Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәтер
15 Декабрь 2020, 11:45

Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл

Бөгөн күптәрҙең яратҡан йырсыһы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл. Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы ҡабатланмаҫ тауышы, хисле, йөрәккә үтеп инерлек башҡарыу ҫталығы менән популярлыҡ һәм меңдәрсә тамашасының һөйөүен яуланы.

Уның бай концерт репертуарында йөҙләгән эстрада, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары тупланған. Күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге республикала һәм унан ситтә танылыу яуланы.
Фәриҙә Ҡудашеваның вокал сәнғәте, Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр менән лайыҡлы баһаланған. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы. Өфө урамдарының береһе, шулай уҡ «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестиваль йырсының исемен йөрөтә, Өфөлә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
https://kurultai.ru
Читайте нас