Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Хәтер
14 Мая 2020, 14:30
Өфөлә Совет майҙанын яптылар: генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла башланы
Башҡортостандың баш ҡалаһында Совет майҙаны буйлап транспорт хәрәкәте ябылды.
Өфө хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, сикләү ярты йылдан ашыу – 10 декабргә тиклем ғәмәлдә була.
Майҙанды ябыу легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу менән бәйле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы көнөндә тап Совет майҙанында уға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы йондоҙо тапшырылды.
Башинформ.
Читайте нас