Ер мәсьәләләрен ышанып тапшыралар
Уның яҙмышы менән күптән ҡы-ҙыҡһынһам да, бер мәл һуңлап булһа ла төрлө сығанаҡтарҙан материалдар эҙләй башланым, уның шәжәрәһен төҙөнөм. Бәләкәй генә Ҡамбулат ауылы кешеһенең улы Арыҫланғәли Әлимғолов нисек Ырымбур ҡалаһындағы айырым хоҡуҡлы кешеләр өсөн тәғәйенләнгән Линейное училищеһын тамамланы икән, тигән һорауға ла яуап табылды. Атаһы Ғәләүетдин Әлимғолов башҡорт ғәскәре сафтарында яҡшы хеҙмәт итеп, зауряд-хорунжий дәрәжәһен ала. Николай Беренсе ваҡытында батырлыҡ өсөн ордендарҙы бик биреп бармайҙар, дворяндар сафын башҡа синыфтар иҫәбенә һирәгәйтеүҙән ҡурҡалар. Зауряд дәрәжәһе “почетлы граждан” тигән кеүек айырым өҫтөнлөктәр бирә, шул иҫәптән балаларын урыҫ уҡыу йорттарында уҡытыу мөмкинлеге бирелә. Шулай итеп, Арыҫланғәли Әлимғолов та, уның улы Арыҫланбәк Әлимғолов та Ырымбурҙа Линейное училищеһын тамамлай, оҙаҡ йылдар рус-башҡорт мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Арыҫланғәли Әлимғолов 1876-1882 йылдарҙа хәҙерге Ишембай районы Аҙнай ауылында рус-башҡорт мәктәбен етәкләй, 1882-1902 йылдарҙа Шишмә районы Сафар ауылында земство мәктәбендә уҡыта. Һуңыраҡ ул Ергән волосы старшинаһы итеп һайлана, бер нисә йыл ошо яуаплы эште атҡара. Ә Арыҫланбәк Әлимғолов ғаиләһе башта Сафар ауылында, һуңыраҡ Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында йәшәй, сөнки 1917 йылғы бола башланғансы ул земство мәктәбе мөдире булып эшләй. 1917 йылда Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнаша, тәүге Ҡоролтайҙарға делегат булып һайлана, Мәркәз шураһына ағзалыҡҡа кандидат була. Һуңыраҡ, Совет власы урынлаштырылғас, Стәрлетамаҡ өйәҙ халыҡ комиссариатында ер эштәре буйынса комиссар итеп тәғәйенләнә. Беҙгә мәғлүм булыуынса, 1918 йылда Әлимғоловтар ғаиләһе Ҡамбулат ауылында йәшәй.
1918 йылдың йәйендә Граждандар һуғышы ныҡлап тоҡанып китә, июль айында чех һәм словактар корпусы ярҙамында Стәрлетамаҡта ла Совет власы ҡолатыла. Совет власы аппаратында эшләүселәрҙе, Совет власы яҡлыларҙы эҙәрлекләү башлана. Был эштең башында Стәрлетамаҡ контрразведкаһы начальнигы Александр Пылаев тора. Уны белгән кешеләр былай ҙа артыҡ ҡыҙыу, ҡанһыҙ кеше Пылаев Граждандар һуғышы ваҡытында бөтөнләй йыртҡысҡа әйләнде, тип иҫкә ала. Тирә-яҡтағы ауылдарҙан күпләп кешеләрҙе ҡулға алып, Стәрле төрмәһенә алып киләләр, уларҙы көн дә контрразведкала язалайҙар – шомпол менән туҡмайҙар, аяҡ-ҡулдарын борғослайҙар һ.б. Күптәрҙе урмандарҙа, Ҡарайған, Ишәй ауылы күле буйында, Урыҫ Һаҫыҡкүле, Федоровка, Куликовка, Үҙән заводында һ.б. урындарҙа аталар.
Тарихсы Михаил Иванович Минеев “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә 1966 йылда баҫтырған “Обелиск на 5-ой версте Уфимского тракта” мәҡәләһендә А.Пылаев 50-гә яҡын кешене һәләк итеүҙә ғәйепле, тип яҙа.
Ҡыҙыл Армияның Стәрлетамаҡҡа яҡын-лашыуынан ҡурҡҡан аҡтар 26 комиссарҙы тимер юл менән Себергә ебәрергә уйлап, Стәрле төрмәһенән алып сыға. Ләкин юлда А.Пылаев колоннаны кире борҙорта, ҡалаға ингәнсе чехтарға комиссарҙарҙы атырға ҡуша. Чехтар быға ҡаршы төшә, ләкин Пылаев менән уның ярҙамсылары үҙ теләгенә барыбер ирешә – башта 26 комиссар атыла (улар араһынан Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылынан Әбделфазыл Шәмсетдинов атылһа ла, иҫән ҡала), һуңынан ошо уҡ урынға яңы тотҡондар алып килтерелә. Стәрлетамаҡ ҡыҙылдар ҡулына күскәс, 1919 йылдың 11 февралендә ҡала халҡы туғандар ҡәберлегендә 80 кешене ерләй. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа була. Һәләк булғандарҙың барыһы ла большевиктар партияһында тормағаны билдәле, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ Совнаркомы рәйесе Василий Прозоровский һул эсер була, уның менән бергә һеңлеһе Елизавета ла атыла. Колчак ғәскәрҙәре 1919 йыл башында һөжүмгә күсә һәм Башҡортостан яңынан аҡтар ҡулында ҡала. Был осорҙа ла аҡ террор дауам итә. Май аҙағында сигенеүсе Колчак армияһы менән бергә йәлләд А.Пылаев та алыҫ Көнсығышҡа, хатта Ҡытайға тиклем ҡаса. Тик уның Рәсәйгә ҡайтҡыһы килә – бәләкәй ҡыҙын алып ул 1920-се йылдар башында Рәсәй сиген үтә, аҡ армияның ябай һалдаттары менән бергә өс йыл лагерҙа була. Лагерҙан һуң урман ҡарауылсыһы булып эшләй башлай, осраҡлы рәүештә генә уны танып, тейешле органдарға хәбәр итәләр. Пылаевты 1925 йыда Стәрлетамаҡҡа алып килеп, ҡылған яуызлыҡтары өсөн хөкөм итәләр.
Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтке килә – Стәрлелә Александр Ивлев урамы бар. Ивлев – эшсе, мебель эшләү оҫтаһы, 1905-1907 йылғы беренсе рус революцияһы йылдарында революцион эшмәкәрлеге өсөн Мәскәү янындағы бер ҡаланан Стәрлегә һөргәнгә ебәрелгән була, ул да 1918 йылдың 28 сентябрендә атыла. Стәрлеләге 1918 йылғы трагедия тарихын өйрәнгәндә мин Санкт-Петербургта йәшәгән А.Ивлевтың бүләһе Вадим Ивлев менән таныштым. Вадим бик белемле, юғары мәҙәниәткә эйә кеше, миңә был эҙләнеүҙәремдә ҙур ярҙам күрһәтеп торҙо.
…Илебеҙҙә ундай фажиғәле ваҡиғалар булмаһын тип теләйбеҙ, сөнки һәр бер ғаилә Граждандар һуғышы, унан һуңғы йылдарҙағы синфи көрәш арҡаһында яҡындарын юғалтҡан, күпме бала етем ҡалған, кеше башына күпме михнәт-хәсрәт төшкән, ҡыҙылдар килһенме, аҡтармы – һәр бер күренеш халҡыбыҙҙан ҡорбандар көҫәгән. Шул иҫәптән Әлимғоловтар ҙа атайһыҙ ҡалып, етем үҫкән. Иң кеселәре Әнүәр йәш ярымда атаһынан ҡалһа, Тәлғәт бөтөнләй тыуып та өлгөрмәй. Әхнәф, Искәндәр, Тәлғәт, Әнүәр Стәрле балалар йортонда тәрбиәләнә, педтехникум тамалай, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Тәлғәт менән Әнүәр Әлимғолов һуғыштан кире ҡайта алмай, Ватан өсөн изге һуғышта вафат булып ҡалалар. Туғандар менән уларҙы йыл да хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Әхнәф бабай Стәрлегә атаһы янына йөрөгән. “Илай-илай бара инем дә, бейек ҡойма янына килеп: “Атай, был мин, Әхнәф!” тип ҡысҡыра инем. Шунан ул яуап биргәс, ашанты, кейемде ҡойма аша бәрә инем, – тип балаларына һөйләгән. – Унда ҡот осҡос ыңғырашыу, ауыртыуҙан ҡысҡырыуҙар ишетелеп тора ине, минең ҡотом осһа ла, атайҙың хәлен белергә йөрөнөм, – тигән. – Бер килгәндә ҡысҡырҙым, яуап бирмәне. Мин барыһын да аңланым, үкереп илап, ҡайтып киттем. Ҡайтҡас, ул юҡ инде тип иланым. Барыбыҙ ҙа ныҡ иланыҡ…”
Арыҫланбәк Әлимғоловтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында интернетта баш-ҡорт википедияһында уға арналған мәҡәлә бар, башҡорт милли хәрәкәтен өйрәнеүселәр ҙә уның тураһында материалдарҙы, фотолар-ҙы үҙ хеҙмәттәрендә ҡуллана башланы. Ләкин эшләнәһе эштәр тағы ла күберәк – Шишмә районында Ҡара Яҡуп мәктәбендә таҡтаташ асаһы, Стәрлетамаҡтағы һәйкәлгә Арыҫланбәк Әлимғолов исемен яҙҙырып ҡуяһы бар. Кемгәлер был бик мөһим булып күренмәҫ, ләкин беҙҙең күбебеҙ өсөн был – намыҫ эше. Ата-бабаларыбыҙ тураһында белеү, улар тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлап, балаларыбыҙға еткереү, уларҙы олатайҙарыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләү – беҙҙең изге бурыс. Шулай ғына беҙ халҡыбыҙ тарихын һаҡлап ҡалып, уның киләсәген күҙаллай, яҡлай алабыҙ.
Миләүшә ӘХМӘТЙӘНОВА (ҒҮМӘРОВА).