Моңо менән дә, булмышы менән дә башҡаларҙан айырылып тора ине ул. Сәхнәгә аҡҡош кеүек кенә йөҙөп килеп сығыр ҙа, тыныс ҡына, йомшаҡ тауышы менән йәнде иркәләр ине. Уны тыңлағанда тормош мәшәҡәттәре онотолғандай була, йәнең ял итә. Уның ғорур һынында, тымыҡ һыулы оло йылғаны хәтерләткән моңонда йәнгә дауа бирер бер ҡөҙрәт бар ине. Беҙҙең йәшлек йылдарында оҙон сәсле һылыу ҡыҙ үҙенең башҡаларға оҡшамаған бәрхәт тауышлы моңо менән тиҙ арала күңелдәрҙе яулап өлгөрҙө. Хозур тәбиғәтле Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән, үҙе лә ошо яҡтың иҫ киткес матурлығын үҙенә туплаған үҙенсәлекле тауышлы сибәр ханым Роза Аккучукова әле лә үҙ тамашасыһы булған, моңло, халыҡсан йырҙары менән күптәрҙе һоҡландырып сәхнәлә балҡыған сағыу йондоҙҙарҙың береһе ине. Роза Аккучукованың йырҙарында уның күңел донъяһы, тамашасыға еткерергә теләгән уй-хистәре сағыла.
Роза Сабирйән ҡыҙы үҙе әйтмешләй, ул бер кемдең дә өлөшөнә инмәне. Тик үҙ юлы менән генә барҙы. Уның репертуары үҙенсәлекле һәм башҡаларҙан лирик йырҙарға бай булыуы менән айырылып тора ине, ретро йырҙары ла, яңылары ла тамашасы күңелендә берҙәй үк урын яуланы. “Зөлхизә”, “Сыбай ҡашҡа”, “Түрәкәй”, “Һары ла сәс” һымаҡ халҡыбыҙҙың рухи хазиналары, Х.Әхмәтов, З.Исмәғилев, Т. Кәримов, А.Кәримов, Р. Сәлмәнов йырҙары һәм романстары, А. Хәлфетдиновтың “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл”, “Аҡсарлаҡ” йырҙары менән ҙур уңыш ҡаҙанды.
Моңло тауышы, халыҡсан йырҙары менән генә түгел, кешелек сифаттары менән дә һоҡландырған Роза Аҡкучукова сағыу йондоҙҙарҙың береһе булды. “Балаларым, туғандарым иҫән-һау, тыуған илем имен-аман, йырҙарым йырлана икән – шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән?!”, – тигәйне ул бер әңгәмәһендә. Таланттар, күренекле шәхестәр үлмәй ул, уларҙың ҡылған изге ғәмәлдәре йәшәй икән, тимәк, улар – беҙҙең арала. Яҡты рухың, яҡты моңоң халыҡ күңелендә мәңге йәшәр! Бәхил бул, урының фирҙәүес йәннәттәрендә булһын, башҡарған йырҙарың үҙеңә доға булып барһын, халҡыбыҙҙың моңло һандуғасы!