Римма Сәхиулла ҡыҙының исеме милли журналистика ғына түгел, башҡорт сәнғәте менән дә тығыҙ бәйле ине.
Ул сығышы менән Ишембай районы Ибрай ауылынан, БДУ-ны тамамлай, хеҙмәт юлын "Ленинсе" гәзитендә башлай. Артабан мәғариф өлкәһендә, республиканың төрлө мәҙәни усаҡтарында эшләй. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, Стәрлетамаҡ филармонияһының байтаҡ гастролдәрендә ул администратор булараҡ ҙур эш башҡара. Әммә ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй вазифалар ғына атҡармаһын, Римма Хәйбуллина тормошта һәр саҡ журналист булып ҡалды. Сәнғәт матурлығы хаҡында ғына түгел, йәмғиәтебеҙҙең етешһеҙлектәренә лә арналған тәрән мәғәнәле, проблемалы материалдары ҡала-район, республика баҫмаларында донъя күрҙе. Һуңғы ваҡытта уны яҙмышы "Ашҡаҙар" гәзите менән бәйләне.
Ул тормоштоң үҙенә лә һәр саҡ ижади ҡарай ине, алдына ниндәй генә һынауҙар килмәһен - көрәшеп йәшәне. Шулай ул күңелдәрҙә лә ижадсы һәм көрәшсе булып иҫтә ҡалыр!
Тыныс йоҡла, ҡәләмдәшебеҙ, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын!
Яҡындарын - Римма Сәхиулла ҡыҙын юғалтҡан ғаиләһенә, туғандарына сабырлыҡ теләйбеҙ.
"Ашҡаҙар"ҙар.
Саян
(Үҙе әхирәт, үҙе һеңлекәш
Римма Хәйбуллинаға)
Урталыҡ юҡ саяндарға:
Көрәшәләр ғүмер баҡый.
Янып көлгә әйләнә, йә
Бәхет булып ишек шаҡый.
Һөйһә, һөйә аҡҡош төҫлө;
Нәфрәтләнһә, боҙҙар таша.
Йөрәккәйен түгеп һалып
Бары Рәүҙәгенә аса.
Ә ҡылысҡа әйләнгәндә
Ялтлап торған,
ҡаса ялған.
Бер генә бөртөк ҡыҙына
Йәшәй һеңлем булып ҡалҡан.
Саяндарҙың ҡануны бер:
Йәки упҡын, йәки ҡая.
Сыңрау торна һымаҡ сыңрап
Ҡанат һөйрәп ҡайтты бая.
Кем сабыйға әйлән(а)ла,
Илап - көлөп, таң ҡаршылай ?
Кәрәк икән, йөрәген дә
Бүлеп бирер ҡап яртылай ?
Ярты - йорто йәшәмәҫ ул,
Өр яңынан тыуыр гелән.
Саяндарҙың асылдарын
Һөйләр түгелеп ғорур имән.