Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәтер
23 Ғинуар 2021, 13:47

Һөйөнсө! Бабичтың өр-яңы шиғыры!

Башҡорт халҡынаБорон-борон саҡта бер замандаТулҡынланған төрөк диңгеҙе,Тулҡынланған, ташҡан, донъя баҫҡанЕр һелкеткән батыр Сыңғыҙы.Бер тармағы унда, башҡорт халҡыШаулап аҡҡан Урал буйындаДошман яуын атҡан, Яйыҡ ашҡан,Һис булмаған ҡурҡыу уйында.Аймаҡ һайын булған батыр ирҙәр,Типһә, тимер өҙөп һындырған,Төрлө түрә булып хан-бейҙәреИлдә булған яуҙы туҙҙырған.Ай-һай батыр булған башҡорт халҡы,Дошмандарын эштән яҙҙырған!Ҡарт-ҡоролар шуны йәш быуынғаМираҫ итеп һөйләп ҡалдырған.Бына бөгөн беҙҙең ҡыҙыл башҡортЕр һелкетә, донъя тетрәтә...Алтын погон мырҙа дошмандарҙыңҒәскәрҙәрен ҡуйҙай өркөтә.Ир башҡорттан тыуған сын арыҫлан,Ҡыҙыл башҡорт илен һаҡлай ул,Инҡилапсы ата, хәләл улы,Атһыҙ ярлыларҙы яҡлай ул.Ашҡына ул, ҡыуа, пыр туҙҙыраКүптән иҙгән яуыз дошманын“Йәшәһен” ти, ҡыҙыл ярлы халыҡ“Йәшәһен” ти, Башҡортостаным!Ҡара болот үтер, дошман бөтөр,Йәһәннәмгә китәр, юҡ булыр,Дәүләт бәхет, рәхәт уртаҡ булыр,Донъя йөҙө ал да гөл булыр.Ярлы-ябыҡ булмаҫ Ер шарында,Барса халыҡ унда тиң булыр;Азат, матур бай ил БашҡортостанОхмах кеүек рәхәт ер булыр.Башҡортостан ҡарты шул ваҡыттаҺағынып һөйләр ҡыҙыл яуҙарын,Аҡ яуҙарҙы ҡырып бөтөрөпНисек уҙған Урал тауҙарын.Әйҙә ҡырһын, ҡыуһын, пыр туҙҙырһын!Күптән иҙгән яуыз дошманынЙәшәһен шул ҡыҙыл ярлы халыҡ,Йәшәһен шул Башҡортостаным!

Башҡорт халҡының бөйөк шағиры Шәйехзада Бабичтың яңы шиғыры табылған!

2015 йылда мин Ҡазанда ҙур табышҡа юлыҡтым – Зәбих Исҡужиндың архивы менән танышыу бәхете тейҙе. Архивҡа юлығыуым хаҡында иң беренсе аспирантуралағы ғилми етәксем – Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, филология фәндәре докторы Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновҡа хәбәр иттем. Шатлығым күктәргә ашып:” Ишмөхәмәт ағай, һеҙҙең уҡыусығыҙ булыуым арҡаһында миңә Зәбих Исҡужиндың архивы менән танышырға рөхсәт иттеләр! Ниндәй тема буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҙҙың? Етәксең кем булды?” тигән һорауға, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, тип яуаплағайным: “О-о-о, Ишмөхәмәт ағай! Беҙ уның менән бик күп йылдар яҡын аралашабыҙ. Башҡортостанға юл төшһә, Ишмөхәмәт ағайҙы күрмәйенсә, уның ҡурайын тыңламайса ҡайтмайбыҙ”, – тине Татарстан фәндәр академияһы Ғ.Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының Яҙма мираҫ һәм музыкаль үҙәге мөдире, филология фәндәре докторы Рәмил ағай Исламов.

Шулай итеп, ғилми етәксемә ҡарата булған оло хөрмәт Башҡортостан өсөн онотолған шәхесте – Зәбих Исҡужинды, уның бөйөк исемен ҡабат ҡайтарырға ярҙам итте.

Был архивта Зәбих Исҡужиндың тормош һәм хеҙмәт юлын сағылдырған шәхси документтар – хаттар, телеграммалар, тәнҡит мәҡәләләре, фотографиялар, тулы булмаған көндәлек, Бабичтың шиғырҙары, Һаҙи Таҡташтың ижады хаҡында яҙылған ғилми хеҙмәттәренең ҡаралама варианты бар ине.

Ҡазанда һаҡланған архив ни тиклем бай булмаһын, ундағы материалдарҙың дауамын йә булмаһа төп өлөшөн Башҡортостанда эҙләргә тура килде. Хоҙай бүләге булдымы ул, тойомлауҙарым шул юлдарға илттеме, әллә башҡа сәбәпме –Зәбих Исҡужиндың юғалған йә кемдер юҡ итергә ынтылған материалдарына юлыға барҙым.

2016 йылда миңә Сибай ҡалаһынан Нәйлә һәм Зәки Исҡужиндар “З.Исҡужин” тип яҙылған блокнот ебәрҙеләр. Эсендә – шиғырҙар. Белмәйбеҙ, кемдең шиғыры икәнен дә, Зәбих Исҡужиндыҡымы, әллә минең ҡайным Заһитулла Исҡужиндыҡымы?” – тине Нәйлә ханым. Кнопка ярҙамында бикләнә торған бик затлы ғына, дәфтәр ҙурлығындағы блокнотта бер нисә шиғырҙан тыш, төрлө газеталарҙан күсерелгән абзацтар яҙылған. Блокнот эсенән ике телеграмма килеп сыҡты. Береһе – ғәрәп хәрефтәре менән, икенсеһе кириллицала яҙылған. Был ике телеграмманы берәй кем уҡынымы, юҡмы икән – билдәһеҙ, уҡыған хәлдә лә, ҡапыл ғына кем тураһында һәм нимә тураһында һүҙ барғанын аңлай алмағандарҙыр. Телеграммала Зәбих Исҡужиндың әлеге мәлдә, 1935 йылдың йәйендә, Америкала булыуы тураһында әйтелә. Туғандарына хәлен белдерер өсөн ул башта Мәскәүгә, Башҡортостан АССР-ы вәкиллегенә хәбәр ебәрә, аҙаҡ Мәскәүҙән ауылға, Ә. Нәҙерғолов исеменә телеграмма китә. Ошо телеграмма һәм ундағы мәғлүмәттәр миңә Зәбих Исҡужиндың 1935 йылдан һуңғы тормошо ни өсөн ҡырҡа үҙгәреүенә яуап табырға ярҙам итте. Туғандарынан:”Һеҙ уның Америкала булып ҡайтҡанын белә инегеҙме?” – тип һорауыма барыһы ла:”Беренсегә ишетәбеҙ”, – тип яуап бирҙе. Зәбих Исҡужиндың Зыя Исҡуж (үҙен тап шулай тип йөрөтә башлай – С.Г.) булып китеүе лә уның Нью -Йорҡта алты ай командировкала булыуы менән дә бәйле, тип уйлайым.

Уҙған йылдың ноябрендә интернет селтәрендә Ҡазан федераль университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Миләүшә Хәбетдинованың “Татар-информ”ға биргән интервьюһын уҡыным. “Нәҡи Иҫәнбәтте ошаҡлауҙа һәм урлашыуҙа ғәйепләргә нигеҙ юҡ!” тип атала ул. Мәҡәлә оҡшаны. Төплө. Дәлилле. Бер кем иңҡар итә алмаҫлыҡ документтарға таянып яҙылған. Ваҡыттың һуң булыуына ҡарамаҫтан – шылтыраттым. Беҙ Миләүшә ханым менән 2019 йылдың йәйендә, авторға, Ҡазанда танышҡайныҡ. Рәхмәтемде белдерҙем. Үҙемдең Нәҡи Иҫәнбәттең 20-30 йылдарҙа баҫылған мәҡәләләрен уҡыуымды, уларҙың бик яҡшы яҙылыуы хаҡында әйттем. Оҙаҡ һөйләштек: Мөхтәр Мутин тураһында ла, Шәйехзада Бабич тураһында ла. Бабич тураһында һүҙ сыҡҡас, һүҙебеҙ Бабич ижады буйынса диссертация яҙған Зәбих Исҡужинға барып тоташты. “Зәбих Исҡужин тинегеҙме?” – тип ҡабатлап һораны ул. Мин дә бит уның архивы менән таныштым. Һаҙи Таҡташ буйынса материал эҙләгәндә. Ниндәй ҙур ғилми хеҙмәттәр яҙған, ә Татарстанда ла, Башҡортостанда ла берәү ҙә исемен телгә алмаған быға тиклем”, – тине ул әсенеп. “Зәбих Исҡужиндың архивы хаҡында кешеләр белгән, тик уның исемен яҙыуҙы күп осраҡта кәрәк тип һанамағандар, ахыры”, – тип һөйләшеүҙе дауам иттек.

Миләүшә Мөхәмәтйән ҡыҙы:
– Ә һеҙ беләһегеҙме, Зыя Исҡуждың Бабичтың үлтерелеүе хаҡында мәғлүмәт һәм Бабичтың “Башҡорт халҡына” тигән шиғыры Нәҡи Иҫәнбәттең архивында һаҡлана икәнен?
– Ю-ю-юҡ..” – тип оҙон һуҙып яуап бирҙем мин.

Телефон аша Миләүшә ханым миңә Нәҡи Иҫәнбәт архивынан юлдар уҡып ишеттерҙе: ”Бына бөгөн минең алдымда Зыя Исҡуж иптәштең ҡайһы бер ҡулъяҙма дәфтәр ҡараламалары, ҡағыҙ киҫәктәре ята. Ул уларҙы 1933-1936 йылдарҙа пединститутта аспирантурала уҡығанда яҙған булған. Ләкин бында фольклор ғына түгел, төрлө иҫтәлек, көндәлек кеүек яҙмалар ҙа бергә буталған. Шунда уҡ Шәйехзада Бабичтың биографияһы һәм уның нисек үлтерелеүе тураһында ла төрлө ҡағыҙ киҫәге бар. Латин хәрефе менән татарса яҙылған был киҫәктәрҙе рәтләштереп, номерҙарын уҡырлыҡ хәлгә килтерҙем (Н.Иҫәнбәт архивы:”Шәйехзада Бабич”, ҡулъяҙма. 50-се бит).

Замандаштары араһында исмаһам бер кешенең – Нәҡи Иҫәнбәттең Зәбих Исҡужиндың исемен һәм ҡулына килеп эләккән уның ҙур булмаған мираҫын ҡәҙерләп һаҡлай алыуы миндә ҙур рәхмәт тойғолары уятты. Ә бит Зәбих Исҡужинды яҡшы белеп, уның менән аралашыуҙы мәртәбә тип һанаған күп кешеләр ғалим вафат булыуы менән уны оноталар. Сәбәптәре булған, әлбиттә. Ҙур сәбәптәре лә, бәләкәй сәбәптәре лә, ә бит тормош Нәҡи Иҫәнбәткә ҡарата ла гел мәрхәмәтле булмай. Кисергән ғазаптары етерлек. Тик башҡаларҙан айырмалы рәүештә, ул З. Исҡужиндың Бабич тураһындағы материалдарын утҡа ташламаған, йыртып ырғытмаған, үҙләштермәгән. Миләүшә Хәбетдинова әйтеүе буйынса, Нәҡи Иҫәнбәт “Мин Зыя Исҡуж яҙмаларынан түбәндәге урындарҙы хәрефкә хәреф күсерәм”, “Зыя Исҡуж яҙа”, “Зыя Исҡуж иҫкәрмәһе” тип гел яҙып бара.

Бөгөнгө мәҡәләлә Нәҡи Иҫәнбәт архивында һаҡланған, уның ҡыҙы Йондоҙ Иҫәнбәт рөхсәте менән гәзит уҡыусыларға Шәйехзада Бабичтың табылған өр-яңы шиғырын тәҡдим итәм. Тәҡдим итәбеҙ. Мин, Йондоҙ Нәҡи ҡыҙы Иҫәнбәт һәм Миләүшә Хәбетдинова менән өсәүләп. Миләүшә ханым ошо шиғыр донъя күрһен өсөн, минең көн аралаш шылтыратыуымды сабыр тыңлап, ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне.

Йондоҙ Иҫәнбәттең теләге Нәҡи Иҫәнбәттең архивында һаҡланған 77 битлек “Шәйехзада Бабич” тигән ҡулъяҙма материалдарҙы бер бөтөн итеп баҫтырыу ине. Мин Зәбих Исҡужин хаҡында китап әҙерләүемде, Бабичтың “Башҡорт халҡына” тигән шиғырын, шағирҙың нисек үлтерелеүе хаҡында ла З Исҡужиндың материалдары тип китапҡа индерергә ныҡ теләүемде Йондоҙ ханым аңлап, был шиғырҙы башлап Татарстандың “Мәҙәни йома” гәзитендә баҫтырырға ризалығын бирҙе. Шиғыр 2021 йылдың 15 ғинуарҙағы 1- се һанында баҫылып сыҡты.

Бабичтың “Башҡорт халҡына” тигән шиғыры барлығын башлап, З.Исҡужин исеменә яҙылған хаттарҙың береһендә уҡыным. Хатта былай тиелә:

”Башҡорт халҡына” тигән шиғырҙы 1924 йылда миңә сәхнәлә декламация итеп һөйләргә тип ятлатҡандар ине. Ул шиғыр уҡытыусы Биккужин Ғүмәрҙең альбом дәфтәренән алынды. Ул миңә “Бабич шиғыры” тип яҙып бирҙе. Ул уҡытыусы хәҙерге көндә төрмәлә ултыра булһа кәрәк. “Башҡорт халҡына” тигән шиғыр минең тарафтан Ҡушаҡаев Әхмәттең бит ярымлыҡ дәфтәренә яҙылыуы ихтимал. Мин уны бер нисә иптәштең дә дәфтәренә яҙған инем.

Хат авторының адресы һәм ҡултамғаһы ғына тора. Адресы һәм хатта күрһәтелгән датаһы буйынса кемдән икәнен асыҡланым – хат Әхмәтхан Төпәевтан. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем алған, Бабичтың үҙе һәм уның көрәштәштәштәре Зәки Вәлиди, Нуриәғзәм Таһиров, Сәғит Мерәҫов, Кәрим Иҙелғужиндар менән бик яҡын аралашҡан Әхмәтхан Фазлетдин улы Төпәев ул.

Был һүҙҙәрҙе уҡығас, Бабичтың әле бөтөнләй билдәһеҙ булған – “Башҡорт халҡына” тигән шиғырын эҙләп, Зәбих Исҡужиндың архивында һаҡланған, өс төрлө алфавитта яҙылған бөтә ҡағыҙҙы аҡтарҙым. Әммә таба алманым. «Табырға! Уҡырға! Башҡаларға еткерергә! Донъяға бәйән итергә!» Ошо хыял күңелемә ояланы. Бәлки 2 мең бит ҡағыҙ араһында күрмәй ҡалғанмындыр, тип ҡабат Ҡазанға барҙым. Ваҡыт байтаҡ үткәйне, ниндәйҙер сәбәп менән миңә архивты ҡарарға рөхсәт итмәнеләр.

Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, урау юлдар аша, изге кешеләр ҡулына эләгеп ҡабат иленә – Башҡортостанына ҡайтты Бабичтың был шиғыры.

Башҡорт халҡына

Борон-борон саҡта бер заманда
Тулҡынланған төрөк диңгеҙе,
Тулҡынланған, ташҡан, донъя баҫҡан
Ер һелкеткән батыр Сыңғыҙы.

Бер тармағы унда, башҡорт халҡы
Шаулап аҡҡан Урал буйында
Дошман яуын атҡан, Яйыҡ ашҡан,
Һис булмаған ҡурҡыу уйында.

Аймаҡ һайын булған батыр ирҙәр,
Типһә, тимер өҙөп һындырған,
Төрлө түрә булып хан-бейҙәре
Илдә булған яуҙы туҙҙырған.

Ай-һай батыр булған башҡорт халҡы,
Дошмандарын эштән яҙҙырған!
Ҡарт-ҡоролар шуны йәш быуынға
Мираҫ итеп һөйләп ҡалдырған.

Бына бөгөн беҙҙең ҡыҙыл башҡорт
Ер һелкетә, донъя тетрәтә...
Алтын погон мырҙа дошмандарҙың
Ғәскәрҙәрен ҡуйҙай өркөтә.

Ир башҡорттан тыуған сын арыҫлан,
Ҡыҙыл башҡорт илен һаҡлай ул,
Инҡилапсы ата, хәләл улы,
Атһыҙ ярлыларҙы яҡлай ул.

Ашҡына ул, ҡыуа, пыр туҙҙыра
Күптән иҙгән яуыз дошманын
“Йәшәһен” ти, ҡыҙыл ярлы халыҡ
“Йәшәһен” ти, Башҡортостаным!

Ҡара болот үтер, дошман бөтөр,
Йәһәннәмгә китәр, юҡ булыр,
Дәүләт бәхет, рәхәт уртаҡ булыр,
Донъя йөҙө ал да гөл булыр.

Ярлы-ябыҡ булмаҫ Ер шарында,
Барса халыҡ унда тиң булыр;
Азат, матур бай ил Башҡортостан
Охмах кеүек рәхәт ер булыр.

Башҡортостан ҡарты шул ваҡытта
Һағынып һөйләр ҡыҙыл яуҙарын,
Аҡ яуҙарҙы ҡырып бөтөрөп
Нисек уҙған Урал тауҙарын.

Әйҙә ҡырһын, ҡыуһын, пыр туҙҙырһын!
Күптән иҙгән яуыз дошманын
Йәшәһен шул ҡыҙыл ярлы халыҡ,
Йәшәһен шул Башҡортостаным!

Бабич.
Нәҡи Иҫәнбәт шундай аңлатма ла бирә:”Текст ғәрәп хәрефендә ҡулдан башҡортса яҙылған һәм артында русса шундай бер адрес та яҙылған: “Тамъян-Катайский кантон, Тамьяна – Тангаурская волость, дер. Казмаева, Сафа Фатхуллин”. Был шиғыр латин хәрефе менән дә, татарса ла килтерелгән. Һүҙҙәре һәр ике нөсхәлә бер үк, айырма тик уларҙың башҡортса йәки татарса яҙылышында ғына.

Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын башҡорттоң киң далалары, таулы урмандары араһынан эҙләп табып, туплап, системаға һалып, беҙҙең быуат өсөн ҙур мираҫ ҡалдырған Зәбих Исҡужиндың тыуыуына быйыл – 110, вафатына 85 йыл тула. Башҡорт әҙәбиәте тарихында лайыҡлы урын алырға тейешле был шәхестең тормош юлын һәм ижадын беҙ өйрәнә башланыҡ ҡына. Әлеге көндә ғалимдың шәхси архивы материалдарына, үҙем тапҡан публикациялар һәм документтарға таянып китап әҙерләнем. Баҫыласаҡ китапта бик күп кеше хаҡында һүҙ бара. Уникаль документтарҙы үҙ эсенә алған был китап Шәйехзада Бабич һәм уның әҙәби мираҫы хаҡында күп серҙе асыр.

Гөлсәсәк САЛАМАТОВА – З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Сығанаҡ: (https://vk.com/wall-35065816_85637?w=wall-35065816_85..).
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-..«Йәшлек» гәзитенән алынды.
Читайте нас