Азамат Ғиләжев 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Эш башлау дәүерендә, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, 1984 йылда Рәсәйҙең Бәләкәй театрында, 1986 йылда Ленин комсомолы исемендәге Мәскәү театрында стажировка үтә.
Азамат Ғиләжев төрлө йылдарҙа Рус академия драма театры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, Өфө “Нур” татар дәүләт театры кеүек республиканың алдынғы театрҙарында ҡуйыусы рәссам, баш рәссам кеүек вазифаларҙа эшләгән.