Ашҡаҙар
+8 °С
Облачно
Хәтер
31 Декабря 2020, 21:00

«Ашҡаҙар»ҙай бер йыр булып ҡалһам…

Назар Нәжми ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем тынғыһыҙ ижадсы булып ҡалды. Әгәр алдараҡ яҙылған әҫәрҙәре ғалимдар тарафынан тикшерелһә, 1980-90-сы йылдарҙағы шиғырҙары хаҡында фекерҙәр әйтелмәгән әле.

Шуға ла шағирҙың ХХ быуаттың аҙағында яҙылған шиғри әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһен байҡап китеү Назар Нәжми шәхесен тулыландырыуға бер аҙ булһа ла булышлыҡ итер тип уйлайбыҙ.
Уның быуат аҙағындағы әҫәр-ҙәренең тематикаһы киң генә: мөхәббәт лирикаһынан алып сәйәси-ижтимағи, милли-тарихи, сатирик, фәлсәфәүи лирикаға ҡарағандары ла бар. Был осорҙа шағирҙы борсоған төп мәсьәлә – ул халыҡ яҙмышы, милли асылдың һаҡланыуы: «Бөгөнгө Тәфтиләүҙәр», «Ике йөҙлө», «Мискә», «Кетәк әтәсе», «Телдәр», «Күп милләтле», «Быйылғы ҡыш шундай оҙон булды...»
Әсә телһеҙ халыҡ – тере мәйет,
Шундай халыҡ ысын милләтме? –
тигән риторик һорау ҡуя шағир «Кетәк әтәсе» шиғырында. Телде һәр кемгә лә изге төшөнсәләр менән сағыштырыу, «тере мәйет» эпитетының ҡулланылышы, һис шикһеҙ, һиҫкәндерә уҡыусыны.
«Бөгөнгө Тәфтиләүҙәр» шиғы-рында Назар Нәжми бөгөн дә Тәфтиләүҙәр бар, тип иҫкәртә. Әгәр элеккеләр ғәскәр, ҡорал менән эш итһә, бөгөнгөләрҙең ҡулында –вазифа, урын, исем икәнлеген әйтә.
Кеше аңын томаларға
Беҙ оҫта булып киттек,
Ҡап-ҡара тарихты ап-аҡ
Еп менән ямап бөттөк, –
тип заман еле ыңғайына барыуҙы, «төрлө-төрлө хәйлә ҡороп, милләт көрәге тоттороп, милләтте көрәттереү» сәйәсәтен тәнҡитләй ул. Лирик герой халыҡтың киләсәген күҙалларға тырыша, «азатлыҡты теләнәбеҙ, булмаҫын белә тороп» тип, шик тә белдерә. Ошондай уҡ мотивтарҙы дауам иткән «Һәр бер өйҙә» тигән шиғырының аҙаҡҡы ике юлында ла халыҡтың ысынбарлыҡҡа ашмаған хыялдарына ишара яһала.
Замандың ғына түгел, кешеләрҙең дә үҙгәрешенә оло быуын яҙыусылары ҡапыл ғына күнегә алманы. «Кемгә ҡул бирергә» әҫәрендә Назар Нәжмиҙең лирик геройы ла бөгөнгө рухһыҙлыҡҡа хайран ҡала, хәйлә һәм алдашыу заманын күңеле менән ҡабул итә алмай:
Суҡынды әҙәм аҡсаға,
Ҡороп бара рух.
Ғөмүмән, Назар Нәжмиҙең был осорҙағы сәйәси-ижтимағи шиғырҙары дөрөҫлөктө ярып һалыуы, замандаш күңелендәге тиҫкәре үҙгәрештәрҙе һиҙгер тойоуы, киләсәк өсөн борсоулы уй-тойғоларға бай һыҙланыулы мотивтар менән характерлана.
Туҡһанынсы йылдарҙа йәшәү мә-ғәнәһе, ғүмер, кеше хаҡы мотивтары кеүек фәлсәфәүи проблемалар йыш урын ала шағир ижадында. Яҙмыш, ижад мәсьәләләре шиғыр юлдары булып теҙелә: «Яҙмыш», «Шаляпин ҡаяһы», «Халыҡ эте», «Шиғыр яҙып...», «Хаҡлыҡ һәм ялған», «Шағир һәм ваҡыт». Назар Нәжми күренекле шәхестәр образына йыш мөрәжәғәт итә – арнауҙар («Үҙең әсә, үҙең һаман бала», «Табышыу». «Шиғыр» һ.б.), мәдхиәләр («Зәки Вәлиди рухына»), мәрҫиәләр («Рөстәм Яхин иҫтәлеге-нә», «Шәриф Биҡҡол иҫтәлегенә», «Яҡуп Ҡолмой иҫтәлегенә», «Сибғәт Хәким иҫтәлегенә» һ.б.) яҙа.
«Аҡшишмә» китабына баш һүҙендә шағир, уҡыусыны һиҫкәндереп, шулай тип белдерә: «Яңы шиғырҙарҙан ғына торған әлеге китабым […] минең ише һикһәнгә етеп килгән кешегә аҙаҡҡы шиғри йыйынтыҡ булыуы ла ихтимал...». Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында Назар Нәжмиҙең лирик геройы был донъяның фанилығы хаҡында йыш уйлана («Йәшеллеккә быйылғылай юҡ ине һоҡланғаным», «Башҡа донъя»), үткәндәргә ҡараш ташлай («Әсәйемә», «Андыҙ тамыры»). Йәшәйеш менән мәңгелеккә һаубуллашыу күренешенең ҡотолғоһоҙлоғон ул фәлсәфәүи планда, хатта, нисек кенә ғәжәп булмаһын, оптимистик күҙлектән, йәшәйештең тағы бер этабы тип ҡарай. «Һуңғы йырым, иң һуңғыһы булма» тип, үҙ йырына өндәшеүҙән дә ҡурҡмай шағир. Назар Нәжмиҙең «Ҡыш һәм төн», «Йәштәш», «Миңеште шыршылары» кеүек фәлсәфәүи шиғырҙары кеше ғүмеренә мәдхиә булып ҡабул ителә.
Шағирҙың мөхәббәт лирикаһында йәмле Ашҡаҙар, Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән бәйле «Һәм башҡаларға» тигән шиғыр ҙа бар. Лирик герой «Ашҡаҙарҙа йөрәген ярып ингән», «Эстәрле урам-дарын балҡытҡан» һөйөүен иҫләп, тормоштоң да ике ярлы булыуына әсенеп, Ашҡаҙарҙың ярында яңғыҙ баҫып тора. Шиғыр фәлсәфәүи юлдар менән тамамлана:
Башҡа бер ни кәрәкмәй, тип
Әйттем мин Ашҡаҙарға.
«Ашҡаҙар»ҙай бер йыр булып
Ҡалһам мин башҡаларға.
Назар Нәжмиҙең һуңғы йылдарҙа яҙылған мөхәббәт лирикаһы унан ал-дараҡ яҙылғанынан бер аҙ айырыла. Аяуһыҙ ваҡыт үҙенекен итә, сәстәрҙе сал баҫа, күңел ярһыуҙары һүрелә. Шулай ҙа «Был минуттар оноторлоҡ түгел», «Һөйгәнемә сәләм әйтегеҙ», «Лилиәгә ике шиғыр», «Гөлнәфис, Нә-фисәм» кеүек шиғырҙарында Назар Нәжми стиле өсөн хас эске моң һәм тасуирлыҡ дауам итә.
Был шиғырҙар барыһы ла ХХ быуат аҙағында яҙылған. Шулай ҙа, ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтһә лә, улар бына бөгөн генә яҙылған кеүектәр...
Читайте нас