Колхоздарға райком үҙенең яуаплы хеҙмәткәрен ебәрә ине. Халыҡ уларҙы “полнамуч” тип йөрөттө. Улар колхоздағы яҙғы, йәйге, көҙгө эштәргә контроллек итәләр, кәрәк тапһалар, эште төҙәтергә ҡушалар ине. Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙың береһендә беҙҙең Ҡормантау ауылына райкомдан вәкил килде. Атайым Вәлиев Шәйәкбәр Шәйбәк улы Ҡормантау колхозының рәйесе булып эшләй ине, “полнамуч”ты үҙебеҙҙең өйгә йәшәргә урынлаштырҙы. Уның эргәлә булыуы
һәйбәт тип, күрәһең, вәкилгә тәртипте шунда уҡ аңлатты:
– Эшләгән кешеләргә ҡамасауламаҫҡа, нисек эшләргә өйрәтеп күрһәтмәләр бирмәҫкә. Беҙҙең ауыл кешеләре уҫал, биргән күрһәтмәгеҙ оҡшамаһа, алама һүҙ ишетергә мөмкин. Гәзит уҡы, илдә, донъяла ниндәй хәлдәр бар, шуларҙы һөйлә, уларҙың гәзит уҡырға ваҡыты юҡ. Ҡаршы килеүсе булмаҫ, – тине. Киске ашҡа ултырғас, әсәйем ҡунаҡтың күңелен нисек тә күтәрергә белмәй былай ти:
– Әсегән бал тоҙло бит әле, яңылыш шәкәр урынына бер стакан тоҙ менән шимләгәнмен. Өҫтәл тартмаһында йәнәшә торғандар...
Вәкил эсеп ҡараны ла:
– Еңгә, эсергә була, мин һәр ваҡыт өҫтәлдә графин менән тоҙло бал булһа ла риза, – тине шаяртып.
Атайым вәкилде үҙенсә контролдә тоторға тырышыптыр инде, почта тарата торған ҡатынға: “Вәкилгә хат-фәлән булһа, уға бирмә, миңә бир”, – тип ҡуйған. Тик бер көн апай почтаны үҙе тарата алмаған, хатты ҡыҙ бала вәкилдең ҡулына тотторған. Шул кистә ул атайыма “Район прокуратураһынан” тип яҙылған хатты күрһәтте. Унда вәкилгә районға барырға, аңлатма бирергә ҡушылған: ни өсөн райкомдан рөхсәт булмаҫ элек колхозсыларға иген таратҡандар? Сөнки хөкүмәткә иген тапшырыу та-мамланмайынса, колхозсыларға таратыу тыйылған булған.
Атайым вәкилдән:
– Хат алғас расписка яҙҙыңмы? – тип һораны. Вәкил:
– Юҡ, – тине. Атайым хатты йыртып утҡа ташланы. Сөнки колхоз үҙенең хөкүмәткә иген тапшырыу планын үтәгән, колхозда машина-трактор станцияһы башҡарған эштәре өсөн иген менән түләгән. Хатта, райкомдың үтенесенә ярашлы, хөкүмәткә пландан тыш иген тапшырылған.
Атайым иҫәпсе булып эшләгән Ғизәтуллина Гәүһәрә апайға киске сәғәт 9-ға тиклем складҡа ярты йыллыҡ хеҙмәт көнөнә 100-әр грамм иҫәбенән ведомость илтеп бирергә ҡушҡан. Халыҡ бер сәғәт эсендә тейешле игенен складтан алып та бөткән. Шул хаҡта дошман йәнле кеше прокуратураға хәбәр иткән дә инде. Бер-нисә көндән райком секретары килгәйне, вәкилдең ҡото китте:
– Мине партиянан ҡыуасаҡтар, ҡайҙа барырмын? – тип, ҡалтырап тора ине. Атайым:
– Ҡурҡма, колхозда партияһыҙ кешеләр күп, колхозда һәнәк менән көрәк тотоп эшләргә ҡалырһың, әлегә райком секретарының күҙенә салынма, уның менән үҙем һөйләшеп аңлатырмын, – ти. Ә райком секретары колхоздың тағы өҫтәмә иген тапшырыу мөмкинселеген белешергә килгән икән. Сөнки шул заманда районда дәүләткә иген тапшырыу планын үтәмәгән колхоздар байтаҡ булған, һөҙөмтәлә район дәүләткә иген тапшырыу планын үтәмәгән. Район етәксеһе килгән саҡта шундай һөйләшеү булған.
Атайым:
– Иген ташығанда машина бирмәнегеҙ, игенде аттар менән ташыныҡ, ә башҡа колхоздар машина менән ташыны, – тип, үпкәләгән. Ә райком секретары:
– Башҡа колхоздарҙың аттары ябыҡ, заготзерноға барып етмәйенсә, йығылырҙар ине, – тип аҡланған. Атайым иһә, аптырап тормаған:
– Ярай, килешәм, “Быяла заводы”нан утын яғып эшләй торған машина бирегеҙ, дәүләткә тағы иген ебәрербеҙ, – тигән. Шулай түрәнең күңеле булған. Шунан һуң райком секретары прокурор менән аңлашыуы тураһында ла әйтмәй ҡалмай:
– Ҡормантау колхозы иген тапшырыу планын үтәгән, колхозсыларға иген таратыу законға ҡаршы түгел, – тип ашығып башҡа колхоздарға киткән ул... Кисен секретарҙың һүҙҙәрен вәкилгә әйткәс, уның йөҙө яҡтырҙы, шатлығынан тоҙло бал эсте, кәйефе тамам күтәрелде.
Көҙгә район үҙәгендә иген йыйыуҙың тамамланыуын билдәләп пленум үткәрелде, атай үҙе менән мине лә алды. Райком секретары район буйынса башҡарылған эштәргә байҡау яһап, Ҡормантау колхозы дәүләткә иген тапшырыуҙа иң яҡшы, тип билдәләнде. Ә Ҡормантауҙа эштәр тамамланғас, вәкил районға ҡайтыр алдынан һаубуллашҡанда:
– Еңгә, киләһе йылға ла балыңа күберәк тоҙ һал йәме, бик тәмле була икән, – тине. Тоҙло бал “тәмле” булмаһа, бер мискә бал эселеп бөтөр инеме ни?.. Атайым тырыш ҡына түгел, бик аҡыллы ла ине, әлеге ваҡиғала ла колхозсыларҙың тамағы туйып ҡалыуында, үҙен төрмәнән һаҡлай алыуында һәм районды алға сығарыуында уның етәксе оҫталығы ярылып яталыр тип уйлайым.
Әмир ВӘЛИЕВ.
Ғафури районы.