Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Хәтер
8 Мая 2020, 17:05

ЙЫР САФТА ҠАЛА Хәй Мөхәмәтйәров иҫтәлегенә

Бөйөк Ватан һуғышы – үткән быуатта ғына түгел, ғөмүмән, ил тарихында иң тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиғаларҙың береһе. 27 миллион ҡорбан алып алып килгән был ҡәһәрле һуғыш! Күпме ашмай ҡалған хыялдар, тыумай ҡалған балалар, ғәриптәр, етемдәр – былар барыһы ла һуғыш касафаты. Ә Бөйөк Еңеү хаҡында уйланғанда беҙ халҡыбыҙҙың шул тиклем дә берҙәм, маҡсатлы, рухи яҡтан көслө һәм тырыш икәненә инанабыҙ.

Һуғыш килтергән ҡорбандарға, ашмай ҡалған хыялдарға әйләнеп ҡайтҡанда, күпме ижади кешеләр һәләк булған яу яланында, ә уларҙың да күпме әҫәрҙәре тыумай, хыялдары ашмай ҡалған бит. Бөйөк Ватан һуғышында ун өс башҡорт яҙыусыһы һәләк була. Уларҙың араһында Бәҙрүш Моҡамай, Төхвәт Морат, Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Али Карнай, Мәлих Харис, Низам Ҡәрип, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Баязит Дим, Мазһар Абдуллин, Сыңғыҙ Ханов, Ғайса Йосопов һәм башҡа бик күп йәш талантлы шағирҙар бар. Әммә шуныһы ғына күңелгә йылылыҡ бирә: яу яланында батырҙарса һәләк булһалар ҙа, уларҙың әҫәрҙәре беҙҙең күңелдә һаҡлана. Үҙҙәре һәләк булһалар ҙа, йырҙары сафта һымаҡ! Беҙ мәҡәләлә алдыбыҙға саҡ ҡына булһа ла әлеге ижадсылар хаҡында хәтерҙе нығытыу маҡсатында ошондай шарттарҙа һәләк булған шағир Хәй Мөхәмәтйәровтың ғүмер һәм ижад юлына бер ни тиклем байҡау һәм шиғри юлдарына анализ яһауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.
М.Хәй (Хәй Ғабдрафиҡ улы Мөхәмәтйәров) 1911 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Һигеҙ йәшенән етем ҡалғас, ул ағаһы тәрбиәһендә үҫә. Белемде үҙ тыуған ауылы Өфөлә ала, Силәбе өлкәһенең Арғаяш кантонында пионерҙар эше менән етәкселек итә, “Ленинсы”, “Йәш коммунар” гәзиттәрендә бер нисә йыл мөхәррир һәм урынбаҫар булып эшләй. Артабан М.Хәй Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Институтты тамамлағандан һуң, Мәскәүҙә тәржемәселәр һәм редакторҙарҙың бер йыллыҡ курсын үтә. Хәй 1940 йылда, ҡыҙыл Армия сафына киткәнгәсә, Өфө Тел һәм әҙәбиәт ғилмитикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә һәм 1941 йылдың декабрь айында Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк була.
Хәй Мөхәмәтйәровтың ижад юлы әллә ни ҙур түгел, уның ҡарауы, ошо ҡыҫҡа ғына ла ижад ғүмерендә сағыусағыу әҫәрҙәр яҙып өлгөрә. шуныһын да билдәләп китергә кәрәк: ул замандаштары булған ҡайһы бер шағирҙарҙан айырмалы рәүештә әҫәрҙәрендә совет власына, коммунистар партияһына дан йырлап, пафослы, яңғырауыҡлы һүҙҙәр менән шиғыр төҙөмәй, ә матур образдар һәм, иң мөһиме, фәлсәфәүи мәғәнә аша, жанр төрлөлөгө ярҙамында яҙа үҙенең шиғырҙарын. Әммә был шиғырҙар ҙа буй етмәҫлек ниндәйҙер темалар хаҡында түгел, ә шул уҡ совет кешеһе яҙмышы, Тыуған ил, ғәзиз ер һымаҡ темаларҙы яҡтырта. Ғөмүмән, уның хатта совет власына дан йырлаған шиғырҙары ла уҡыуға еңел һәм ҡыҙыҡлы. Иң ҡиммәте: ул үҙенең шиғырҙарында үҙе һымаҡ ил улдарын данлай, илһөйәрлек хистәрен тәрбиәләй һәм Тыуған ил алдындағы изге бурыстары хаҡында һөйләй.
“Хат” исемле шиғырында, мәҫәлән, нәҡ сит ерҙә йөрөгән һалдат яҙмышын һәм уның тыуған еренә ҡарата һөйөүен күрәбеҙ: Хатым һиңә һағыныу йырҙарымды Һаҡлап алып барһын… Йөрәгемдә һиҙәмен мин Таныш түгел ярһыу. Лирик герой хат образы аша тыуған еренә үҙенең хистәрен еткерә, авторға хат алымы лирик геройҙың эске донъяһын асырға ярҙам итә. М. Хәйҙең фронтовик-шағир икәнен иҫләп, беҙҙең күҙ алдына һуғыш яланы килеп баҫа. Ә һалдат окопта, яу бер генә минутҡа тынып торған арала, бөкләнеп ултырып хат яҙа... Тыныс көндәр килгәс, ысынлап та, сит ерҙәрҙә йөрөгәндә тыуған һағыштар баҫыласаҡ. Мин ҡайтырмын өйгә, уйнағанда Тауҙар түбәһендә таң еле, Яҙҙар еткәс, үҙе тыуған күлде Һағынып ҡайтҡан аҡҡош шикелле. Эйе, шағир мин ҡайтырмын тип яҙа ла ул, тик ҡайтырға насип булмай шул, автор яуҙа батырҙарса башын һала. Бында беҙ шағирҙың үкенесе ҡалғанын аңлап торабыҙ, әммә уның һағышы, даны, шиғырҙары “йыр булып” тыуған еренә ҡайта, әлбиттә! Йомғаҡлап әйткәндә, Хәй Мөхәмәтйәров ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә тос шиғырҙар ижад итеп өлгөрә, шуға уның ғүмере батырҙарса өҙөлөп ҡалһа ла, ижад емештәре һаман да йәшәй әле!
Динис ҠУҘАҠАЕВ, В. Ленин исемендәге 2-се лицейинтернаты уҡыусыһы.
Читайте нас