Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәтер
12 Ғинуар 2021, 18:00

Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев вафат булды...

Башҡортостостан мәҙәниәте һәм сәнғәте йәнә ауыр юғалтыу кисерҙе: ҡаты ауырыуҙан һуң Башҡортостандың халыҡ артисы, моңло йырсы һәм һоҡланғыс шәхес Риза Мәһәҙиев ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте. Уға ни бары 48 йәш ине.

Риза Мәһәҙиев 1972 йылдың 13 мартында Ишембай районының Ибрай ауылында донъяға килгән. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлағас, Салауат дәүләт башҡорт драма театрына эшкә килә һәм бөгөнгә тиклем шунда ижад итә. Ул үҙен бар яҡлап талантлы актер итеп таныта, халыҡ һәм эстрада йырҙарын бик моңло башҡара. "Актер йыры-1994" конкурсында дипломант, "Дуҫлыҡ йыры-2002" йыр бәйгеһендә лауреат була.
Талантлы артист 30-ҙан ашыу образ тыуҙыра, ул башҡарған төрлө ампуалағы геройҙар үҙҙәренең үҙенсәлекле булыуы менән тамашасы күңелендә мәңге ҡаласаҡ. Риза Мәһәҙиев уйнаған ролдәрҙән бигерәк тә Мостай Кәримдең "Салауат" трагедияһында Петр, М. Фәйзиҙең "Ғәлиәбаныу"ында - Хәлил, Н. Ғәйетбаевтың "Үҙ ҡатыныма өйләнәм!" комедияһында майор Сайранов образдары айырылып тора.
2003 йылда ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм 2010 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы исемдәренә лайыҡ була.
Талантлы актер, моңло йырсы һәм һоҡланғыс шәхес Риза Мәһәҙиевтең йырҙары һәм уйнаған образдары халыҡ күңелендә мәңге һаҡланыр. Артистың ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ. Бәхил бул, талантлы милләттәшебеҙ...
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас