Атауҙы күлендә ҡойоноп үҫкәндәрҙең дәртһеҙ, моңһоҙ булыуы мөмкин түгел. Был яҡтарҙа һәр икенсе кеше – бейеүсе, тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ. Айҙар Рафиҡ улы Ишбулатов Әбйәлил районы Атауҙы ауылында 1971 йылдың 5 февралендә донъяға килә. Рафиҡ Фәсхетдин улы һәм Әсмә Уйылдан ҡыҙының йыр-моңға бай матур ғаиләһендә алтынсы төпсөк бала була.
Бала сағынан атаһы Рафиҡ Фәсхетдин улының гармунда, баянда, мандолинала өҙҙөрөп уйнауын, уның көйөнә әсәһенең бейеүҙәрен күреп үҫә буласаҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ Бейеү театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Айҙар Ишбулатов. Уның иң беренсе бейеү һалыусыһы-балетмейстеры ла әсәһе Әсмә апай була.
– Беҙҙең йәш айырмаһы өс йыл. Айҙар ҡустым менән бәләкәйҙән һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем бергә булдыҡ, - тип хәтер ептәрен һүтә бер туған апаһы Хөснә Рафиҡ ҡыҙы. – Әсәйем Магнитогорскиҙан Айҙарға моряк (диңгеҙсе) костюмы алып ҡайтҡайны. Уға уны кейҙереү менән әсәйемдең күҙ алдына матрос бейеүе килгәндер. Әсәйем ҡустыма шул бейеүҙе өйрәтте. Әле лә ғәжәпләнәм: ябай ауыл ҡатыны матрос бейеүенең хәркәттәрен ҡайҙан белде икән? Айҙар тиҙ арала ул бейеүҙе отоп алды. Атайым көйөн дә уйнап ебәргәс, Айҙар бейергә төштө. Ҡунаҡ килһә, мотлаҡ ҡустымды бейетерҙәр ине. Йәнгел урта мәктәбендә уҡығанда бейеү түңәрәгенең солисы, һуңынан училище ансамбле менән төрлө республика конкурстарында призлы урындар яулау – тормошондағы бөтә ваҡиғалар ҙа яйлап ҡына уны ҙур сәхнәгә этәрҙе.
Шулай ҙа уны профессиональ сәхнәгә әйҙәүсе кеше – еҙнәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актёры Фәим Әхмәтйәнов була.
– 1992 йылдың йәйе… Мин ғаиләм менән Әйбәлилгә отпускыға ҡайттым. Айҙар ҡәйнешемде тәүгә күреүем. Уның армиянан ҡайтҡан сағы. Бейеүселәргә генә хас төҙ, матур кәүҙә, һығылмалылыҡ, янып торған күҙҙәр, бөркөлөп торған дәрт… Мин уны күргәс тә: “Был бит яңы ғына Хәлил Ишбирҙин асҡан Бейеү театрының буласаҡ бейеүсеһе” тигән уй башҡа килде. Ябай ауыл малайы түгел ине ул. Үҙемдең фекеремде уға әйттем. Айҙар икеләнеберәк Стәрлетамаҡҡа килде. Хәлил Ишбирҙин бер ай һынағандан һуң уны эшкә алды. Эшләй башлауына 15 көн тигәндә “Бөрйән егеттәре” бейеүе менән ҙур сәхнәгә сыҡты, – тип хәтерләй Фәим Әхмәтйәнов.
Айҙарҙың ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ижад тормошо шулай башланып китә. Республиканың ауыл-ҡалалары, Рәсәй, сит ил буйлап гастролдәргә йөрөү, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, яңы тәьҫораттар… Санкт-Петербургта башҡорт һабантуйҙарында, Мәскәү, Үзбәкстан, Төркиә, Бельгия, Голландия илдәрендә сығыш яһауҙар. Иҫ китмәле бай артист тормошон үҙ елкәһендә татыған Айҙар Ишбулатов. Стәрлетамаҡ Бейеү театрының репертуарында ул ҡатнашмаған бер бейеү ҙә, бер спектакль дә булманы ул саҡта. Коллективының алыштырғыһыҙ солисы лирик бейеүҙәрҙе лә, халыҡ бейеүҙәрен дә ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы, беренсе сығыштарынан уҡ халыҡ һөйөүен яуланы. Дуҫы Рәил Лоҡманов менән икеһен күҙ уңында тотоп “Мыйыҡлы егеттәрҙең береһе…” тип танырҙар ине уны тамашасылар. Хәлил Ишбирҙин ҡуйған “Инсебикә”, “Бөрйән”, “Арҡайым” хореографик спектаклдәрендә төп партияларҙы башҡарҙы ул. Айҙар Рафиҡ улы Бейеү театрында профессиональ бейеүсе булып эшләүе менән генә сикләнмәне. Ҡалабыҙҙың В.И.Ленин исемендәге 2-се башҡорт лицей-интернатында бейеү түңәрәге алып барҙы, уҡыусылары менән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланылар. Үҫеп килеүсе быуынға шулай бейеү серҙәрен төшөндөрҙө ул.
Тыуған яғын сикһеҙ яратҡан Айҙар Әбйәлилдә танылған “Йәшлек” ансамбленә һәм ауыл егеттәренә лә байтаҡ бейеүҙәр һалды. Әлеге ваҡытта Атауҙы егеттәр ансамблен Айҙарҙың ике туған ҡустыһы Тәлғәт Ишбулатов етәкләй. Ул ағаһының бейеүҙәрен үҙ репертуарынан төшөрмәй. 2016 йылда был коллектив “Байыҡ” республика конкурсында Гран-при яуланы. Тимәк, Айҙарҙың эшен дауам итеүсе уҡыусылары, яҡташтары бар.
Айҙар Рафиҡ улы Ишбулатов – Әбйәлил районы Атауҙы ауылынан сыҡҡан беренсе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Был мәртәбәле исемгә, хөкүмәт наградаһына ул үҙенең тәбиғәттән килгән таланты, ата-әсәһенең улдарында күргән һәләте һәм, әлбиттә, ҙур тырышлығы арҡаһында килде. Ауылдаштары данлыҡлы яҡташтарының исемен мәңгеләштерерҙәр тигән ышаныс бар. Сөнки ул тыуған яғын өҙөлөп яратты, Стәрлетамаҡ ҡалаһын да үҙ итте. Бейеү театрында эшләүе менән сикһеҙ бәхетле булды. Ләкин яҙмыш аяуһыҙ. Ул ни бары 44 йәшендә яҡты донъяларҙы ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсте… Уның бейеүҙәрен йәш быуын өйрәнә һәм сәхнәләрҙә яңыса балҡыта. Тимәк, үҙе китһә лә уның бейеү рухы ижадташтарында, тамашасыларҙа йәшәй!
Фотолар ғаилә архивынан алынды.