Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып,
Әгәр мине үлем ауҙарһа,
Мин һандуғас кеүек үлһәм ине
Һәм күмелһәм ине тауҙарға,
Тыуған Ҡаратауға!.. Ә эргәмдә
Ағып ятһын ине Йүрүҙән.
Бәлки, кире тороп йырлар инем,
Тыуған тауҙарымды күреүҙән.
Күмһен ине дуҫтар, яҡташтарым
Мин ут яҡҡан үркәс башына.
«Был донъяға ғашиҡ шағир» тиеп,
Яҙыу яҙһын ине ташына.
Тупрағыма тубырсыҡтар яуһа,
Мин донъяға тағы ҡайтырмын,
Мәңге йәшел бейек ҡарағайҙың
Тамырҙарын тотоп ятырмын.
Рәми Ғарипов.