Хәтер
17 Июня 2020, 07:15

Радий Хәбиров Еңеүҙең 75 йыллығына арналған төп саралар планына үҙгәрештәр индерҙе

Радий Хәбиров Башҡортостанда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм билдәләү буйынса төп саралар планына үҙгәрештәр индерҙе.

Уға ярашлы, 24 июндә Мәскәүҙә Еңеү парады уҙарылған көндә Башҡортостанда парад һәм башҡа киң күләмле байрам саралары үтәкрелмәй. Был республикалағы эпидемиологик хәл менән бәйле. Һуғыш ветерандары өсөн ҡала-райондарҙа уларҙың йәшәгән урыны буйынса шәхси парадтар ойошторола. Һуғыш ветерандары саҡырылған сараларҙы көҙ көнө үткәреү күҙаллана.
Хәрби парадтар башлыса хәрби дан ҡалаларында уҙғарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 майҙа Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең йыллығы уңайынан Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ"он ҡаршы алыу тантанаһы ойошторолдо, уны Мәскәүҙән республикаға мәңгелек һаҡлауға килтерҙеләр.
Читайте нас