Халыҡ педагогикаһына таянды
Ғәжәп киң күңелле, оло йөрәкле шәхес йылдар үткән һайын хәтергә йышыраҡ төшә, һәр әйткән һүҙе, көләс йөҙө күңелдән сыҡмай. Үҙ хеҙмәте, ҡылған ғәмәлдәре менән йөрәктәрҙе яулаған үтә лә эшһөйәр, аҡыллы шәхескә уҡыусылар, уҡытыусылар коллективы оло ихтирам менән ҡараны.
В.И.Ленин 2-се мәктәп-интернатҡа директор булып килгәнсе, ул ҡаланың 71-се һөнәрселек училищеһында етәкселек эшендә ҙур тәжрибә туплағайны. Интернатҡа килеү менән ул уҡытыу-тәрбиә процесына яңыса һулыш өрҙө. “Уҡытыу-тәрбиә процесында минең бурысым: балаларҙы халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп тәрбиәләү. Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәтенең иң мөһим өҫтөнлөгө – балалар!” – бына шундай маҡсаттарҙы тормошҡа ашырып, ул бала күңелендә осҡон уятты. Етем-еҫер, яртылаш етем, атайлы-әсәйле булып та етем статуслы, ауыр яҙмышлы, ауыр холоҡло балаларҙы тәрбиәләү, уларҙы оло тормош юлына аяҡ баҫтырыу өсөн, шәхес булып формалашыуға бар көсөн һалып эшләне. Өфө балалар йортонан, хатта Ырымбур яҡтарынан бик күп уҡыусылар тәрбиәләнде беҙҙә.
Аҡһылыу Ғәбделхаҡ ҡыҙы заманында мәктәп-интернатҡа лицей статусы бирелде. Халҡыбыҙҙың милли йолалары тергеҙелде һәм сәхнәләштерелде. Директор апайыбыҙ үҙе лә беҙҙең менән бергә бейеп ебәрә ине. Ата-әсә телендә һөйләште, эске матурлығын, йөрәк йылыһын бирҙе, уларҙың хәсрәтен үҙенекендәй итеп ҡабул итте. Халыҡҡа, телгә булған һөйөүҙе баланың йөрәгенә күсерҙе. Аҡһылыу Ғәбделхаҡ ҡыҙының уҡыусы балаларҙы нисек ҡурсалағанын бер мәҡәлә менән генә аңлатып бөтөрөрлөк тә түгел. Уға талант, ойоштороу һәләте Хоҙайҙан бирелгәйне.
Ул ваҡытта интернатҡа, беҙҙең эш тәжрибәһен өйрәнеү һәм республиканың башҡа райондарына таратыу маҡсатында Өфөнән ғалимдар, яҙыусылар һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр йыш килә ине. Педагогия институты студенттары даими рәүештә беҙҙә практика үтте. Республиканың, ҡаланың башҡа мәктәптәре уҡытыусылары, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, беҙгә киләләр ине. Мәғариф институтының Стәрлетамаҡ филиалы менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды.
1993 йылда Башҡортостан Мәғариф министрлығы Аҡһылыу Ильясова етәкләгән коллективтың педагогик эш тәжрибәһен өйрәнеп башҡа мәктәптәргә таратырға тигән ҡарар сығарыу – уның етәкселек эшенә ҙур баһа ине. Мәктәптең эш тәжрибәһе экспериментҡа ҡуйылды.
1995 йылда ҡалала башҡорт мәктәбе асылды, кластар асыу өсөн уҡыусылар (ҡаланыҡылар) тулыһынса башҡорт мәктәбенә ебәрелде. Ә ул уҡыусылар нисек интернаттан китергә теләмәне, ата-әсәләре килеп, директор менән һөйләшеп тә ҡараны... Сөнки интернаттағы яҡшы шарттар, өйҙәге кеүек мөғәмәлә, дуҫтарса йылылыҡ үҙенә йәлеп итә ине. Аҡһылыу Ғәбделхаҡ ҡыҙы интернаттың матди-техник базаһын нығытыуға күп көс һалды. 1990 йылдың апрелендә интернатта музей асылды. Ошо тантанаға оҙаҡ йылдар БР мәғариф министры булған Фатима Мостафина ла килгәйне, ул, үҙе ошо уҡыу йортон тамамлаусы булараҡ та, бик шатланды. Ә хәҙер шул музей юҡ...
Ул тәрбиә эшенә бар энергияһын, көсөн, белемен бирҙе. Команда биреп түгел, йомшаҡ ҡына итеп әйтер ине тормошсан ҡарашлы зирәк аҡыллы етәксебеҙ. Интернат коридорында эленеп торған стена гәзитендә бер ниндәй ҙә тәнҡитләүҙәр, мыҫҡыллап көлөүҙәр юҡ. Тик мәҡәл-әйтемдәр, йылы һүҙҙәр һәм һүрәттәр менән генә тултырыла ине ул. Бына шулай уҡыусыларҙы өркөтмәй-кәмһетмәй генә тәртипле булырға, таҙалыҡ булдырырға саҡыра ине.
Булдыҡлы етәксе кеше ҡайғыһын үҙ ҡайғыһынан алда хәстәрләне. Йәйге каникул ваҡытында ауыр яҙмышлы балалар һаулыҡтарын нығытыу өсөн “Ольховка”, “Аҡ ҡайын” шифаханаларына ебәрелә ине. Шулай уҡ йәйге һәм ҡышҡы каникулдарҙа уҡыусыларыбыҙ юллама буйынса Ташкент, Кисловодск, Сочи кеүек йылы яҡтарға барып ҡайтты. Ул ваҡытта интернатҡа ҡалабыҙҙағы Химия заводы шефлыҡ күрһәтте.
Аҙна һайын эргәләге эксперименталь мунсаға йөрөүҙәр, Иванов системаһы буйынса ҡойоноуҙар, йөҙөү бассейны – быларҙың барыһы ла беҙҙең интернатты тамамлаусылар хәтерендә.
Аҡһылыу Ғәбделхаҡ ҡыҙы һәр һүҙен, сығышын халыҡ педагогикаһына нигеҙләп алып бара ине. Мәҫәлән, “Яңы йыл шыршыһы” байрамы өс смена уҙғарыла торғайны. Аҡһылыу Ғәбделхаҡовна балалар араһында үҙе - әкиәт персонажы “Убырлы ҡарсыҡ”, ә физика уҡытыусыһы Зариф Ҡотлоғужин “Ҡыш бабай” булып кейенеп, балалар менән бергәләшеп күңел аса инек. Балалар уларҙы таный алмай, беҙҙән килеп һорайҙар, ә мин әйтмәйем... Ошо түгелме ни ябайлыҡ, ихласлыҡ, балаларҙы яратыу, бала күңелле булыу!?.
Йыш ҡына ашханала етемдәр, ауыр яҙмышлы ғаиләнән булған балалар өсөн хәйриә сәйҙәре ойоштора инек. Улар өсөн өйҙән тәмле-тәмле бәлештәр бешереп алып барабыҙ. Икмәк комбинаты ла торттар килтерә торғайны.
...Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер осраҡта вазифа, награда, эш хаҡы төшөнсәләренә бәйле, дөрөҫлөк яҡлы кешенән нисек тә ҡотолоу яғын ҡарайҙар. Аҡһылыу Ильясова ла ана шул нахаҡҡа йәберһетелеүгә дусар булды. Әммә эске дәрәжәһен төшөрмәне көслө рухлы апайыбыҙ, кеше уңыштарынан көнләшмәне, киң күңелле булды. Ҡаты ауырып китеүенең дә сәбәптәре юҡҡа түгелдер... Илһамланып эшләп йөрөгән еренән яратҡан эшенән ебәрҙеләр. Бөтә коллектив аптырашта ҡалды. Коллективта көтөлмәгән хәл-хәбәр, күренеш – аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек булды! Был көтөлмәгән хәлдән Аҡһылыу апай күҙ алдында һулыны, шиңде... Йөрәге бындай хыянатты күтәрә алмағандыр, күрәһең. Уй-хыялдар селпәрәмә килде. Ә бит уға ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә ине!...
Аҡһылыу Ғәбделхаҡ ҡыҙын “Сода” дауаханаһында ятҡанында ла барып күрҙем, хәлен белешеп йөрөнөм. Хәле ныҡ насарайғас, Өфөгә күсерҙеләр. 2000 йылдың 20 авгусы ине. Зөһрә апайым менән ул ятҡан дауахананы эҙләп таптыҡ. Палатаһына ингәс аптырап киттек: янып торған Аҡһылыу апайыбыҙ ыҫланған балыҡ төҫөнә ингән, хәлһеҙ генә йылмайырға тырыша. Ныҡ ябыҡҡайны. 2001 йылдың 11 мартында, дауаланып аяҡҡа баҫыуға өмөт ҡалмағас, Өфөнән алып ҡайтҡандар. Хеҙмәттәштәрем Гөлиә Әбйәлилова, Әлмира Шәрипова, Райхана Ғәббәсова менән бергәләп фатирына киттек. Бер-беребеҙгә күҙ йәштәре менән ҡарап хушлаштыҡ...
1997 йылғы сығарылыш уҡыусылары Зарипова Тәнзилә, Ширинова Земфира, Ишҡолова Розалия, З.Н.Иҙрисова етәкләгән 11б төркөмө уҡыусылары бер осрашыуҙа:
– Беҙ 4-се класҡа уҡырға килдек. Беренсе көндән үк Аҡһылыу Ғәбделхаҡ ҡыҙы беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алды. Ғәҙәттә, беҙ мәктәптәрҙә ир кешене директор итеп күреп өйрәнгәнбеҙ. Төрлө райондарҙан интернатҡа килгәс, бөтөнләй икенсе мөхиткә эләктек. Ҡалаға килгәс уҡый алырмынмы, һағыныуға түҙә алмайынса кире ҡайтып китерменме?” тигән уйҙарыбыҙ юҡҡа сыҡты, - тип хәтирәләр ебен һүтте. - Аҡһылыу Ғәбделхаҡовна интернатҡа килгән һәр уҡыусының беренсе көндән үк исемен, фамилияһын, ҡайһы райондан килгәнен, проблемаларын һорашып белешеп ала ине. Ҡайғы-шатлыҡтарын да бергә уртаҡлашыр ине. Ниндәй генә ауыр саҡтарҙа ла директор һәр тәрбиәләнеүсегә ҙур терәк булды. Насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға, яҡшы сифаттарҙы артабан үҫтерергә ярҙам итте. Интернатта төрлө ҡыҙыҡлы саралар уҙғарҙы: 1996 йылда ҡалала беренсе тапҡыр “Һылыуҡай” конкурсы уҙғарылды, беҙҙең 10-сы төркөмдө Земфира Нәби ҡыҙы етәкләй ине. Беренсе тапҡыр булһа ла бәйге бик матур үтте. Шул сарала хәҙерге башҡорт эстрадаһының яҡты йондоҙо Гөлсинә Мөхәмәҙиева Гран-при алды!
Был хәтирәләр ҙә, минеңсә, ҙур мәғәнәгә эйә. Уҡыусылар уны әле лә һағынып, оло хөрмәт менән иҫкә ала. Күп кенә сығарылыш уҡыусылары менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, осрашып торабыҙ.
Исемдәре мәңгеләштерелергә тейеш!
Заманында интернат умарта кеүек гөжләп тора ине. Булдыҡлы етәксе, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, күңел талабы, йөрәге ҡушҡанса эшләне лә эшләне. Бер баланы ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышты – яңы күлдәк кейгән баланы хуплап, кәйефе булмағаны менән асығамы, һағынамы, йәберләгәндәрме – һөйләшеп хәлен белешә ине.
Был йылдар эсендә директор йөрәге аша күпме борсолоуҙар, тынғыһыҙ хеҙмәт, ҡыуаныстар үткән. Күпме тәрбиәләнеүсене ҡанатын нығытырға, үҙаллы тормошҡа әҙерләгән ул! Улар араһында шөһрәтле юғары уҡыу йорттарын тамамлап, юрист, суд приставы, табип, артист, уҡытыусы һ.б. һөнәр эйәләре бар.
Оло йөрәкле шәхестең баһаһы йылдар уҙған һайын арта ғына. Аҡһылыу апайҙың яғымлы, саф тауышы әле һаман ҡолаҡта сыңлай, ғорур һыны – күҙ алдында. Уҡыусыларының ҡала, республика күләмендә абруй ҡаҙанғаны – уның бөйөк хеҙмәтенә оло награда. Рәсәй күләмендә наградалары булырға тейеш ине лә бит! Ул быға лайыҡ ине. Тик шуныһы үкенесле, үҙе иҫән саҡта ололап, хөрмәт күрһәтеп өлгөрмәнек. Һуңлап булһа ла бүләктең иң ҙуры – халыҡ хәтере, халыҡ һөйөүе, әлбиттә. Хеҙмәттәштәре бергәләшеп уның рухына бағышлап аят уҡыттыҡ. Май айында Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылына барып, ҡәберенә зыярат ҡылырға йыйынабыҙ. Урыны ожмахта булһын!
... Шуныһы үкенесле: хәҙер интернат бинаһының беренсе ҡатында оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән Сафиулла Наҙарғоловҡа, Аҡһылыу Ильясоваға арналған стенд юҡ! Оҙаҡ йылдар эшләгән етәкселәргә 2-се лицей-интернат стенаһына хатта алтаҡта ҡуйырға ваҡыттыр тип уйлайым. Интернат алдындағы аллеяны булдырыу ҙа уның исемен мәңгеләштереү булыр ине!..
Ҡалала эшләп был донъянан киткән арҙаҡлы шәхестәребеҙгә арналған “Үлмәҫ рухлы шәхестәр” исемле китап сығарырға кәрәк ине тигән тәҡдимем дә бар. Был – киләһе быуындар өсөн бик мөһим тәрбиәүи сара. Әлеге китап сығырға яҙһа, унда ла Аҡһылыу апай һымаҡ шәхестәрҙең исеме инеүе шарт!
педагогик хеҙмәт ветераны.