Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Хәтер
5 Ғинуар 2021, 07:30

Ғәли Соҡоройҙоң тыуған яҡтарында ла төрлө саралар ойоштороласаҡ

Ғәли Соҡорой - Башҡортостанда XIX быуаттың икенсе яртыһында киң танылыу яулаған башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле. Быйыл уның тыуыуына 195 йыл тулыуға бағышланған саралар көтөлә.

Ғәли Соҡоройҙоң тыуған яҡтарында ла ошо дата айҡанлы төрлө саралар ойоштороласаҡ.
Тәтешле тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Айһылыу Шәрифйәнова: “Был дата районыбыҙҙа, республикабыҙҙа матур байрам булып үтәсәк. Мәктәптәрҙә, музейҙарҙа, китапханаларҙа, клубтарҙа төрлө саралар ойоштороласаҡ. 8 ғинуарҙа биләмә-ара ял итеү үҙәгендә хәтер кисәһе, театрлаштырылған тамаша буласаҡ. Тағы бик матур күргәҙмәләр ойоштороласаҡ”, – тип белдерҙе.
Тәтешле районы үҙәге Үрге Тәтешле ауылының бер урамы Ғәли Соҡорой исемен йөрөтә. Яңауыл районы хакимиәте йәш яҙыусыларҙы ижади эшкә ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында 1997 йылда Ғәли Соҡорой исемендәге премия булдырған. Ул иң яҡшы тип табылған әҫәрҙәр авторына йыл һайын бирелә.
2001 йылда Ғәли Соҡоройҙоң тыуған ауылында мәғрифәтсе-шағирҙың йорт-музейы асылған. Музей Ғәли Соҡорой төҙөгән “Ирәкте ырыуы шәжәрәһе”, шағирҙың бер нисә китабы күсермәләре һәм башҡа ҡулъяҙмалары бар.
“Яҡташыбыҙ тураһында ҡыҙыҡһыналар. Уның ҡулъяҙма һигеҙ китабын таптыҡ. Беҙҙә Ғәли Соҡорой үҙе яҙып ҡалдырған шәжәрә һаҡлана. Әле унда өҫтәһе кешеләр күп”, – ти мәғрифәтсе-шағирҙың йорт-музейы директоры Земфира Арманшина.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас