Сәғүд дәүләтендә дипломат итеп тәғәйенләнгән Кәрим Хәкимов ил менән идара иткән хакимдың яҡын дуҫына әйләнә. Заманында яҡташыбыҙ илдәр араһында эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытып, сауҙа, иҡтисад, медицина өлкәләрендә хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һала. Шәхестең бай йөкмәткеле биографияһы оҙаҡ йылдар өйрәнелгән булһа ла, белгестәр әле асыҡланып бөтмәгән мәғлүмәт күр булыуын билдәләй.