Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәтер
22 Март 2021, 13:00

Башҡортостанда төбәк-ара "Буранғолов көндәре" уҙа

Дистанцион форматта уҙған ғилми-ғәмәли конференция республиканың халыҡ сәсәне, фольклорсы, драматург, публицист, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Мөхәмәтшә Буранғоловтоң ижади мираҫына арналған.Ғилми-ғәмәли конференция 10 апрелгә тиклем дауам итә.

Мөхәмәтша Буранғолов – башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыусы, уларҙы баҫтырырға әҙерләүсе мәшһүр ғалим, халҡыбыҙ яҙмышын һүрәтләгән пьесалар ижад итеүсе танылған драматург, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, милли мәҙәниәтебеҙҙә лайыҡлы урын алған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Уның ижады уҡыусылар тарафынан мәктәп программаларында киң өйрәнелә.
Башҡортостандың халыҡ сәсәне, яҙыусы, фольклорсының тормош юлы Әлшәй районы тарихы менән дә тығыҙ бәйле. Ул 1936 – 1937 йылдарҙа Раевкалағы 1-се башҡорт мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары булып эшләгән. Ә 2004 йылда Мөхәмәтша Буранғолов хеҙмәт иткән белем усағына уның исеме бирелә, лицей баҡсаһына бюсы ҡуйыла. Әлшәйҙәр бөйөк сәсәнде бер ҡасан да онотмай, уның ижадына арнап конкурстар, асыҡ дәрестәр, синыфтан тыш саралар уҙғарып тора, мәктәп китапханаларында күргәҙмәләр ойошторола.
Читайте нас