Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Май 2020, 22:05

Уҡ атыуҙа уға етеүсе булмаған!

Минең олатайым Яппаркүләй Әбделғәни улы БАЙҒӨБӘКОВ 1926 йылдың 26 октябрендә Күгәрсен районының Нуҡай ауылында тыуған. Уның атаһы Әбделғәни Баян улы Байғөбәков 1914 йылда 1-се Империалистик һуғышында ҡатнаша, мулла була, колхозда эшләй. Әсәһе Хәкимиә Харлас ҡыҙы Байғөбәкова ла колхозда тырышып эшләй.

Олатайым Яппаркүләйҙәрҙең ғаиләһендә дүрт бала була, ул үҙе 3-сө бала. Өлкән ағаһы Шәңгәрәй Байғөбәков Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, егерме генә йәшендә 1943 йылда вафат була. Олатайым бала сағынан эшһөйәр була. Һәр саҡ атаәсәһенә ярҙам итә, кесе мырҙаһын ҡараша, өлкән туғандарының кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Уның тыуған ауылында Ыҡ йылғаһы аға. Йәй көндәрендә барлыҡ баласағалар ҙа ошо йылға буйына төшөр булғандар. Иң яратҡан шөғөлө: балыҡ тотоу һәм һыу инеү. Кисен иһә малайҙарҡыҙҙар ауыл эргәһендәге майҙансыҡҡа йыйылып лапта, косарик һәм башҡа төрлө уйындар уйнаған. Һәр малайҙың үҙ уғы булған, улар үҙ-ара ярышҡандар. Уҡ атыуҙа олатайыма етеүсе булмаған, тиҙәр. Ул үҙенең маҡсатҡа ынтылыусан һәм етеҙ булыуы менән һәр саҡ беренселекте яулар булған. Аҙаҡ һуғыш ваҡытында уға был һәләте ныҡ ярҙам итә.
Олатайым һуғышҡа тиклем 7-се класты тамамлай. Тырыш уҡыусы булыуы менән дә ғорурланам мин уның менән.
Яппаркүләй Байғөбәков һуғышҡа 17 йәшендә генә китә. Тәүҙә Алкино яғында кесе офицерлыҡ курстарында әҙерлек үтә. 1944 йылдың май айынан 1946 йылдың февраленә тиклем Икенсе Украина фронтында уҡсы булып ҡатнаша. Германияны алғанда ул контузия ала һәм Монино госпиталендә дауаланып сыға. “Германияны еңгән өсөн” һәм башҡа юбилей миҙалдары, 2-се дәрәжәләге Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Олатайым тураһындағы иҫтәлектәрҙе миңә оҙаҡ һөйләргә булыр ине. Бәхеткә күрә, һуғыш йылдарындағы фотолары ла һаҡланған, күп туғандар ҙа уның батырлыҡтары хаҡында белә. Һуғыш, тормош батырҙарын күҙ алдыма килтереп, үҙемдең ғаиләм, ырыуҙарым, тамырҙарым хаҡында уйланам йыш ҡына. Үҙемдең тамырҙарым менән, һис шикһеҙ, ғорурлана алам. Үҙем өсөн һығымта ла яһаным: үҙ ырыуымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә һәм уларҙың ғорурлығы булырға тигән маҡсат та ҡуйҙым алдыма. Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының ҡаҙаныштары үлемһеҙ, был турала беҙ мәңге онотмаясаҡбыҙ. Атабабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында быуынданбыуынға еткереү – беҙҙең изге бурыс.
Илдана БАЙҒӨБӘКОВА,
23-сө мәктәп уҡыусыһы.
Читайте нас