64 йәшендә Стәрлетамаҡта һәм республикала танылған табип-невролог Ринат Баһаутдин улы Дашкин арабыҙҙан китте. Был турала «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәр итә. 36 йыл үҙ һөнәре буйынса эшләгән табипты иғтибарлы һәм яуаплы кеше булараҡ иҫләйҙәр, ул меңләгән кешеләргә һаулыҡ һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән, әммә үҙен коронавирус инфекцияһынан һаҡлап ҡала алманыҡ. Ринат Баһаутдин улында дауаланыусылар, уның коллегалары, таныштары һәм дуҫтары юғалтыу кисерә һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Фотоһүрәт «Стерлитамакский рабочий» гәзитенән алынды.