Оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ педагогия институтында студенттарға белем биргән, фәнни эҙләнеүҙәр өҫтөндә эшләгән Ишбулды Ғиниәт улы ла ана шундай ҙур баһаға лайыҡ шәхестәрҙең береһе. Хәйер, уйлай китһәк, уның хеҙмәте бер Стәрлетамаҡ өсөн генә ҡиммәтме ни, бит хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һымаҡ, ҡасандыр Стәрлетамаҡ педагогия институты, аҙаҡ Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ла Башҡортостандың көньяғы өсөн – кадрҙар “тимерлеге” ине. Ә Ишбулды ағайҙың Зәйнәб Биишева ижады буйынса эҙләнеүҙәрен генә күҙ уңында тотҡанда ла, был хеҙмәттең әһәмиәте, был шәхестең абруйы бөтә Башҡортостанға, бөтә башҡорт әҙәбиәте донъяһына ҡиммәт!
Ишбулды Ғиниәт улы Вәлитов – әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, доцент, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ һәм БР-ҙың Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры, Ғ.Ибраһимов, З.Биишева исемендәге премиялар лауреаты.
1962 йылдың сентябренән алып 2007 йылдың февраленә тиклем – бөтәһе 45 йыл ғүмерен – ул бөтә тырышлығын, талантын егеп, әҙәбиәт өйрәнеүгә, студенттарға белем биреүгә арнаны. Стәрлетамаҡта бик көслө башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыу традицияларының нығыныуы уның исеме менән тығыҙ бәйле.
И.Ғ.Вәлитов 1935 йылдың 13 майында Күгәрсен районының Яңауыл ауылында донъяға килгән. 1952-1956 йылдарҙа Мораҡ педагогия училищеһында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Атаҡлы “Ашҡаҙар” түңәрәге менән 1962 йылдан алып 1997 йылғаса етәкселек итеү, әҙәбиәткә йәш көстәр үҫтереү – И.Ғ.Вәлитовтың айырым ғорурлығы. Ул үҙенең яҙмаларының береһендә йәш таланттарҙы аталарса хәстәрләп, улар яҙмышы хаҡында айырым һиҙгерлек күрһәтеп, әле тәүге шиғырҙарын яҙған түңәрәк ағзалары Т.Ғәниева, Р.Хисаметдинова, Ғ.Ишкинин, С.Миңлебаева, Р.Фәйзуллина һ.б. ижады хаҡында өмөтлө һүҙен әйтә, Н.Сәлимовтың, Ю.Кинйәбаевтарҙың сығарылыш эштәре менән етәкселек итеүҙе телгә ала.
Ишбулды Вәлитовтың әҙәбиәт ғилемендәге юлы – айырым өйрәнеүгә торошло. Ғалим тос, афористик фекерле, һығымталарының теүәллеге, тәрәнлеге менән айырылып торған, бай, халыҡсан телле хеҙмәттәре менән билдәле. Ул күтәргән проблемалар киң һәм күп яҡлы: проза, драматик жанрҙар, шиғриәт үҫеше, ХХ быуаттың 70-80-се йылдарында әҙәбиәт үҫешенең типологик һыҙаттары, әҙәби процесс мәсьәләләре. И.Ғ.Вәлитовты айырым яҙыусы ижады хаҡында объектив һәм төплө баһа биреүсе булараҡ та беләләр һәм юғары баһалайҙар. Ваҡытында дөрөҫ, кәрәкле һүҙ әйтеп, яҙыусыны дәртләндереп ебәреүгә, ижади аралашыуҙы йәнләндереүгә күп көс һалды ғалим.
Ғалим, остаз 2013 йылда аранан китеп барҙы, әммә ул яҡты эҙ ҡалдырып китте. Ишбулды Ғиниәт улының исеме Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында ойошторолған З.Биишева музейында лайыҡлы урынын алды. Яҙыусы ижадын өйрәнеүселәргә бирелгән экспозицияла И.Ғ.Вәлитов исеме тәүге рәттә тора. Был уның исеме вузда әле лә йәшәгәненә ишара, әлбиттә. Әммә барыбер иң ҙур баһа ул – халыҡ рәхмәте. Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға Ишбулды Ғиниәт улының коллега-уҡыусыларына ла һүҙ биреп үтеү дөрөҫ булыр ине.
Рәйсә ИЛИШЕВА, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт
һәм төрки филологияһы факультеты деканы:
– Филология фәндәре кандидаты И.Ғ. Вәлитовтың шәкерте булырға яҙманы, ләкин бергә эшләгән йылдарҙа унан бик күп һабаҡ алдым мин. Йор һүҙле, мәрәкәсел булып хәтерҙә ҡалған. Шаян булһа ла, артығын һөйләмәне. Үҙ баһаһын яҡшы белгән вуз уҡытыусылары быуынынан ине ул. Әле уҡытыу “услуга” булмаған саҡтар... Бер аҙ һылтыҡлап, ләкин кәүҙәһен тура, ғорур тотоп кафедраға килеп инеүҙәрен ҡарап тороу үҙе бер кинәнес ине! Уның 75 йәшенә мәҡәлә яҙырға булғас, кадрҙар бүлегенән шәхси папкаһын алып, биографияһын өйрәнергә ҡарар ҡылдым... Ул саҡта фәнни эш яҙырға булһа, уҡытыусыға ижади отпуск биргәндәр. И.Ғ.Вәлитовтың ижади эш пландарын, отчеттарын ныҡлап өйрәнеү һуңында уның төплө белемле ғалим булыуына тағы бер инандым.
Филүзә ХАРРАСОВА, Күмертау ҡалаһының 3-сө башҡорт гим-назия-интернаты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Кешелекле ине. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа белде. Айырыуса, беҙгә, студенттарға, ҡарата йылы мөғәмәлә булды. Башҡорт әҙәбиәте тарихын еренә еткереп аңлата белде. Уның уҡыған лекциялары, практикумдары бөгөнгөләй хәтеремдә, һәр саҡ күҙ алдында һаҡлана. Күренекле әҙәбиәт белгесе булһа ла ул ябай ине, мәрәкәсел. Ишбулды Ғиниәт улы тураһында яҡты хәтирәләр гел йөрәк түрендә!
Руша СОЛТАНҒОЛОВА, Күмер-тау ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернаты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Ишбулды Ғиниәт улы Вәлитов беҙҙең хөрмәт иткән, яҡын күргән остазыбыҙ! Шиғри күңелле, ижадҡа тартылған, хисле студенттарға илһам ҡанаттарын нығытырға көс, ҡеүәт биргән “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгенең етәксеһе лә ине ул. Үҙ фәненә бирелгән, һәр һүҙен уйлап һөйләр, тәбиғәттән һәләтле уҡытыусыбыҙҙың дәрестәрен һәр саҡ көтөп алдыҡ, тыныс холоҡло, шул уҡ ваҡытта талапсан булыуына һоҡландыҡ. Диплом эшемдең дә етәксеһе Ишбулды Ғиниәт улы булды. Һәр саҡ йылы хистәр менән генә иҫкә алам. Уның кеүек яҡшы күңелле кешеләр аҡ донъяла күберәк булһын ине...
Миләүшә АРЫҪЛАНОВА, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы баш-ҡорт һәм төрки филологияһы факультеты уҡытыусыһы:
– Ишбулды Ғиниәт улы Вәлитов иң абруйлы уҡытыусыларҙың береһе ине. Уның менән тәүге осрашыу рабфакта уҡығанда булды. Беҙҙе, етерлек кимәлдә балл йыя алмаған 24 кисәге мәктәп уҡыусыһын, бергә ойоштороп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары, рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары 9 ай буйы уҡытты, уҡыуҙар ситтән тороп булғас, пединститутта ла уҡыйбыҙ, өйҙә лә. Ул тәбиғәте менән тыныс ине, тауыш күтәрмәй, ҡаты бәрелмәй, матур уҡыта, тыңлата. Имтихандар тапшырып, 6 кеше уҡырға инеп киттек. Ишбулды Ғиниәт улы беҙҙе 1-се курстан алып 5-се курсҡа тиклем уҡытты. Әҙәбиәт ғилеменән инеш, халыҡ ижады, башҡорт әҙәбиәте тарихы буйынса дәрестәре ныҡ хәтерҙә ҡалды. Яҡшы уҡытыусы, әммә баһалағанда “яҡшы” тип “дүрт” ҡуйыр ине. Автомат “дүрткә” риза булмай, имтиханға барып, “бишле” ала инек. Яҡташым булыуын белһәм дә, айырым ҡараш тойманым, ул ғәҙел һәм тиң ҡарай ине. Бер факультетта эшләй башлағас, шуларҙы әйтеп ҡалдырҙы: “Үҙең өсөн көрәш, гел риза булып ултырма, тормош – көрәш!” Юморист булды, нескә кенә итеп төрттөрөп ҡуя, асыуланып булмай. Курсташтар осрашҡанда уны бик йылы итеп иҫкә алабыҙ. И. Ғ. Вәлитов исеме –хәтерҙә, хеҙмәттәре – эш өҫтәлендә!