27 декабрҙә Грачевскийҙы Мәскәү ҡалаһының 52-се һанлы ҡала дауаханаһына коронавирус ауырыуы менән һалғандар. ике көндән реанимацияға , ә бына 7 ғинуар үпкәне яһалма елләтеүсе ( ИВЛ) аппаратына тоташтырғандар. 11 ғинуар хәле яҡшырған, ыңғай динамика күҙәтелгән. Ләкин шишәмбе көнө режиссерҙың хәле ҡапыл насарайыу сәбәпле, уны медикаментоз йоҡоға ебәреүҙәре хаҡында билдәле булды.
Режиссерҙың туғандары һәм яҡындарына ил мәҙәниәтенең күренекле шәхестәре ҡайғы уртаҡлаша.
Балаларға шатлыҡ килтереүсе, юморист Николай Лукинский әйтмешләй , "легендага тиң кеше"не юғалтыуы беҙҙең өсөн бик ҡыҙғаныс.