1973-83 йылдарҙа Советтар союзында популяр булған «Вечный зов» сериалы төшөрөлә, уның һуңғы серияларында Радик Гәрәев башҡарған йыр яңғырай.
1983 йылда йырсы Сочи ҡалаһында «Красная гвоздика» халыҡ-ара сәйәси йыр фестивалендә Гран-при яулай. Радик Гәрәев «Уралым» башҡорт халыҡ йырын башҡарып барыһын да таң ҡалдыра.
1985 йылда ул Александра Пахмутованың Николай Добронравов шиғырына яҙған «Во имя жизни» композицияһы менән «Йыл йыры» фестиваленең йомғаҡлау концертын аса.