Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәтер
22 Март 2021, 10:00

Исмәғил Тасимов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды

Пермь крайында башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Санкт-Петербург Тау университетына нигеҙ һалған Исмәғил Тасимов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.Ул Ғәйнә улусы старшинаһы, билдәле мәғдән сығарыусының тыуған ауылы Ҡуянда урынлашты.

Википедияла Тасимов тураһында ошондай юлдар бар: 1773 йылдың 21 декабрендә (яңы стиль буйынса 3 ноябрҙә) Екатерина II Рәсәйҙә беренсе юғары техник мәктәбен булдырыу тураһында Сенат ҡарарын раҫлай. Ул кадет корпусы тип түгел, ә «дворян балаларынан тыш, башҡалар ҙа уҡый алһын өсөн» Тау училищеһы тип атала. Тау кадет корпусын тамамлаусы академик Дмитрий Соколов 1830 йылда үҙ хеҙмәттәренең береһендә: «Төпкөл ауылдан ярым ҡырағай башҡорт Тау корпусына тәүге нигеҙ ташы һалыуына ышанырлыҡ түгел», — тип яҙа.
Исмаил Тасимов - Ғәйнә башҡорттарының ғына түгел, бар халҡыбыҙҙың ғорурлығы.
Читайте нас