Ашҡаҙар
+32 °С
Ясно
Хәтер
17 Июля 2020, 07:05

БАТЫР ЙӨРӘКЛЕ ИР ИНЕ Атайым 23 йәшендә генә аяҡһыҙ ҡала

Бына ғүмер булғас, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын да ҡаршыланыҡ. Ошо Бөйөк Еңеүҙә минең атайым Нурфәйез Әхмәҙи улы ИРАЛИНдың да өлөшө бар. Быйыл уға йөҙ йәш тулыр ине...

Ике ҡулында – ике снаряд,
ә эргәлә мәшхәр ҡуба...
Атайым Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуып үҫкән. Әсәйем, Биккинина Миниса Миңниәр ҡыҙы менән өйләнешкәс тә, ҡәһәрле һуғыш башлана. Атайым һуғыштың беренсе көндәренән үк фронтҡа китә. Ул артиллерист, һуңынан орудие командиры булып хеҙмәт итә. Орел-Курс дуғаһындағы ҡаты һуғыштарҙа аяғы яраланып, госпиталгә эләгә. Тик яра уңалмай гангрена башланғас, аяғын киҫергә мәжбүр булалар. Шулай итеп, типһә тимер өҙөрлөк, баһадир кәүҙәле атайым 23 кенә йәшендә аяҡһыҙ ҡала. Был уның икенсе тапҡыр яраланыуы була. Беренсе тапҡыр ҡулбашына эләгә. Дошманды еңеү теләге шул тиклем көслө булғандыр инде, йәһәт кенә сафҡа баҫа һалдат тәүге яраланғанда.
Нурмөхәмәт ағайым һөйләгән бер ваҡиға миңә ятһам да, торһам да тынғылыҡ бирмәй тигәндәй. Сөнки атайым күҙ алдыма Алпамышаны еңгән әкиәт батыры булып килеп баҫа.
“Атака артынан атака... Бер туҡтауһыҙ пуля яуған алыштарҙа юғалтыуҙар ҙа күп була торғайны. Снаряд ташырға кеше ҡалмағас, ике ҡултығым аҫтына берәр снаряд ҡыҫтырып йүгерәм. Хәҙер үҙем дә аптырайым”, – тип атайым ағайыма һөйләгән булған икән. Ысынлап та, бер снарядтың 75 килограмм ауырлығында булыуын иҫәпкә алғанда, күҙ алдына килтереүе ҡыйын! Ә атайым, икәүҙе бер ни күрмәй, күтәреп йүгергән. Дошманға булған нәфрәт, асыу, тиҙерәк еңеп, Тыуған ергә ҡайтыу хисе бар ауырлыҡтарҙы еңеләйткәндер инде, күрәһең...
Йәнә бер ваҡиға тураһында яҙмау мөмкин түгел. Ауыр артиллерияны немец-тарға күренмәҫлек итеп үҙгәрткәндәр (маскировка). Усаҡ яғыу ҡәтғи тыйылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер нисә кеше ағас төбөнә йыйылып сәй ҡайната икән. Атайымдың ҡат-ҡат иҫкәртеүенә ҡолаҡ һалмай һәм ниндәй ҡурҡыныс тыуҙырыуҙарын аңламай, һалдаттар усаҡ яғыуын дауам иткән. Атайым шул ваҡытта бер-нисә патронды ергә ҡаҙап ҡуя ла үҙе ситтән күҙәтә. Һалдаттар бер ни һиҙенмәйенсә, усаҡ яғып ебәреүҙәре була, дары шартлай башлай. Тегеләрҙең ҡоттары осоп, башҡа усаҡ янына яҡын да бармағандар, ти. Ни хәл итәһең инде, һуғыштың үҙ “ҡанундары”...
Һүҙ артынан
кеҫәгә инеп торманы
Тормошто яратҡан, ғәҙел, эшһөйәр атайыма Еңеү яҙын ҡаршыларға насип була. Беҙҙең бәхеткәлер инде тип шатланабыҙ. Тик әсәйебеҙ генә 1964 йылда, ҡаты ауырыуҙан һуң, мәңгелеккә күҙен йомдо. Атайым ете бала менән яңғыҙ ҡала. Иң олоһо – Миңнисара апайым 18 йәштә, ә иң бәләкәйе – Булат ҡустыма бер йәш тә тулмаған, миңә иһә өс кенә йәш була.
Ете баланы яңғыҙ аяҡҡа баҫтырыу ҡыйын буласағын аңлаған атайым бер балаһы ла булмаған тол ҡатын – Миңлегөл әсәйемә өйләнә. Ғаиләлә тағы ла бер ҡыҙ, бер ул тыуа. Туғыҙ бала татыу ғына, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, атайым менән әсәйемдең ҡанаты аҫтында үҫтек.
Миңнисара апайым хәтерләүенсә, атайым ауыл советында эшләгәндә беҙҙең өйҙә төймәле ҙур счет бар ине. Бәләкәй балалар шуға ултырып бер-береһен тартып йөрөтөүҙән төймәләре ҡыйшайып киткәндер инде. Атайым эш-тән ҡайтып, счетты күргәс тә: “Тағы сана итеп шыуҙығыҙмы? – тип яратып асыулана торғайны, ти апайым. Бына шундай изге күңелле ине ул.
Ниңә генә атайым иҫән саҡта, барыһын да һорап, яҙып алманым икән, тип үкенеп тә ҡуям. Хәйер, бала саҡта барыбыҙ ҙа ғәмһеҙ, ғүмер һәр ваҡыт бер көйө генә дауам итер ҙә итер төҫлө шул... Атайым беҙҙең менән төрлө уйындар, йомаҡтар сисеп, һорауҙар биреп уйнай торғайны. Бер мәл: “Донъяла иң тәмлеһе нимә?” – тип аптыратҡаны иҫемдә. Беҙ кемуҙарҙан “шоколад”, “туңдырма” тип ҡысҡырабыҙ. Тик атайым беҙҙең яуаптан ҡәнәғәт булмайынса, үҙегеҙ уйлағыҙ тигәндәй, хәйләкәр генә йылмая. Үҙенсә бер тәрбиәләү ысулы булғандыр инде. Икенсе көнөнә инәлеп-ялбарып атайымдан яуабын барыбер әйттерәбеҙ. Йоҡо икәнен белгәс, ышанырға теләмәй көлөмһөрәгән булабыҙ, ул бит ашарға яраҡһыҙ тип, үпкәләп йөрөйбөҙ...
Эйе, атайым йор һүҙле, юморға бай кеше булды. Ат егеп, арбаға күмәкләшеп ултырып Салауат ҡалаһына баҙарға бара торғайныҡ. “Белка” исемле этебеҙ арба эргәһенән йүгерә. “Ана, Белка, маладис, үҙенә ит киҫәге лә табып алған” – тип, кеткелдәп-кеткелдәп көлә ине. Беҙ аптырап, бер телен сығарған эткә, бер атайыма ҡарайбыҙ. Ҡалаға барып еткәнсе беҙҙе шаяртып бара, бәлки, оҙон юл ҡыҫҡараҡ тойолһон тигәндер... Әйткәндәй, атайым вафат булғас, этебеҙ һыуға төшкөн кеүек юҡҡа сыҡты. Һуңынан уны зыяратта атайымдың ҡәбере янында күреүселәр булған. Бахырҡайҙың хужаһына шул тиклем тоғролоғон аңлатырға һүҙҙәр табылмаҫ.
Йәнә бер ҡыҙыҡ ваҡиға хәтеремдә. Рәфҡәт Иралиндың теше һыҙлағас, атайым менән “Запорожец” машина-һында Салауатҡа табипҡа алып барҙыҡ. Ҡайтырға сыҡҡас, беҙҙе юлда милиция туҡтатты. Ул замандарҙа техпаспортты тикшерәләр ине, водитель юл ҡағиҙәләрен боҙһа, уны тишеп бирәләр ине. Баҡһаң, атайымдың талонында урын да ҡалмаған икән. Шунлыҡтан, милиционер ағай юл йөрөү таныҡлығын һорағас, Рафаил ағай “Нурфәйез ағай, әйҙә минең юл йөрөү таныҡлығын бирәйек тә китәйек, икебеҙ ҙә Иралин бит, минең барыбер машинам юҡ” – тимәһенме. Нисек кенә булмаһын, милиционер, юл ҡағиҙәһе боҙолғас ни, әллә беҙҙе йәлләп, шул танытманы алып ҡалды.
Кешегә күп осраҡта “рәхмәт төшкөрө” тип әйтәбеҙ. Атайым шунда ла:
– Балам, рәхмәт төшкөрө тимә, ә рәхмәт яуғыры тип әйтергә тырыш, төшһә бер генә төшә, яуһа, гел яуып тора, йәлләмә балам, – ти ине. Тормошҡа үҙ ҡарашы булған атайымдың һәр һүҙен бөгөн мин күңелемдә һаҡлайым һәм йәшәйештә ҡулланырға тырышам.
“Ҡан ҡойоуыбыҙ бушҡа булмаған”, – тип әйтер ине
Ҡәһәрле һуғыш, һуңынан колхоздағы ауыр эш уның һаулығын ныҡ ҡаҡшатты, әлбиттә. Стәрлегә табипҡа барыу өсөн бер көн үтә ине. Ауыл халҡы, шул иҫәптә атайым да, бер көндө бушҡа үткәреп йөрөгәнсе тип, һаулыҡты икенсе урынға ҡуйып, эшләне лә эшләне. Биле бик ныҡ ауыртһа, парафин иретеп һала ла, ауыртыуын онотоп тора ине. Өйҙә банкылары ла булды, арҡаһына шуларҙы ҡуйҙырып алғылай ине. Бигерәк тә мунсала сабынырға яратты ул. Ике миндек тә етмәй торғайны көслө рухлы атайыма. Бер ниндәй медицина белеме булмайынса үҙен-үҙе дауалауы хайран ҡалдыра!
Эх, ата-әсәйебеҙ хәҙер ошо матур көндәрҙе күрһәләр, уларҙы тәхеттә генә ултыртып, ер йөҙөндәге барлыҡ ҡәҙер-хөрмәттәрҙе күрһәтер инек... Туғыҙ баланы аяҡҡа баҫтырған атайым менән әсәйемә рәхмәттерем сикһеҙ. Тик шуныһы үкенесле, үҫтергән балаларының рәхәттәрен күреп йәшәргә насип булманы ҡәҙерлеләремә.
Эй, бар ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә тартҡан атайым, хәҙерге көндәге мөмкинселектәрҙе, рәхәтлектәрҙе күрһә, заман технологияларының көсөн татыһа, иҫе-аҡылы китер ине, тип уйлайым. Бар ҡитғаларҙы айҡаған интернет селтәре, йорт эсендәге уңайлыҡтар, өҫтәл тулы һый, үҙйөрөшлө, техника...
“Мөғжизә, әкиәт донъяһы бит был! Тыуған еребеҙ, изге Ватаныбыҙ тип ҡан ҡойоуыбыҙ бушҡа булмаған, балалар, матур йәшәгеҙ, был бит хөрриәт! Бер-берегеҙҙең, тормоштоң ҡәҙерен белеп, балалар үҫтереп, бәхетле булығыҙ, эштән ҡурҡмағыҙ, ғүмерегеҙҙе заяға үткәрмәгеҙ! – тип әйтеренә иманым камил.
Эйе, йылдар үткән һайын һине, атай, нығыраҡ һағынабыҙ, һәр ваҡыт иҫкә алабыҙ. Һинең ҡәбереңә барһаҡ та, тере кеүек итеп һөйләшәбеҙ, күҙҙәргә йәш тығылһа ла, шаяртҡан булабыҙ, кәңәш һорайбыҙ...
Тормош дауам итә. Туғыҙ баланан алтыбыҙ иҫән. Тыныс йоҡла, беҙҙән риза булып ят, йәнең йәннәттә булһын, оло ветеран...
Хәтирәләремде атайымдың мәжлес-тәрҙә йырлаған бер таҡмағы менән йомғаҡлағым килә:
Йәш ғүмерҙе үтә тиҙәр,
Үткәнен күрһәң ине.
Үткән саҡта тотоп алып,
Кәрәген бирһәң ине.
Һәр көнөбөҙҙөң ҡәҙерен белеп йәшәйек, дуҫтарым!
Гөлсөм ИРАЛИНА.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас