Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Июнь 2020, 22:20
Казанда Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыласаҡ.
Һәйкәл Татарстанда Башҡортостан Республикаһы көндәре хөрмәтенә асылыр тип көтөлә.
Татарстан һәм Башҡортостан республикалары араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Казанда Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыу ниәтләнә.
Һәйкәлде Волга буйы районында, Оренбург трактындағы Ротора туҡталышы тирәһендә урынлаштырырға уйлайҙар. Яҙыусының һыны Мәскәү оҫтаханаларының береһендә ҡойоласаҡ. Һәйкәл Татарстан менән Башҡортостан дуҫлығы билдәһе булып тора.
"Әлеге һәйкәл Татарстанда туристарҙы йәлеп итеү урыны ғына түгел, ике республика араһындағы дуҫлыҡ символы буласаҡ.
Мостай Кәрим – шағир, языусы, драматург, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Үткән йылдың көҙөндә Башҡортостанда республика күләмендә яҙыусының 100 йыллығы билдәләп үтелде.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"