Хәтер
8 Мая 2020, 15:10

ҺУҢҒЫ КИС, ҺУҢҒЫ СӘҒӘТ (Очерктан өҙөктәр)

1943 йылдың 10 февралендә Ворошиловград — Дебальцево йүнәлешендә дошман тылына рейдҡа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал М.Д. Борисов етәкселегендәге 8-се кавалерия корпусы составында инде. Корпус 18-20 февралдә үҙебеҙҙекеләр яғына кире сыҡты. Сыға алғандары... Башҡорт дивизияһы ғына түгел, корпус тотошлайы менән һәләкәткә дусар ителде. “Рейд” тигәндәре, ғәмәлдә, Юғары командование Ставкаһының уйлап эшләнмәгән приказы менән үҙҙәре теләп ҡамалышҡа инеүҙән бер нимәһе менән айырылманы. Ҡамалыштан сыҡҡанда генерал-майор Шайморатовтан тыш корпус командиры урынбаҫары генерал-майор С.И. Дулин, корпус штабы начальнигы И.Д. Сабуров һәм башҡа күп офицерҙар һәләк булды... ...Федоровка районы Бала Сытырман ауылы егете, Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәров ошо һуғышта, яуҙа ҡатнашып, иҫән-һау ҡотолорға яҙған иҫәпле генә яугирҙәрҙең береһе ине. 1996 йылдың апрелендә яҡташым түшәккә ятты. Уның аяҡҡа баҫырына ышанысыбыҙ аҙ ине. Вафатынан аҙна-ун көн элек осрашып, Башҡорт атлылары дивизияһының ҡаһарманлыҡтарынан тыш рәсми сараларҙа бер ҡасан да һөйләнелмәгән фажиғәләрен дә әйтеп ҡалдырҙы. Шул һөйләгәндәрҙә генерал Шайморатовтың һуңғы сәғәттәре лә күренеп ҡала, тик был яҙмала беҙ геройҙың үҙенең шәхси батырлыҡтарына, тышҡы ғына түгел, һалдаттың эске көрәшенә туҡталырға булдыҡ.

Хәтәр яу ҡупты
Танк шәүләләре ерлегендә тәүҙә күҙ ҡамаштырып уттар ялтланы һәм шунда уҡ беҙҙең егеттәр өҫтөндә туптар ярылырға тотондо. Оборона тотоусылар ҡарға һыйынды. “Артподготовка менән башланылар, – тип уйланы Әхмәров, – хәтәр булырға оҡшай... Ә бит фронт һыҙығы ҡайҙалыр яҡында ғына!.. Шайморатов штабы фронт һыҙығына етеп килеүҙәре тураһында беҙҙең яҡҡа рация аша хәбәр итмәүе мөмкин түгел. Ниңә ҡаршыға килмәйҙәр? Ниңә һауанан һуғыш кәрәк-яраҡтары ташламайҙар? Ниңә?.. Ниңә?”
Әхмәровтың иманы камил: Шайморатов хәл-әхүәлде ентекле күҙәтә булырға тейеш.
Ярылған туптарҙан Әхмәровҡа ер тетрәнеү генә түгел, һелкәүестәге ондай тулҡына төҫлө тойолдо. Аҡтарылып күккә осҡан ҡар, боҙ ҡатыш ер ишелеп өҫкә ҡойола, яугирҙәрҙе ҡар менән бергә бутай. Баш ҡалҡытырға ла бирмәй ямғыр булып туп ярсыҡтары яуа. Орудие ҡалҡанына шаптырлап бәреләләр ҙә, ҡаҡлығып билдәһеҙ тарафҡа осалар. Былай ҙа емерек ҡаралтылар пыр туҙа. Үртәлгәндең тағы нимәһе яналыр инде, ҡайҙалыр нимәлер яна. Төрлө тарафта яралыларҙың өҙгөләнеп ҡысҡырыуы, кемдәрҙеңдер яман һүгенеүе ишетелде...
Бер саҡ ут өйөрмәһе баҫыла төштө. Танкыларынан ата-ата фашистар һөжүмгә ҡуҙғалғайны. Әхмәров танкылар һанын яҡынса самаларға тырышты. Егермеләп бар, мәлғүндәр. Әхмәров ауыҙынан ирекһеҙҙән атаҡлы диңгеҙ йырының билдәле һүҙҙәре бәреп сыҡты: “Последний бой наступает!” Һәм үҙ һүҙҙәренән үҙе тетрәнде. Юҡ, үҙе өсөн түгел, күршеләре өсөн. Артиллеристарҙың быуындары йомшармағайы. Ул расчет составы яғына боролоп ҡарарға баҙнат итмәне. Иптәштәренән ғәфү һорағандай, ҡысҡырыбыраҡ өҫтәргә ашыҡты: – “Врагу не сдается Наш гордый “варяг”!
Ә дошман – ана, өҫкә менеп килә!
Тап ошо мәлде ҡороусы күкрәген тотоп артына ауҙы. расчет командиры ул-был иткәнсе, Әхмәров карабинын иңбашына аҫып һәләк булыусыны алмаштырҙы. Туп ташыусы һәм ҡороусыны алыш ваҡытында алмаштырыу уның өсөн тәүге осраҡ түгел ине.
– Орудиелар! Дошман пехотаһына! Ярсыҡлы туптар менән! Ут! Ауыл ситендәге ус аяһындай ярым түңәрәк оборонанан һанаулы ҡалған орудиелар һанаулы ҡалған туптар менән берҙәм ут асты
. Әхмәровтар орудиеһы ла дошманына бер-бер артлы туп осорҙо. Фашистар танкылар артына ышыҡланды. ҡыҫҡа ваҡытта улар алдындағы тигеҙлектә унлап танк яна ине инде. Аҡ ҡар өҫтөн фашистарҙың үле кәүҙәләре сыбарланы. – Мыштырлама! За-ря-жай! – Бөттө! Туптар бөттө! – Ярсыҡлы менән! – Бөттө!
Әхмәров ҡарғанып төкөрөндө. расчетҡа карабиндарына тотоноуҙан башҡа сара ҡалманы. ҡайҙа ла бер үк хәл. Обороналағы бүтән орудиелар ҙа һирәкһаяҡ гөрһөлдәне лә, туптары бөтөп, тынып ҡалды. Ә дошман – ана, өҫкә менеп килә! Беҙҙекеләр нисек булһа ла йәшәү өсөн сыйышҡанда улар өсөн беҙҙекеләрҙе теләһә нисек юҡ итеү маҡсаты ҡуйылған.
Гранаталар һуғышы ҡыҙып китте, атһыҙ, атлылар танкыларҙы гранаталар менән яндырырға тотондо. Уң яҡ позицияла ҡул һуғышы ҡупты. Дошман штык, хәнйәр менән ҡаҙай, беҙҙең егеттәр ҡылыс менән саба. Береһе күҙе тоноп менеп килә, икенсеһе сигенмәй ҙә, сигенергә урыны юҡ. Тупһыҙ орудие ҡараңғыла һәйбәт ориентир булғандыр инде, бер танк туптура Әхмәровтарға табан килә башланы. Әхмәров ҡәҙерләп һаҡлап йөрөткән берҙән-бер танкыға ҡаршы гранатаһын ҡапшаны. Эш ошоға ҡалды.
Әхмәровтың ҡолаҡ төбөнән пулялар һыҙғырышып үтте, ул йөҙтүбән ҡапланды. Эргәһендә әллә туп, әллә граната ярылды. Артында яҡыная барған гусеницалар сылтырауын, шатырлап орудие иҙелеүен ишетте. Танк орудиеға уң яҡтан менде, буғай, иҙелгән орудие ҡалдығы һулға шылып Әхмәровты тәгәрмәсе менән ситкә этәрҙе һәм көрткә нығыраҡ сумдырҙы. Тапап үтеүҙе әҙгә һананы шикелле һөмһөҙ фашист. Өҫтөнлөгөн, сикһеҙ ҡанығыуын иҫбатларға тырышҡандай, кире боролоп унһыҙ ҙа сафтан сыҡҡан орудие өҫтөндә ҡорос ғифритен тағы көслөрәк үкертә биреп, яуыз тантана менән зыр әйләнгәндән һуң, юлын артабан дауам итте. Аяҡтары осонда һанаулы сантиметрҙарҙа геүләп боролған гусеницаларҙан Әхмәровтың бөгәрҙәренә шауҙырлап ҡар, боҙ киҫәктәре яуҙы. Ул ытырғанып башын ҡалҡытты һәм гусеницалар ҡалдырған бураҙналарҙа бая ғына иҫән-һау иптәштәренең кейем, тән ағзалары ҡарайып ятыуын күрҙе. Яугир үҙен фашист тарафынан расчеттан ни ҡалғанына шаһит булһын өсөн мыҫҡыллап, юрый иҫән ҡалдырылған бисара зат итеп хис итте.
Улар һаман ҡаршылыҡ күрһәтә, һаман бирелмәй...
Был тарафта ҡул һуғышы башланғайны. Әхмәровтың күҙҙәренә асыу һәм нәфрәттән ҡан һауҙы, башы шауланы, ҡолаҡтары яңынан ишетмәҫ булды, һулышы быуылды...
Беҙҙең егеттәр һуғыша-һуғыша ауыл үҙәгенә табан сигенә ине. Атыш, прикладтар, ҡылыстар, хәнйәрҙәр, ике ҡапма-ҡаршы көс, ике ялһыҙ үс, ике теҙгенһеҙ нәфрәт барыһы бергә буталған да ҡанлы Әжәл туйына әйләнгән.
Ауылға бәреп ингән танкылар һәм автоматсыларҙың күбеһе юҡ ителгәйне.
Тик ялан яғынан уларҙың яңы тулҡыны килә. Ике яҡтың да мәйеттәре менән сыбарланған ауылдың уртаһына етәрәк Әхмәров беҙҙекеләрҙең арьергард тәшкил иткән бер бәләкәй өлөшө һирәк сылбыр булып уң яҡ тигеҙлек аша яҡындағы урманға ашығыуҙарын күрҙе һәм үҙе лә бата-сума шулар яғына йүгерҙе...
Урманға кергәс Әхмәров, күпмелер ара үтте лә, ҡороп йығылған йыуан ағас өҫтөнә салҡан ауҙы. Сикһеҙ арығанлығын ул әле, төн йөҙөндә ҡара урманда яңғыҙы ҡалғас һиҙҙе. шыбыр тиргә батҡан бүрке сиселеп ҡар өҫтөнә тәгәрләне, еүеш башынан еңелсә боҫ күтәрелде, ҡулдары сепрәк ише икеһе ике яҡҡа һалынып төштө...
Берсә ҡыҙып, берсә һүрелеп алыҫта яу тауышы ишетелә. Алыш хәҙер ауылда түгел. Ул ҡараңғы офоҡто өҙлөкһөҙ яҡтыртҡан уттары, тоноҡ гөрһөлдәүе менән көнсығыш йүнәлешендә йәшенләп, күкрәп, алыҫлашҡандан-алыҫлаша барған ғәрәсәтте хәтерләтә ине. Тимәк, әле Шайморатовтың “дивизия” тип атарлығы ҡалмаған яугирҙәр төркөмө һаман иҫән, улар һаман ҡаршылыҡ күрһәтә, һаман бирелмәй, фронт һыҙығына ынтыла. Алғы һыҙыҡтағы дошман уның арттарынан шайморатовсылар яҡынлағанды белмәй ятыуы мөмкин түгел, улары ҡаршыларға әҙерҙәрҙер. шайморатов үҙебеҙҙекеләр яғына әлеге төн ҡараңғылығында сығып өлгөрмәһә, төркөмдөң фажиғәгә тарыясағы көн кеүек асыҡ. Ниндәйҙер мөғжизә килеп сыҡмаһа, иртәгәһе көн шайморатовсылар өсөн ҡиәмәт көнө буласаҡ...
Әхмәров, дошманынан туҡмалған, ас, хәлһеҙ, ғорурлығы тапалған, йәне ҡыйылған яугир, сатлама һыуыҡта, төн йөҙөндә, ҡара урманда япа-яңғыҙы! Тыуған иленә баҫып ингән дошманынан ҡасып үҙ ерендәге үҙ урманында мәхлүк хәлендә боҫоп ултыра!.. Ошо уйҙар тыуҙырған асыу, нәфрәт, ғәрлек, йәбер кинәт уның күкрәгенән ҡырағай үкереү булып бәреп сыҡты.
– Мин быны кисерә алмайым! Кисерә алмайым!.. Әхмәров урман ситенә йүгереп сыҡты. Автоматынан ата-ата, ажғыра-ажғыра ауылға табан йүнәлде.
– Мин үҙемде үҙем кисерә алмайым!.. Хәҙер ул ауылға барыр ҙа, тиңһеҙ алышҡа инер, тәкәббер һәм оятһыҙ дошманы менән боғаҙға-боғаҙ килешер! Уны үс менән тулышҡан күңеле төбөндәге Аҡыл остоғо иҫенә килтерҙе: «Дошманыңа ынтылырға ла өлгөрмәҫһең, – тине Аҡыл сатҡыһының зәғиф тауышы, – үҙеңде ҡоторған эт урынына атып йығырҙар! Һин ҡаһарманлыҡ түгел, дыуамаллыҡ ҡылып башыңды харап итерһең. Дошманыңды ҡыуғың килһә, сигенә бел, еңгең килһә, еңелеү әсеһен йота бел!»
Дошман танкылары менән дуэлдәргә инәһе һәм еңәһе бар әле! Әхмәров ысынлап та әлегә һуғыш сәнғәтен өйрәнә генә башлауын аңлап бөтмәй ине. Хәҙергә уға һалдат бутҡаларын ашайһы ла ашайһы, яу һуҡмаҡтарын тапайһы ла тапайһы бар. Уға артиллерист, орудие расчеты командиры булаһы бар. Сигенеүсе дошманды эҙәрләп Днепр ярҙарына етәһе, күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы төндә орудие расчеты менән һалға ултырып Днепрҙы кисәһе, дошман биләгән ярҙа плацдарм яулап тиңһеҙ алышта көс һынашаһы, дошман танкылары менән дуэлдәргә инәһе һәм еңәһе бар. Оҙайлы ауырлыҡтар күтәреп, сикһеҙ сабырлыҡтар күрһәтеп, һанһыҙ фажиғәләр кисереп дошманды тамам дөмөктөргәнсе яу юлдарында йөрөйһө бар. ҡаһарманлыҡты ул шул рәүешле ҡылыр һәм уның күкрәген ил батыры билдәһе – Алтын йондоҙ биҙәр. Ә баш уға дыуамалланып харап итеү өсөн түгел, һаҡлау өсөн бирелгән. ...Әхмәров урманға сигенгәндәрҙе эҙҙәре буйлап бер аҡланда ҡыуып етте. Уларҙың да күҙ-баш алып торған саҡтары ине...
Хәмит ИРҒӘЛИН.
Читайте нас