– Яҡтыра башлау менән фашистар беренсе булып атака башланы. Көс тиң түгел, фашистар беҙҙең окопты миномет утына тоталар, танктары окопҡа яҡынлашып килә. Уларҙы һуңғы граната менән ҡаршылайбыҙ. 82 ммлы минометтарҙа һуңғы миналар ғына ҡалды. Бер аҙҙан ул минометтың да минаһы бөттө. Окоп үлектәр, яралылар менән тулды, снарядтар, миналар шартлауына ер тигеҙләнеп бөттө.
Яңынан окоп ҡаҙырға ваҡыт та, мөмкинлек тә юҡ. Атыу тынып ҡалған һанаулы минуттарға шатланып та өлгөрмәнек, фашистар сираттағы атакаға күсте. Ғирфандың пулеметында пуляһы бөткән, икенсе буш ҡалған пулеметтан фашистарҙы утҡа тотоп, атакаларын кире ҡаға. Ул шул бер сәғәт самаһы барған һуғышта ғына 100-ләп фашисты ҡыра. Бер саҡ немец снаряды уның кәүҙәһен уртаға өҙөп, уны һәләк итә...
– Арттан ҙур булмаған көс килгәнсе позицияны бирмәй һаҡлап ҡалдыҡ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғирфандың был батырлығы билдәләнмәй ҡалды. Ул герой исеменә лайыҡ булырға тейеш ине, тип һүҙен дауам итә яҡташ. – Ә ерләгәндә булдығыҙмы?
Нисек ерләнегеҙ? – тигән һорауға ул: – Үлектәр иҫ киткес күп булды, һәр береһен айырым күмергә мөмкинлек булманы. Барыһын бер урынға, бер өйөмгә өйөп яндырҙыҡ, – тип яуаплай Рәбвәли бабай. Ысынлап та, үҙҙәрен аямай һуғышҡандарҙың күптәре һуғыш яланынан сыға алмай икән шул. Был 1942 йылдың 18 март иртәһе була.
Олатайымдың һөйләгәненән һуң мин бик күп уйландым. шул тиклем ауырлыҡтар кисергәндәр, күп балалар етем ҡалғандар. Утты-һыуҙы кисеп, минең яугир өлкән олатайым еребеҙгә Еңеү килтереү өсөн һуғыш яланында ятып ҡалған. Олатайым Фәйез Ғирфан улы Садиҡов уға “атай” тип тә әйтеп өлгөрмәгән, сөнки ул 40 көнлөк кенә булып ҡалған...
Мин үҙемде бик бәхетле кеше тип һанайым. Сөнки янымда минең өсөн йән атып торған атай-әсәйем, кәңәш бирерҙәй өләсәйемдәр һәм олатайымдар бар. Ә әлеге заманды ауыр тип әйтәләр ҡайһы берәүҙәр. Ололарҙың һөйләгәне менән сағыштырып ҡараһаң, хәҙерге балалар бик бәхетле. Киләсәктә донъялар имен, тыныс булһын. Бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын.