Һуғыш башланғанда әсәйемә – 24 йәш, атайыма 28 йәш була. Атайым Ҡобағошов Миңләхмәт һуғышҡа киткәндә әсәйем Миңлебикә өс бала менән тороп ҡала: иң ҙурына (Менәүәрә) биш йәш, уртансыһына (Рәйсә) ике йәш, ә иң бәләкәсенә (Әкрәм) ни бары ике ай ғына була. Ул заманда хәҙерге һымаҡ декрет ялында ултырыу ҡайҙа ти ул!?. Ир-егеттәрҙе фронтҡа алып бөтәләр, ауылда эшкә яраҡһыҙ ҡарт-ҡоро ла, бисә-сәсә генә тороп ҡала. Әммә улар башынан үткәндәр ҙә – үҙе бер батырлыҡ!
Әсәйем таң һарыһынан алып ҡараңғы төшкәнсе колхоз эшендә бил бөгә. Үҙе өйҙә юҡта саҡта имсәк бала астан илап буҫлығып ятмаһын өсөн, оло апайыма арыш икмәген сәйнәп марляға һалып, сабыйға ҡаптырырға ҡушып китә.
Кешеләрҙе аямай торған хәтәр заман була һуғыш осоро. Ауылдың иң дәрәжәле кешеһе бригадир Хәйбрахман ҡарт була. Бөтә тормош үҙенең ҡулына ҡалғанлыҡтандыр инде, бик ҡаты тота ул тылдағыларҙы. Колхоз аттарын ирҙәр менән бергә һуғышҡа оҙаталар. Аттар урынына үгеҙ менән ер һөрөргә тура килә. Бөтә ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә, Еңеү көнөн яҡынайтыр өсөн теше-тырнағы менән тырышалар.
Бына бер мәлде Еңеү тураһында хәбәр итәләр. “...Шатлығыбыҙҙан һигеҙ бисә Хәйбрахман ҡартты селек һепертке менән тәгәрләтеп йөрөтөп туҡманыҡ. “Беҙҙе аямай эшләтә инең, хәҙер беҙҙең көн килде!” тип үс алабыҙ тегенән. Башына ла һуғабыҙ, арҡаһына ла, бабай ҙа ҡаршылашмай: “Һуғығыҙ әйҙә, нығыраҡ һуғығыҙ...” тиеүҙән башҡа һүҙ әйтә алмай, дошманға булған асыуҙары сыҡһын тигәндер, күрәһең. Бабай нишләһен инде, әҙәм балаһын һуғыш шулай ҡаты бәғерле иткәндер...
Атайым һуғыштың башынан алып аҙағынаса Тыуған ил өсөн намыҫлы хеҙмәт итеп, ҡаты яралар алып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Ә әсәйем: “Әгәр ирем иҫән-һау әйләнеп ҡайтһа – ун бала табыр инем”, тип нәҙер әйткән. Аллаға шөкөр, атайым һуғыштан ҡайтҡас, бер-бер артлы тигәндәй, беҙ тыуғанбыҙ. Улар, туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтереп, яҡшы белем биреп, башҡаларға өлгө булып, алтмыш йылдан ашыу бергә бәхетле донъя көттөләр. Урындары ожмахта булһын!
(Фото ғаилә архивынан алынды).