тура килә шул. Үҙәк етәксеһенең һөйләгәндәре күңелгә яра һала. Ә эш шунда: был музей-бүлмә, ижади үҙәктең офисы нәҡ Ноғоманов урамындағы дөйөм ятаҡтарҙың береһендә урынлашҡан һәм Земфира Муллағәлиева үҙ сиратында батырҙар хаҡында йәш быуын белеп үҫһен тип, 4-се мәктәп уҡыусыларын, ятаҡта йәшәгән балаларҙы экскурсияға саҡыра, ятаҡтағы йәш быуын Дәйләғи Ноғоманов тураһында күберәк белһен тип, бүлмәнең ишегенә тышҡы яҡтан яугирҙең портретын да элеп ҡуйған. Әммә шул портерт күптән түгел кемдер тарафынан мыҫҡыл ителгән: “Советтар Союзы Геройы” тигән яҙыу ҙа, танкистың бер күҙе лә соҡоп алынған...
Кем эше икәнлеге генә сер булып ҡала. ...Яңыраҡ Чехияла илде азат итеүҙә күп көс һалған маршал Коневҡа һәйкәлде ауҙарыуҙары тураһындағы яңылыҡты ишетеп шаҡ ҡаттыҡ. Хәйер, бер Конев ҡынамы ни, Европа Икенсе бөтә донъя һуғышында Рәсәйҙең баһаһын нисек тә төшөрөргә теләп, бөтөнләй тарихи факттарға ҡул һуҙа, һәйкәлдәр ҡолау, урам исемдәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Әммә ҡайҙа ята Европа ла, ҡайҙа урынлашҡан Ноғоманов урамындағы йорт?! Сит илдәрҙән килгән сәйәсәт билдәле, тик бына 22 генә йәшендә беҙ тыныс күк аҫтында йәшәһен тип ғүмерен һәләк иткән батырҙың күҙен ниңә соҡойбоҙ һуң? “Беҙ” тип осраҡлы әйтмәнем, аңһыҙ рәүештә бала-саға ҡулынан эшләнһә лә был яуыз ниәт, уның өсөн беҙ – оло кешеләр, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр яуаплы ла һуң. Әлбиттә, ватансылыҡ тойғоһон уятыу, үҫтереү, шул уҡ Европа менән сағыштырғанда ла, юғары кимәлдә. Әммә урамдағы акция, “батырлыҡ” дәрестәре бер, ә өйҙә, “был батыр – изге кеше” тип, уның һүрәтенә лә, рухына ла тап төшөрмәҫкә өйрәтеләме һуң – бына ҡайҙа ята мәсьәлә, минеңсә!
Йомғаҡлау урынына
Нисек кенә булмаһын, батырҙар рухын таныған, хөрмәт иткән, ғорурланған кешеләр барыбер ҙә күберәк, күпкә күберәк һәм шундай кешеләр тыныс тормоштоң, көслө дәүләттең нигеҙе лә инде. Улар булғанда, хаталанғандар ҙа хаталарын таныр, тип өмөт итергә ҡала. ...Ергә яҙҙар килә, Әрмет йылғаһы йәнә ташып-ташып алыр ҙа, үҙ яйына ҡайтып, үҙ моңо, үҙ йәме менән тыныс ҡына ағыр ҙа ағыр. Тормошобоҙ ҙа шул йылғалай тыныс ҡына аҡһын да аҡһын әле, ергә йәшәү һәм йәм өҫтәп. Ә Дәйләғи Сирай улы Ноғомановтың һәм башҡа миллионлаған батыр-ҡорбандарҙың яҡты рухы ғына һыу булып ағып бөтмәһен ине.
Рәмил МАНСУРОВ.
Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан һәм “Стәрле” ижад үҙәге архивынан алынды, шулай уҡ Тамара АНДРЕЕВА фотоһы ҡулланылды.
Читайте нас