Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
25 Июнь 2020, 14:00

АТАЙ ҺҮРӘТЕ

Таң менән юлға сыҡты ике класташ. Йәйәүле өсөн бараһы ер арыу ғына шул, күрше ауыл тиһәләр ҙә, Ғүмәрҙән Иҫәкәйгә тиклем ун биш саҡрымлап барҙыр.

Башта күңелле ине, уйнап-шаярып барҙылар, унан туҡтап, тамаҡ ялғап, һыу эсеп алдылар, аҙаҡ арыуҙары һиҙҙерҙе, хәлдәре бөттө. ҡырҡ мәшәҡәт менән тигәндәй, ун йәше тулыр-тулмаҫ малай менән ҡыҙ төшкә ҡарай ғына барып етте күрше ауылға.
– Ҡыҙым килгән! – тип шатланып бер булды Ильяс ҡарт ейәнсәре Нәғимәне күреп. ҡунаҡты ла ихласлап, йылмайым ҡаршы алды.
– һаумы улым, егет булғанһың! – тип дәртләндерергә тырышты ул. малайҙың кем икәнен белә ҡарт, Нәғимә теге килгәнендә әйтеп ҡалдырғайны уның хаҡында. Атаһының фотоһын күрергә килгән Әхәт! шул һүрәт
хаҡында Ғүмәргә теге барғанда Ильяс үҙе әйткәйне шул: “Атайың минең улым Фәйзрахман менән һуғышҡа тиклем карточкаға төштөләр, беҙҙә һүрәте бар, килеп күр, улым”, - тине. Бына шул һүрәт
алып килгән уны бында.
“Эй-й-й, был сабыйҙарҙы”, – тип һөйләнде олатай кеше үҙ алдына йәнекөйөп, тыумаҫ борон етем ҡалған балаларҙы уйлап. Үҙенең Нәғимәһе лә бит ошо Әхәт һымаҡ атаһын тик һүрәттән генә күреп үҫә. Улы Фәйзрахман Ғүмәр ауылында өйләнеп, шунда төпләнде, һуғыш сыҡҡас та фронтҡа алынды, килен кеше Нәғимәгә йөклө генә көйө тороп ҡалды. һуғыш сыҡҡан йылда уҡ хәбәрһеҙ юғалды Фәйзрахман, Әхәттең атаһы
ла һуғыш яланында ятып ҡалды, шулай аталарын күрмәй ҙә ҡалды балалар. “Ә илдә күпме ошондай уртаҡ яҙмышҡа эйә сабыйҙар бар?..” Шулай үҙ алдына һөйләнә-уйлана иң түрҙә торған фотоны үрелеп алды Ильяс, һике өҫтөнә ипләп кенә ултырып, ике сабыйҙы ике яғына алып, һүрәткә баҡтылар. Тәүге тапҡыратаһын күргән малай йәштәрен тыйманы, һулҡылдап-һулҡылдап алды, Нәғимәнең дә биттәренән йәштәре аҡты ла аҡты.
Уртала ултырған ҡарт та иланы, күҙ йәштәрһеҙ генә, өнһөҙ генә иланы...
Күпме ваҡыт дауам иткәндер был ваҡиға, инде һикеләге өсәү өсөн дә, һүрәттәгеләргә лә мөһим түгел ине. һәр кем шулай үҙ уйҙарында, хыялдарында атаһы-балаһы менән осрашты. Хушлашыр алдынан малайҙың өмөт баҡҡан күҙҙәрен күреп, ҡарт нимә әйтергә теләгәнен аңланы, тик эсенән мең күңел ғазабы аша сығарып саҡ-саҡ: “Эй, улым- улым, был һүрәт беҙгә лә бик ҡәҙерле шул”, – тине. Артабан өйҙәгеләр һүҙһеҙ ҙә
аңлашты.
...Был ваҡиғаға хәҙер етмеш йыллап ваҡыт үткәндер инде. Атаһының һүрәтен күрергәбарған малай хәҙер үҙе лә күптән баҡыйлыҡҡа күсте. Тик яралар ғына тереләр менән һаман да йәшәй бирә: “Әхәттең атаһының фотоһын күреп илағаны әле лә күҙ алдында”, – тип иҫләп ала әсәйем был тарихты...
Гөлшат ӘХМӘТОВА.
Читайте нас