Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Хәтер
9 Февраля 2021, 10:00

Ҡаһым түрәнең музейы ла буласаҡ

Киләһе йылда Башҡортостан Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуҙы билдәләйәсәк. Күркәм датаға башҡорт полкы командиры Ҡаһым Мырҙашевтың яҡташтары етди әҙерлек башланы. Стәрлетамаҡ районы хакимиәте саҡырыуы буйынса Милли музей директоры Марат Миңнеғәли улы Зөлҡәрнәев, Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Вельмир Хәйбрахман улы Аҙнаев менән Ҡаһым түрәнең тыуған яғында – Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылында үткән кәңәшмәлә ҡатнаштыҡ. Төп мәсьәлә – оло тантанаға әҙерлек сиктәрендә данлыҡлы яҡташыбыҙ Ҡаһым түрәгә һәм башҡорт ғәскәрҙәренә арналған муниципаль музей ойоштороу.

Район хакимиәте музей өсөн Мырҙаш ауылы клубының ҙур өлөшөн бирә. Бөгөнгө көндә данлыҡлы шәхесебеҙ Ҡаһым түрәгә Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында ғына cтела ҡуйылған. Ошо уҡ ауылда “Ашҡаҙар” йырына ла һәйкәл бар. Бында Ҡаһым Мырҙашевты ныҡ хөрмәт итәләр һәм киләсәктә ошо шәхескә, Наполеонға ҡаршы һуғышҡан башҡорт яугирҙары хөрмәтенә музей асырға ниәт иткәндәр. Беҙ ҙә, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге булараҡ, БР Милли музей етәкселеге менән бергә музейҙы ойоштороуға методик ярҙам күрһәтергә, экспозиция эшләүҙә, тарихи материалдар табыуҙа ҡатнашырға әҙербеҙ. Был бик ҡыҙыҡлы һәм урынлы проект.

Кәңәшмәгә Стәрлетамаҡ ра-йон хакимиәте вәкилдәренән тыш, район ҡоролтайы, ауыл советы хеҙмәткәрҙәре, урындағы фермерҙар һәм эшҡыуарҙар ҙа килгәйне. Улар барыһы ла проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡат-нашырға теләй.

Башланған эш – бөткән эш, киләсәктә данлыҡлы батырыбыҙҙың исеме ошондай ҙур ваҡиға аша ла мәңгеләштерелер.

Данир ҒӘЙНУЛЛИН.
Читайте нас