«Ғәли Соҡоройҙоң шәхесендә башҡорт халҡының асылы, иң яҡшы сифаттары сағылған. Ғәли Соҡорой —үҙ шәхесен, үҙ тормошон үҙе төҙөгән кеше. Ауырлыҡтарға ҡарамай, ул үҙе һайлаған дин, шиғриәт һәм мәғрифәтселек юлына тоғро булып ҡала. XIX быуатта башҡорт мәҙәниәте, Рус дәүләтенә ҡушылғансы башҡорт халҡының тарихы тураһында мәғлүмәттең 60 процентын беҙ тап Ғәли Соҡорой әҫәрҙәре аша беләбеҙ. Уның шәхесе әле лә Башҡортостандың ошо райондары өсөн рухи терәк булып тора, уға тоғро булып ҡалайыҡ. Был шәхестең мираҫы әле баһаланып бөтмәгән. Ғалимдар алдында уның әҫәрҙәрен заманса әҙәби башҡорт теленә тәржемә итеп, аңлатып, халыҡҡа еткереү бурысы тора», — тип белдерҙе ғалим, доцент, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов. Тәтешле районында үткән саралар шулай уҡ Ғәли Соҡоройҙоң улы, башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы Ғәрифулла Кейековтың тыуыуына 160 йыл тулыуға арнаып үтте. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин билдәләүенсә: «Ғәрифулла Кейеков беренселәрҙән булып «башҡортса яҙыу» тигән төшөнсәне ҡулланышҡа индереп, яҙма башҡорт теленә мохтажлыҡ булдырып, милләт булараҡ башҡорттарҙы яңы баҫҡысҡа күтәргән кешеләр рәтендә торған».
https://kurultai.ru