Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Хәтер
13 Ғинуар 2021, 09:50

Республикала Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы уҙғарыла

Башҡортостанда 18-31 ғинуарҙа Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы уҙғарыла.

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Саралар Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә һәм Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц (Освенцим) үлем лагерын азат итеүҙең 76 йыллығына арнала.
Уларҙы әҙерләү һәм уҙғарыу өсөн хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов етәкселегендә ойоштороу комитеты төҙөлгән, саралар планы әҙерләнгән.
Башинформ.
Читайте нас