Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Ғинуар 2021, 02:00

Онотманы һине, һалдат, тыуған ил!

...Үкенескә ҡаршы, Чечен һуғышында һәләк булған һалдат-офицерҙарыбыҙҙың һаны әлегәсә аныҡ ҡына билдәле түгел. Башта4 меңдән ашыу кеше хаҡында һүҙ барҙы, унан 14 мең...

Онотманы һине, һалдат, тыуған ил!

...Үкенескә ҡаршы, Чечен һуғышында һәләк булған һалдат- офицерҙарыбыҙҙың һаны әлегәсә аныҡ ҡына билдәле түгел. Башта 4 меңдән ашыу кеше хаҡында һүҙ барҙы, унан 14 мең...

Ниндәй генә һандар аталмаһын, иң мөһиме: был ир-азаматтар Ватаны алдында изге бурысын үтәп баш һалды һәм, әлбиттә, батыр егеттәр беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәйәсәк. Ҡалала Чечен һуғышының тамамланыуына ике тиҫтә йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән митингыла был бурысыбыҙға айырыуса баҫым яһалды. – Үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямай, Рәсәйҙең бөтөнлөгө өсөн ут эсенә ингән һалдаттарыбыҙҙың рухы алдында баш эйеп, беҙ йыл да ошо урында йыйыла- быҙ, – ти билдәләп китте Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов. – Быйыл һуғыш тамамланыуға – 20 йыл. Әммә күпме генә ваҡыт уҙмаһын, һәр саҡ ул егеттәрҙе рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә аласаҡбыҙ, – тип өҫтәне Владимир Иванович. Әлеге локаль бәрелештә һәләк булған яҡташтарҙы хәтергә алырға шулай уҡ Башҡортостан хәрби комиссариатының Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлеге начальнигы Евгений Кутузов, “Набат” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Александр Подобный һәм, әлбиттә, һалдаттарҙың ата-әсәләре, туғандары ла йыйылды. Митингыла ҡатнашыусылар араһында бигерәк тә йәш быуынды күреү ғорурлыҡ уятты, сөнки үткәненә иғтибарлы һәм ихтирамлы кешенең киләсәге лә өмөтлө. Һәләк булған ағайҙарының исемен белгән илһөйәр үҫмерҙәр тәрбиләү – ошондай бәрелештәр булдырмауҙың, мәғәнәһеҙ үлемдәргә юл ҡуймауҙың нигеҙе бит.

Рәмил МАНСУРОВ.

Читайте нас