Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
19 Июнь 2020, 14:39
МӘҘӘНИӘТ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ ХӘТЕР ҺӘМ ҠАЙҒЫ КӨНӨНӘ САРАЛАР ӘҘЕРЛӘГӘН
Йыл һайын 22 июнь Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Тап 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланды. 30 миллиондан ашыу Рәсәй халҡы һәләк булды, тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә меңе концлагерҙа яфа сикте һәм тылда аслыҡтан интекте, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы бөлгөнлөк әллә күпме кешенең ғүмерен алып китте.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт учреждениелары Хәтер һәм ҡайғы көнөнә бағышланған саралар әҙерләне. Бында акция, флешмоб, видеопрезентация, сығыштарҙың трансляцияһы, видео яҙмалар һәм спектаклдәр, лекциялар һәм башҡа төрлө саралар күҙаллана. Эпидемиологик хәлгә бәйле сараларҙы онлайн режимда ойошторасаҡтар.
Сараларҙың теҙмәһе менән танышып сығырға
мөмкин.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"