Ашҡаҙар
+6 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Хәтер
23 Июня 2020, 08:30
Өфөлә Зоя Космодемьянскаяға бюст асылды
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы тәүге Советтар Союзы геройына бюст баш ҡаланың Урицкий скверында ҡуйылды.
Был урында батыр ҡыҙға бюст элек тә булған, әммә 90-сы йылдарҙа емерелгән. Ҡала баҡсаһы тәртипкә килтерелгән, унда эскәмйәләр һәм яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырылған.
Вячеслав Аброщенко, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесенең беренсе урынбаҫары
Бюстҡа скульптор батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, тәрбиәүи символика һалған. Бюст ғәҙәттә, тигеҙ ҡырҡылған һымаҡ була, ә бында икенсе төрлө. Йәш килеш ғүмере өҙөлгән ҡыҙҙың ҡанаттары ҡырҡылған һымаҡ. Әммә ул ҡаһарманлығы менән мәңге беҙҙең хәтерҙә.
https://bash.news
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"